Ғалаттарға хат 4:1—31
4 Мираҫсы әле бала сағында, бөтә нәмәгә хужа булһа ла, ҡолдан бер нәмә менән дә айырылмай.
2 Атаһы билдәләгән көнгә тиклем ул бағыусылар һәм идарасылар ҡарамағы аҫтында.
3 Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта был донъя ҡараштарының ҡоллоғонда инек.
4 Ләкин, билдәләнгән ваҡыт* килеп еткәс, Алла үҙенең Улын ебәргән, ул ҡатындан тыуған һәм ҡанун аҫтында булған.
5 Килгәс, ул, беҙ уллыҡҡа алынһын өсөн, ҡанун аҫтында булғандарҙы йолоп алып азат итте.
6 Хәҙер, һеҙ уның балалары булғанға, Алла беҙҙең йөрәктәребеҙгә үҙенең Улында булған һәм: «А́бба*, Атай!» — тип саҡырған изге рухын ебәрҙе.
7 Шуға күрә һеҙ инде ҡолдар түгел, ә Алла балалары. Алла балалары икәнһегеҙ, Алла һеҙгә мираҫ та бирер.
8 Шулай ҙа, Алланы белмәгәндә, һеҙ ялған илаһтарҙың ҡолдары инегеҙ.
9 Әммә хәҙер, һеҙ Алланы белгәс, дөрөҫөрәге Алла һеҙҙе белгәс, нишләп һеҙ был донъяның меҫкен һәм файҙаһыҙ ҡараштарына ҡабат әйләнеп ҡайтаһығыҙ һәм яңынан уларҙың ҡолдары булырға теләйһегеҙ?
10 Һеҙ көндәрҙе, айҙарҙы, ваҡыттарҙы һәм йылдарҙы еренә еткереп тотаһығыҙ.
11 Һеҙгә ярҙам итер өсөн һалған тырышлыҡтарым бушҡа булмаһын, тип ҡурҡам.
12 Үтенеп һорайым, ҡәрҙәштәр, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә бит ҡасандыр һеҙҙең кеүек инем. Һеҙ миңә бер насарлыҡ та ҡылманығыҙ.
13 Белеүегеҙсә, һеҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе беренсе тапҡыр һөйләү мөмкинлеге ауырыуым арҡаһында килеп сыҡты.
14 Был ауырыу һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, һеҙ миңә кәмһетеп һәм ерәнеп ҡараманығыҙ*, ләкин мине Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, Мәсих Ғайсаны ҡабул иткәндәй ҡабул иттегеҙ.
15 Ул саҡтағы шатлығығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һис тә шикләнмәйем: әгәр мөмкин булһа, һеҙ миңә үҙ күҙҙәрегеҙҙе биргән булыр инегеҙ.
16 Һеҙгә дөрөҫөн әйткәнем өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә?
17 Был кешеләр һеҙҙе үҙ яғына ауҙарырға теләй, ләкин быны яҡшы ниәттәрҙән эшләмәй. Һеҙ улар артынан эйәрһен өсөн, улар һеҙҙе минән айырырға теләй.
18 Һөйөклө балаларым, һеҙҙең менән яҡшы ниәттәрҙән сығып ҡыҙыҡһынһалар, был яҡшы, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине.
19 Һеҙҙә Мәсих шәхесе сағылғанға* тиклем, ҡатын бала тапҡан саҡтағы кеүек, һеҙҙең хаҡҡа йәнә ғазап кисерәм.
20 Һеҙгә нимә булған икән, тип аптырап йөрөйөм. Шуға күрә әле янығыҙҙа булырға һәм һеҙҙең менән йомшағыраҡ һөйләшергә теләр инем.
21 Һеҙ, ҡанунды үтәргә теләүселәр, әйтегеҙ әле, Ҡанундың нимә әйткәнен ишетмәйһегеҙме әллә?
22 Мәҫәлән, Ибраһимдың ике улы булған: береһе — ҡол ҡыҙҙан, икенсеһе — ирекле ҡатындан, тип яҙылған.
23 Ләкин ҡол ҡыҙҙың улы — бөтә балалар кеүек*, ә ирекле ҡатындың улы вәғәҙә буйынса тыуған.
24 Быларҙың барыһы символик мәғәнәгә эйә. Был ҡатындар ике килешеүҙе символлаштыра. Береһе Синай тауында төҙөлгән булған, һәм уның балалары ҡол булып тыуа. Был килешеү — Хәжәр.
25 Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки Йәрүсәлим үҙенең балалары менән — ҡоллоҡта.
26 Ә юғарылағы Йәрүсәлим ирекле, ул — беҙҙең әсәбеҙ.
27 Яҙмаларҙа былай тиелгән: «Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, ҡыуан! Тулғаҡ ғазабын татымаған ҡатын, ҡыуаныстан ҡысҡыр! Сөнки ташлап кителгән ҡатындың балалары ире булған ҡатындыҡынан күберәк».
28 Һеҙ, ҡәрҙәштәр, — Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар.
29 Ул ваҡытта бөтә балалар кеүек* тыуғаны рух буйынса тыуғанды эҙәрләй башлаған кеүек, хәҙер ҙә шулай.
30 Ләкин Яҙмаларҙа нимә тиелгән? «Ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып сығар, сөнки уның улы бер ҡасан да ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ».
31 Шулай итеп, ҡәрҙәштәр, беҙ — ҡол ҡыҙҙың түгел, ә ирекле ҡатындың балалары.

