Яҡуп хаты 4:1—17

  • Донъяға дуҫ булмағыҙ (1—12)

    • «Иблискә ҡаршы тороғоҙ» (7)

    • «Аллаға яҡынлашығыҙ» (8)

  • Ғорурлыҡтан киҫәтеү (13—17)

    • «Әгәр Йәһүә теләһә» (15)

4  Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш-талаш нимә арҡаһында сыға? Эсегеҙҙә көрәш алып барған мин-минле* теләктәр арҡаһында түгелме ни?  Ниҙер теләйһегеҙ, әммә ала алмайһығыҙ. Бер-берегеҙҙе нәфрәт итәһегеҙ* һәм кеше нәмәһенә нәфсегеҙҙе һуҙаһығыҙ, әммә теләгәнегеҙгә өлгәшә алмайһығыҙ. Һеҙ талашаһығыҙ һәм дошманлашаһығыҙ. Алланан һорамайһығыҙ, шуға ала алмайһығыҙ.  Һораһағыҙ ҙа алмайһығыҙ, сөнки алама ниәт менән, тән теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн һорайһығыҙ.  Хыянатсылар*, донъя менән дуҫлыҡтың Алла менән дошманлыҡ икәнен белмәйһегеҙме әллә? Шуға күрә донъяға дуҫ булырға теләүсе Аллаға дошман булып китә.  Яҙмаларҙа: «Эсебеҙгә инеп урынлашҡан көнсөллөк рухы һәр ваҡыт нимәлер теләй», — тип юҡҡа ғына әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?  Әммә Алланың сикһеҙ игелеге ундай рухтан көслөрәк. Бына ни өсөн Яҙмаларҙа: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә үҙҙәрен түбән ҡуйғандарға сикһеҙ игелеген күрһәтә», — тип әйтелгән.  Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул саҡта ул һеҙҙән ҡасыр.  Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһ ҡылыусылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ! Баҙнатһыҙҙар, күңелдәрегеҙҙе сафландырығыҙ!  Көйөнөгөҙ, ҡайғырығыҙ, илағыҙ. Көлөүегеҙ — илауға, шатлығығыҙ өмөтһөҙлөккә әйләнһен. 10  Йәһүә алдында үҙегеҙҙе түбәнәйтегеҙ, шунда ул һеҙҙе юғары күтәрер. 11  Ҡәрҙәштәр, бер-берегеҙҙе яманлауҙан* туҡтағыҙ. Ҡәрҙәшен яманлаған йәки хөкөм иткән кеше ҡанунды яманлай һәм хөкөм итә. Ә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә хөкөмсө булып сығаһың. 12  Бер генә Ҡанун сығарыусы һәм Хөкөмсө бар, ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Ә һин кем һуң яҡыныңды хөкөм итергә? 13  Ә хәҙер һеҙ: «Бөгөн йә иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ, унда бер йыл буйы тороп, аҡса эшләрбеҙ», — тип әйтеүселәр, тыңлағыҙ. 14  Һеҙ бит үҙегеҙ менән иртәгә нимә булырын да белмәйһегеҙ. Һеҙ — ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа хасил булып, аҙаҡ таралған томан. 15  Һеҙгә: «Әгәр Йәһүә теләһә, иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», — тип әйтергә кәрәк ине. 16  Һеҙ иһә маһайып, самаһыҙ маҡтанаһығыҙ. Һәр шундай маҡтаныу — яуызлыҡ ул. 17  Шулай итеп, кем нисек дөрөҫ эш итергә икәнен белеп тә, шулай эшләмәй, шул гонаһ ҡыла.

Төшөрмәләр

Йәғни, эгоистик.
Һүҙмә-һүҙ «үлтерәһегеҙ».
Һүҙмә-һүҙ «уйнашсылар».
Йәки «ғәйепләүҙән; тәнҡитләүҙән».