Яхъяға бирелгән асылыш 5:1—14
5 Мин тәхеттә ултырыусы Заттың уң ҡулында ике яғы ла яҙыулы, ете мисәт һуғылған төргәк күрҙем.
2 Шулай уҡ: «Мисәттәрен ҡуптарып, төргәкте асырға кем лайыҡлы?» — тип көслө тауыш менән иғлан иткән бер ҡеүәтле фәрештәне күрҙем.
3 Ләкин күктә лә, ерҙә лә, ер аҫтында ла бер кем дә төргәкте асып, эсендә нимә яҙылғанын ҡарай алманы.
4 Төргәкте асып, эсендә нимә яҙылғанын ҡарарға лайыҡлы бер кем дә табылмағанға, мин бик ныҡ иланым.
5 Әммә аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: «Илама. Йәһүҙә ырыуынан булған Арыҫлан, Дауыт тамыры, еңде. Ул ете мисәтте ҡуптарып, төргәкте асырға лайыҡлы».
6 Шунан мин тәхет янында* дүрт тере зат менән аҡһаҡалдар араһында торған бер бәрәсте күрҙем. Ул ҡорбанға салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. (Был күҙҙәр — Алланың бөтә ер йөҙөнә ебәрелгән ете рухы.)
7 Бәрәс барып, тәхеттә ултырған Заттың уң ҡулынан төргәкте алды.
8 Ул төргәкте алғас, дүрт тере зат һәм 24 аҡһаҡал Бәрәс алдында теҙләнде. Аҡһаҡалдарҙың һәр береһендә арфа, шулай уҡ хуш еҫле ҡатышма тулы алтын касалар бар ине. (Хуш еҫле ҡатышма — изгеләрҙең доғалары.)
9 Улар ошондай яңы йыр йырлай ине: «Һин төргәкте алып, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡһың, сөнки һин ҡорбанға килтерелеп, үҙеңдең ҡаның менән төрлө телдәрҙә һөйләшкән һәр ҡәбиләнән, милләттән һәм халыҡтан Алла өсөн кешеләр һатып алдың.
10 Һин уларҙы Аллабыҙ өсөн батшалар һәм руханиҙар иттең, улар ер менән идара итер».
11 Мин тәхет, тере заттар һәм аҡһаҡалдар тирәләй бик күп фәрештә торғанын күрҙем һәм уларҙың тауышын ишеттем. Уларҙың һаны — меңәрләгән меңдәр, хатта йөҙәрләгән миллион* ине.
12 Улар көслө тауыш менән: «Ҡорбанға килтерелгән Бәрәс хакимлыҡ, байлыҡ, аҡыллылыҡ, көс, хөрмәт, дан һәм маҡтауға лайыҡ!» — тиҙәр ине.
13 Шунда мин күктәге, ерҙәге, ер аҫтындағы һәм диңгеҙҙәге бөтә яратылғандарҙың, эйе, барыһының да: «Тәхеттә ултырыусы Затҡа һәм Бәрәскә мәңгенән-мәңгегә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт булһын!» — тип әйткәнен ишеттем.
14 Дүрт тере зат: «Амин!» — тинеләр, һәм аҡһаҡалдар теҙләнеп, Аллаға табындылар.

