Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Инеш һүҙ

Изге Яҙма — Алланың беҙҙең барыбыҙға ла яҙған хаты. Был китаптың Авторы менән танышыр өсөн, беҙгә уны өйрәнергә кәрәк (Яхъя 17:3; 2 Тимофейға 3:16). Изге Яҙманың биттәрендә Йәһүә Алла кешеләргә һәм Ер планетаһына ҡарата үҙенең ниәтен аса (Башланмыш 3:15; Асылыш 21:3, 4).

Изге Яҙма китабы беҙҙе Йәһүәгә хас сифаттар — яратыу һәм мәрхәмәт күрһәтергә, кеше хәленә инә белергә өйрәтә. Ул, өмөт биреп, хатта иң ауыр ваҡыттарҙы кисереп сығырға ярҙам итә. Унда шулай уҡ был донъяла Алла ихтыярына ҡаршы килгән нәмәләр асыҡлана. Бүтән бер ниндәй китап та кешеләрҙең тормошона шундай ҙур йоғонто яһамай (Зәбур 119:105; Еврейҙарға 4:12; 1 Яхъя 2:15—17).

Изге Яҙма китабының төп нөсхәһе боронғо еврей, арамей һәм боронғо грек телдәрендә яҙылған булған. Хәҙер ул тулыһынса йә өлөшсә 3000-дән ашыу телгә тәржемә ителгән — был йәһәттән уға тиң китап юҡ. Изге Яҙма — тарихта иң ныҡ таралған китап. Шулай булырға тейеш тә, сөнки Изге Яҙма пәйғәмбәрлектәренең береһендә былай тиелгән: «Бар халыҡтар ҙа ишетһен өсөн, Батшалыҡ хаҡындағы был һөйөнөслө хәбәр [Изге Яҙманың төп хәбәре] бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер, шунан һуң был замандың ахыры килер» (Матфай 24:14).

Беҙ Изге Яҙма хәбәренең мөһимлеген аңлайбыҙ, шуға күрә теүәл мәғәнәле, аңлайышлы һәм уҡыу өсөн еңел тәржемә яһарға маҡсат ҡуйҙыҡ.

Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре һәм уны яратҡан бар кешеләр Алла Һүҙенең теүәл һәм аңлайышлы тәржемәһе булыуын бик теләй (1 Тимофейға 2:4). Хәҙер «Яңы донъя» тәржемәһе башҡорт телендә лә бар, һәм беҙ уны тағы күп телдәрҙә сығарыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡәҙерле уҡыусылар, Изге Яҙманың был баҫмаһы һеҙгә Алланы тырышып эҙләргә һәм табырға ярҙам итһен, тип доға ҡылабыҙ (Ғәмәлдәр 17:27).

«Яңы донъя» тәржемәһе комитеты