Һеҙҙе ике түләүһеҙ сараға саҡырабыҙ
Изге Яҙмаға нигеҙләнгән махсус телмәр
«Планетабыҙҙы кем ҡотҡарыр?
Был телмәрҙән һеҙ ерҙе һәм кешелекте көткән иҫ киткес киләсәк тураһында белерһегеҙ.
Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе
Йәһүә шаһиттары был мөһим сараны Ғайса ҡушҡанса үткәрә (Лука 22:19).
Йыш бирелгән һорауҙар
Кем килә ала?
Беҙ барыһына ла шат. Бөтә ғаиләгеҙ менән килегеҙ.
Программа күпме дауам итә?
Махсус телмәр ярты сәғәт бара. Унан һуң бер сәғәт дауамында Изге Яҙмаға нигеҙләнгән темаға фекер алышыу үткәрелә. Унда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.
Иҫкә алыу кисәһе бер сәғәт тирәһе дауам итә.
Был саралар ҡайҙа үткәрелә?
Быны белер өсөн, юғарыла «Кисә ҡайҙа үткәрелә?» һәм «Телмәрҙе ҡайҙа тыңларға?» тигәнгә баҫығыҙ.
Әгәр килһәм, мин Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөргә һәм улар менән Изге Яҙманы өйрәнергә бурыслы булырмынмы?
Юҡ.
Унда аҡса йыялармы?
Юҡ. Беҙ осрашыуҙарыбыҙҙа бер ваҡытта ла аҡса йыймайбыҙ (Матфай 10:8).
Кейемгә ҡағылышлы махсус талаптар бармы?
Юҡ. Әммә Йәһүә шаһиттары тыйнаҡ һәм әҙәпле кейенергә тырыша, сөнки был ваҡиғаға хөрмәт менән ҡарай.
Иҫкә алыу кисәһе нисек үтә?
Осрашыуҙың башында һәм аҙағында йыр йырлайҙар, һәм Йәһүә шаһиттарының береһе доға ҡыла. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙә Ғайсаның үлеменең мөһимлеге ҡарала. Был телмәрҙән һеҙ Алла менән Ғайсаның эштәре беҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белерһегеҙ.
«Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раббының ашын башҡа диндәрҙәге кеүек үткәрмәйҙәр?» тигән мәҡәләлә күберәк мәғлүмәт табып була.
Алдағы йылдарҙа иҫкә алыу кисәһе ҡасан була?
2026: кесаҙна, 2 апрель
2027: дүшәмбе, 22 март
2028: йәкшәмбе, 9 апрель
Киләһе видеояҙмаларҙан күберәк белегеҙ:
Иҫкә алыу кисәһенең нисек үтәсәген ҡарағыҙ һәм Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә тормоштоң ниндәй буласағын белегеҙ.
Бәлки, һеҙ уның гонаһтарыбыҙ өсөн үлгәнен ишеткәнһегеҙҙер. Әммә бер кешенең үлеме нисек миллионлаған тормошто ҡотҡара ала?
«Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!»
Йыйылыш осрашыуҙарыбыҙҙың нисек үткәнен ҡарағыҙ.
Саҡырыуҙы үҙегеҙ өсөн уңайлы форматта күсереп алығыҙ.

