Матфай яҙған 7:1—29

  • ТАУҘАҒЫ ВӘҒӘЗ (1—27)

    • Бүтән хөкөм итмәгеҙ (1—6)

    • Һорағыҙ, эҙләгеҙ, туҡылдатығыҙ (7—11)

    • Алтын ҡағиҙә (12)

    • Тар ҡапҡа (13, 14)

    • Уларҙы емештәренә ҡарап танырһығыҙ (15—23)

    • Ҡая өҫтөнә һәм ҡом өҫтөнә төҙөлгән йорт (24—27)

  • Кешеләр Ғайсаның өйрәтеүенә таң ҡала (28, 29)

7  Бүтән хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ,  сөнки һеҙ нисек хөкөм итһәгеҙ, Алла ла һеҙҙе шулай хөкөм итер. Башҡалар менән нисек мөғәмәлә итһәгеҙ, улар ҙа һеҙҙең менән шулай мөғәмәлә итер*.  Ни өсөн һин ҡәрҙәшеңдең күҙендәге һалам бөртөгөнә ҡарайһың, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне һиҙмәйһең?  Йә нисек һин, үҙеңдең күҙеңдә бүрәнә була тороп, ҡәрҙәшеңә: „Күҙеңдәге һалам бөртөгөн алайым әле“, — тип әйтә алаһың?  Ике йөҙлө әҙәм! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, шунан ҡәрҙәшеңдең күҙенән һалам бөртөгөн нисек алырға икәнен күрерһең.  Изге нәмәләрҙе эттәргә бирмәгеҙ һәм ынйыларҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Юғиһә улар ынйыларҙы тапап бөтөрөр, ә шунан боролоп, үҙегеҙҙе ботарлап ташлар.  Һорағыҙ — һеҙгә бирерҙәр, эҙләгеҙ — табырһығыҙ, туҡылдатығыҙ — һеҙгә асырҙар,  сөнки һораған кеше ала, эҙләгән таба, һәм туҡылдатҡанға асалар.  Һеҙҙең кемегеҙ, балаһы икмәк һораһа, уға таш тотторор? 10  Йә балыҡ һораһа, йылан бирер? 11  Шулай булғас, һеҙ гонаһлы кешеләр булып та, балаларығыҙға яҡшы бүләктәр бирә беләһегеҙ икән, бигерәк тә күктәге Атайығыҙ үҙенән һораусыларға яҡшы нәмәләр бирәсәк! 12  Кешеләрҙең үҙегеҙгә нимә эшләүҙәрен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул. 13  Тар ҡапҡанан инегеҙ, сөнки киң ҡапҡа һәм иркен юл һәләкәткә алып бара, һәм күптәр шул ҡапҡанан инә. 14  Ә тар ҡапҡа һәм ҡыҫынҡы юл тормошҡа алып бара, һәм уны аҙҙар ғына таба. 15  Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙгә һарыҡ тиреһе ябынып килә, әммә ысынында улар — йыртҡыс бүреләр. 16  Уларҙы емештәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм йә инжир йыялармы ни? 17  Яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә серек ағас насар емеш бирә. 18  Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай, ә серек ағас яҡшы емеш бирә алмай. 19  Яҡшы емеш бирмәгән ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар. 20  Шулай итеп, ул кешеләрҙе емештәренә ҡарап танырһығыҙ. 21  Күктәге Батшалыҡҡа миңә: „Хужам! Хужам!“ — тип өндәшкән һәр кем түгел, ә Атайымдың ихтыярын үтәгәндәр генә инәсәк. 22  Күптәр миңә ул көндө былай тиер: „Хужам! Хужам! Беҙ һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән күп мөғжизәләр ҡылманыҡмы ни?“ 23  Шунда мин уларға: „Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем. Китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!“ — тиермен. 24  Шулай итеп, был һүҙҙәрҙе ишетеп, уларҙы үтәүсе йортон ҡая өҫтөнә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшаш. 25  Ямғыр яуып, һыу баҫҡас һәм елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылғас, ул емерелмәгән, сөнки ҡая өҫтөнә һалынған булған. 26  Ә был һүҙҙәрҙе ишетеп, уларҙы үтәмәүсе йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшаш. 27  Ямғыр яуып, һыу баҫҡас һәм елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылғас, ул ауған һәм тулыһынса емерелгән». 28  Ғайса һөйләп бөткәс, кешеләр уның өйрәтеүенә таң ҡалды, 29  сөнки ул уларҙы ҡанун белгестәре кеүек түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.

Төшөрмәләр

Йәки «ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирерҙәр».