Матфай яҙған 14:1—36

  • Сумдырыусы Яхъяның башын сабалар (1—12)

  • Ғайса 5 000 кешене ашата (13—21)

  • Ғайса һыу өҫтөнән бара (22—33)

  • Ғайса Гинисаритта кешеләрҙе һауыҡтыра (34—36)

14  Шул ваҡытта Ғәлиләйә идарасыһы* Һируд* Ғайса тураһында хәбәрҙәр ишетеп,  хеҙмәтселәренә былай тине: «Был үленән терелеп торған Сумдырыусы Яхъя, шуға күрә шундай мөғжизәләр эшләй ала».  Быға тиклем Һируд Яхъяны ҡулға алырға ҡушҡайны, ағаһы Филиптың ҡатыны Һирүдиә арҡаһында ул Яхъяны бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны.  Сөнки Яхъя Һирудҡа: «Ҡанун буйынса, ул һинең ҡатының була алмай», — тигәйне.  Һируд, уны үлтерергә теләһә лә, халыҡтан ҡурҡты, сөнки кешеләр уны пәйғәмбәр тип һанай ине.  Һирудтың тыуған көнөн байрам иткәндә, Һирүдиәнең ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны,  хатта ул уға, нимә генә һораһа ла, барыһын да бирергә ант итте.  Шунда ҡыҙ, әсәһе өйрәткәнсә: «Миңә табаҡҡа һалып Сумдырыусы Яхъяның башын килтереп бир», — тине.  Батшаның күңеле төштө, ләкин ҡунаҡтар алдында ант иткәнгә, ул ҡыҙҙың теләген үтәргә ҡушты. 10  Ул, Яхъяның башын сабырға тип, төрмәгә кешеләр ебәрҙе. 11  Яхъяның башын табаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙеләр, ә ул әсәһенә алып барып бирҙе. 12  Һуңғараҡ Яхъяның шәкерттәре килеп, уның кәүҙәһен алып китте. Улар уны ерләне, шунан һуң барып, бөтәһен дә Ғайсаға һөйләп бирҙе. 13  Был хаҡта ишеткәс, Ғайса, яңғыҙы ғына ҡалыр өсөн, кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Әммә төрлө ҡалаларҙағы кешеләр, быны белеп ҡалғас, йәйәүләп шул яҡҡа йүнәлде. 14  Кәмәнән сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Ул уларҙы йәлләне һәм ауырығандарын һауыҡтырҙы. 15  Кис еткәс, шәкерттәре Ғайса янына килеп, былай тине: «Был ерҙә кеше лә йөрөмәй, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар». 16  Ләкин Ғайса: «Кешеләргә бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, уларға ризыҡты һеҙ бирегеҙ», — тип яуапланы. 17  Улар: «Беҙҙең бында биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ», — тинеләр. 18  «Уларҙы бында алып килегеҙ әле», — тине Ғайса. 19  Шунан ул кешеләргә үләнгә ултырырға ҡушты, биш икмәк һәм ике балыҡты алды ла, күккә ҡарап, доға ҡылды*. Шунан һуң ул икмәкте бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә шәкерттәре халыҡҡа таратты. 20  Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алғас, 12 кәрзин тулды. 21  Ашаусыларҙың һаны, ҡатындар менән балаларҙы иҫәпләмәгәндә, 5 000 тирәһе ир кеше ине. 22  Бынан һуң Ғайса шунда уҡ шәкерттәренә кәмәгә ултырып, икенсе ярға сығырға ҡушты, ә үҙе халыҡты оҙатып ҡалды. 23  Халыҡты оҙатып ебәргәс, Ғайса доға ҡылыр өсөн тауға менде. Ҡараңғы төшкәндә, ул унда бер үҙе ине. 24  Ә кәмә ярҙан шаҡтай алыҫ* киткәйне инде. Ҡаршы ел иҫкәнгә, тулҡындар кәмәне ҡағып-һуғып йөрөтә ине. 25  Таң атыр алдынан* Ғайса диңгеҙ өҫтөнән атлап, шәкерттәренә табан китте. 26  Уның һыу өҫтөнән килә ятҡанын күреп, шәкерттәрҙең ҡото алынды. Улар: «Был күҙебеҙгә күренә», — тиеп, ҡурҡыштан ҡысҡырып ебәрҙе. 27  Әммә Ғайса: «Ҡурҡмағыҙ, был мин», — тине. 28  Шул саҡ Петер: «Хужам, әгәр был һин икән, миңә һыу өҫтөнән атлап, үҙеңдең яныңа килергә ҡуш», — тип әйтте. 29  «Кил», — тине Ғайса. Петер кәмәнән сыҡты ла һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы. 30  Ләкин дауылға ҡарап, уның ҡото осто, һәм бата башлағас: «Хужам, ҡотҡар мине!», — тип ҡысҡырып ебәрҙе. 31  Ғайса шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны тотоп алды ла: «Иманың ҡайҙа һинең*? Нишләп шикләнә башланың?» — тине. 32  Улар кәмәгә ултырғас, дауыл тынды. 33  Шул саҡ кәмәләгеләр йөҙ түбән ҡапланып: «Һин ысынлап та Алла Улы», — тип әйтте. 34  Икенсе ярға барып еткәс, улар Гинисарит ерендә туҡталды. 35  Унда йәшәгән халыҡ, Ғайсаны танып, бөтә тирә-яҡҡа уның тураһында хәбәр таратты, һәм уға бөтә ауырыуҙарҙы алып килделәр. 36  Улар Ғайсанан кейеменең суҡтарына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенә ине. Ҡағылғандарҙың барыһы ла тулыһынса һауыға ине.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «тетрарх».
Йәғни Һируд Антипа. Һүҙлектә «Һируд» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «фатихаланы».
Һүҙмә-һүҙ «күп ста́дий». Бер ста́дий — 185 м.
Һүҙмә-һүҙ «төндөң дүртенсе һағында», йәғни яҡынса төнгө 3-тән иртәнге 6-ға тиклем.
Йәки «Ни өсөн иманың әҙ?».