«Яңынан тыуыу» нимәне аңлата?
Изге Яҙманан яуап
«Яңынан тыуыу» ҡабаттан тыуған кешенең Алла менән яңы мөнәсәбәттәр булдыра башлауын аңлата (Яхъя 3:3, 7). Алла, яңынан тыуғандарҙы уллыҡҡа алып, үҙ балалары итә (Римдарға 8:15, 16; Ғалаттарға 4:5; 1 Яхъя 3:1). Законлы рәүештә уллыҡҡа алынған бала ғаилә ағзаһы булып киткән кеүек үк, яңынан тыуған кешеләр ҙә Алла ғаиләһенең бер өлөшө булып китә (2 Кәринттәргә 6:18).
Ни өсөн кеше яңынан тыуа?
Ғайса: «Яңынан тыумаһа, кеше Алла Батшалығын күрә алмаясаҡ», — тигән (Яхъя 3:3). Тимәк, яңынан тыуыу кешене Ғайса менән бергә Алла Батшалығында идара итер өсөн әҙерләй. Ул Батшалыҡ күктән идара итә, шуға ла «яңынан тыуыу», Изге Яҙманан күренеүенсә, күктә һаҡланған мираҫ менән бәйле (1 Петер 1:3, 4). Яңынан тыуғандар, Мәсих менән бергә идара итәсәкбеҙ, тип ышана (2 Тимәтигә 2:12; 2 Кәринттәргә 1:21, 22).
Кеше нисек яңынан тыуа?
Ғайса, яңынан тыуған кеше «һыуҙан һәм рухтан» тыуа, тигән (Яхъя 3:5). Был һүҙҙәр һыуға сумдырылыуҙы, шунан һуң рухҡа сумдырылыуҙы аңлата (Илселәр 1:5; 2:1—4).
Яңынан тыуған иң беренсе кеше ул — Ғайса. Башта ул Иордан йылғаһында һыуға сумдырылған, шунан һуң Алла уны майлаған, йәғни изге рухҡа сумдырған. Шулай итеп, Ғайса Алланың рухи улы булып яңынан тыуған һәм күктәге тормошона кире ҡайтыу өмөтөнә эйә булған (Марк 1:9—11). Алла уны рухи шәхес итеп терелтеп, өмөтөн ғәмәлгә ашырған (Илселәр 13:33).
Яңынан тыуырға тейешле башҡа кешеләр ҙә тәүҙә һыуға сумдырыла, ә шунан инде изге рухты ҡабул итә a (Илселәр 2:38, 41). Шул саҡтан башлап улар күктә йәшәү өмөтөнә эйә була, һәм Алла, уларҙы терелтеп, өмөттәрен тормошҡа ашыра (1 Кәринттәргә 15:42—49).
Яңынан тыуыу хаҡында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Ҡотҡарылыу алыр өсөн һәм мәсихсе булыр өсөн, кеше яңынан тыуырға тейеш.
Факт. Ғайсаның йолом ҡорбаны Мәсих менән күктә идара итер өсөн яңынан тыуған кешеләргә генә түгел, ә Алла Батшалығының ерҙә йәшәйәсәк граждандарына ла ҡотҡарылыу килтерә (1 Яхъя 2:1, 2; Асылыш 5:9, 10). Был мәсихселәр ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү мөмкинлеге ала (Зәбур 36:29; Матфай 6:9, 10; Асылыш 21:1—5).
Яңылыш ҡараш. Яңынан тыуырғамы, юҡмы, кеше үҙе һайлай.
Факт. Һәр кешегә лә Алла менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә һәм ҡотҡарылыу алырға мөмкинлек бирелә (1 Тимәтигә 2:3, 4; Яҡуп 4:8). Әммә кемдең яңынан тыуасағын, йәғни изге рух менән майланасағын Алла үҙе хәл итә. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «бөтә нәмә кешенең теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле» (Римдарға 9:16). Яңынан тыуғандарға ҡарата «юғарынан тыуған» тигән һүҙҙәр ҙә ҡулланыла, ә был иһә яңынан тыуыуҙың күктән, Алланан булыуын аңлата (Яхъя 3:3).
a Кәрнили, уның туғандары һәм дуҫтары осрағында ғына был башҡасараҡ булған (Илселәр 10:44—48).