Матфай яҙған 6:1—34

  • ТАУҘАҒЫ ВӘҒӘЗ (1—34)

    • Яһалма тәҡүәлектән киҫәтеү (1—4)

    • Нисек доға ҡылырға (5—15)

      • Өлгөлө доға (9—13)

    • Ураҙа тотоу (16—18)

    • Ерҙәге һәм күктәге байлыҡ (19—24)

    • Бүтән борсолмағыҙ (25—34)

      • Һәр ваҡыт Батшалыҡты тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйығыҙ (33)

6  Тәҡүә эштәрегеҙҙе кешеләр күрһен өсөн генә эшләүҙән һаҡланығыҙ, юғиһә күктәге Атайығыҙҙан бүләк алмаҫһығыҙ.  Шуға күрә мохтаждарға ярҙам иткәндә*, ике йөҙлө әҙәмдәр кеүек, ул хаҡта һөрәнләп йөрөмә*. Улар, кешеләр маҡтаһын тип, синагогаларҙа һәм урамдарҙа шулай эшләй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙ бүләген инде тулыһынса алды.  Һинең иһә, мохтаждарға ярҙам иткәндә, һул ҡулың уң ҡулыңдың нимә эшләгәнен белмәһен.  Шул саҡта яҡшы эштәрең йәшерен булып ҡалыр, һәм йәшерен ҡылынған бөтә эштәрҙе күреп торған* Атайың һине бүләкләр.  Шулай уҡ доға ҡылғанда ике йөҙлөләр кеүек булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, синагогаларҙа һәм төп урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙ бүләген инде тулыһынса алды.  Һин иһә доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп, ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атайыңа доға ҡыл, һәм йәшерен ҡылынған бөтә эштәрҙе күреп торған Атайың һине бүләкләр.  Доға ҡылғанда, башҡа халыҡ кешеләре һымаҡ, бер үк нәмәне ҡат-ҡат ҡабатламағыҙ. Улар, күп һүҙ әйтһәк, Хоҙай беҙҙе ишетер, тип уйлай.  Улар кеүек булмағыҙ, сөнки Атайығыҙ, һеҙ әле һорағансы уҡ, нимәгә мохтаж икәнегеҙҙе белеп тора.  Шуға күрә былай тип доға ҡылығыҙ: „Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын. 10  Һинең Батшалығың килһен. Ихтыярың, күктә үтәлгән кеүек, ерҙә лә үтәлһен. 11  Беҙгә был көнгә икмәк бир. 12  Беҙ башҡаларҙы кисергән кеүек, һин дә беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисер*. 13  Беҙгә ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит* һәм Иблистән* ҡотҡар“. 14  Әгәр үҙегеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылғандарҙы кисерһәгеҙ, күктәге Атайығыҙ ҙа һеҙҙе кисерер. 15  Ә инде уларҙы кисермәһәгеҙ, Атайығыҙ ҙа һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы кисермәҫ. 16  Ураҙа тотҡанда, ике йөҙлөләр һымаҡ, ҡараңғы сырай менән йөрөмәгеҙ. Улар, ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй*. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙ бүләген инде тулыһынса алды. 17  Һин иһә ураҙа тотҡанда башыңа май һөрт һәм битеңде йыу. 18  Шул саҡта ураҙа тотҡаныңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атайың ғына күрер, һәм йәшерен ҡылынған бөтә эштәрҙе күреп торған Атайың һине бүләкләр. 19  Башҡаса ерҙә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ашай, тут баҫа, ҡараҡтар урлай. 20  Байлыҡты күктә йыйығыҙ. Унда уны көйә лә ашамаҫ, тут та баҫмаҫ, ҡараҡтар ҙа урламаҫ. 21  Сөнки байлығың ҡайҙа булһа, күңелең дә шунда булыр. 22  Тәндең яҡтыртҡысы — күҙ. Күҙең бер нәмәгә төбәлгән булһа*, бөтә тәнең яҡты булыр. 23  Ә инде күҙең көнсөл* булһа, бөтә тәнең ҡараңғы булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ — ҡараңғылыҡ икән, ни тиклем ҡуйы һуң ул ҡараңғылыҡ! 24  Бер кем дә ике хужаның ҡоло була алмай, сөнки йә береһен нәфрәт итеп, икенсеһен яратыр, йә береһенә тоғро булып, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Һеҙ бер юлы Алланың да, байлыҡтың да ҡоло була алмайһығыҙ. 25  Шуға күрә һеҙгә әйтәм: бүтән йәшәр өсөн нимә ашарға йә нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Ғүмер — ризыҡтан, тән кейемдән ҡиммәтерәк түгелме ни? 26  Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, келәттәргә ашлыҡ та һалмай, әммә күктәге Атайығыҙ уларҙы туйындыра. Һеҙ уларҙан күпкә ҡиммәтерәк түгелме ни? 27  Һеҙҙең кемегеҙ, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә* булһа ла оҙонайта ала? 28  Кейем тураһында ла нишләп борсолаһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәненә ҡарап һабаҡ алығыҙ. Улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй, 29  әммә һеҙгә әйтәм: хатта Сөләймән батша ла, үҙенең бөтә байлығына ҡарамаҫтан, уларҙың береһе кеүек тә кейенмәгән. 30  Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үҫемлектәрҙе шулай кейендерә икән, бигерәк тә һеҙҙе кейендермәҫме ни, аҙ иманлылар? 31  Шуға күрә бер ҡасан да „нимә ашап-эсербеҙ?“ йә „нимә кейербеҙ?“ тип борсолмағыҙ. 32  Башҡа халыҡ кешеләренең төп ҡайғыһы шул бит. Күктәге Атайығыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына мохтаж икәнегеҙҙе белә. 33  Шулай итеп, һәр ваҡыт Батшалыҡты һәм Алланың тәҡүә нормаларын тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйығыҙ, һәм быларҙың барыһы һеҙгә бирелер. 34  Бер ҡасан да иртәгәһе көн тураһында борсолмағыҙ, сөнки иртәгәһе көндөң үҙ мәшәҡәттәре булыр. Һәр көндөң үҙ ауырлыҡтары етерлек.

Төшөрмәләр

Йәки «хәйер биргәндә». Һүҙлектә «Хәйер» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «борғо ҡысҡыртма».
Һүҙмә-һүҙ «йәшерен күҙәткән».
Һүҙмә-һүҙ «беҙ үҙебеҙгә бурыслы булғандарҙы кисергән кеүек, һин дә беҙҙең бурыстарҙы кисер».
Йәки «беҙҙе ҡотҡоға төшөрмә».
Һүҙмә-һүҙ «яуыздан».
Йәки «өҫ-башын ҡарамай».
Йәки «асыҡ күрһә». Һүҙмә-һүҙ «ябай булһа».
Һүҙмә-һүҙ «насар; яуыз».
Һүҙмә-һүҙ «терһәккә».