Матфай яҙған 9:1—38

  • Ғайса паралич һуҡҡан бер кешене һауыҡтыра (1—8)

  • Ғайса Матфайҙы саҡыра (9—13)

  • Ураҙа тотоу тураһында һорау (14—17)

  • Яһирҙың ҡыҙы; бер ҡатын Ғайсаның кейеменә ҡағыла (18—26)

  • Ғайса һуҡырҙарҙы һәм телһеҙ кешене һауыҡтыра (27—34)

  • «Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ» (35—38)

9  Ғайса, кәмәгә ултырып, икенсе ярға сыҡты ла үҙ ҡалаһына* килде.  Унда кешеләр паралич һуҡҡан бер кешене, ятҡан түшәге менән күтәреп, Ғайса янына килтерҙеләр. Уларҙың имандарын күреп, Ғайса уға: «Ҡурҡма, улым, һинең гонаһтарың кисерелде», — тине.  Ә ҡайһы бер ҡанун белгестәре эстән генә, был кеше Аллаға ҡаршы һөйләй, тип уйланы.  Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп: «Нишләп уйҙарығыҙ шундай яуыз? — тине. —  Нимә тип әйтеү еңелерәк: һинең гонаһтарың кисерелде типме, әллә тор ҙа йөрө типме?  Ләкин һеҙ Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы барлығын белһен өсөн...» Шунда ул паралич һуҡҡан кешегә: «Тор ҙа түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт», — тине.  Теге кеше тороп, ҡайтып китте.  Быны күргәндәрҙең барыһын да ҡурҡыу солғап алды, һәм улар кешеләргә шундай хакимлыҡ биргән Алланы данлай башланы.  Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу контораһында ултырған Матфай исемле кешене күрҙе лә уға: «Артымдан эйәр», — тине. Матфай торҙо ла уның артынан китте. 10  Һуңғараҡ Ғайса шәкерттәре менән Матфайҙың өйөндә табын артында ултырғанда*, күп һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусылар килеп, улар менән бергә ашарға ултырҙы. 11  Ләкин фарисейҙар быны күреп, уның шәкерттәренән: «Ни өсөн һеҙҙең остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм гонаһ ҡылыусылар менән бергә ашап ултыра?» — тип һораны. 12  Уларҙың һүҙҙәрен ишеткәс, Ғайса былай тине: «Табип һау кешеләргә түгел, ауырыуҙарға кәрәк. 13  Шуға күрә барығыҙ, „миңә ҡорбандар түгел, ә мәрхәмәт кәрәк“ тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөгөҙ. Сөнки мин тәҡүәләрҙе түгел, гонаһ ҡылыусыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем». 14  Шунан уға Яхъяның шәкерттәре килеп: «Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙа тотабыҙ, ә һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай?» — тип һораны. 15  Ғайса уларға былай яуапланы: «Кейәүҙең дуҫтары кейәү үҙҙәре менән булғанда ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәүҙе уларҙан алырҙар. Бына шул саҡта улар ураҙа тотор. 16  Бер кем дә иҫке кейемде яңы туҡыма менән ямамай. Юғиһә ямаулыҡ ултырып, кейемде йыртыр ҙа, тишек тағы ла ҙурайыр. 17  Шулай уҡ яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә турһыҡ йыртылып китер ҙә, шарап та ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Әммә яңы шарапты яңы турһыҡҡа һалалар, һәм улар икеһе лә һаҡланып ҡала». 18  Ғайса быны һөйләп торғанда, янына башлыҡтарҙың береһе килеп тубыҡланды ла былай тине: «Минең ҡыҙым инде үлгәндер, әммә килеп, өҫтөнә ҡулыңды ҡуйһаң, ул терелер ине». 19  Шунда Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә уның артынан китте. 20  Улар китеп барғанда, 12 йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын, арттан килеп, Ғайсаның кейеменең суҡтарына ҡағылды. 21  Сөнки эстән, уның кейеменә генә ҡағылһам да, һауығырмын, тип уйланы. 22  Ғайса боролоп ҡараны ла, уны күргәс: «Ҡурҡма, һеңлем*! Иманың һине һауыҡтырҙы», — тине. Ҡатын шунда уҡ төҙәлде. 23  Башлыҡтың өйөнә килеп, унда ҡайғылы көйҙәр уйнаған флейтасыларҙы һәм ҡысҡырып илаған күп кешеләрҙе күргәс, 24  Ғайса: «Сығығыҙ, сөнки ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай», — тине. Быны ишеткәс, улар унан көлә башланы. 25  Кешеләрҙе сығарып ебәрҙеләр. Шунан Ғайса бүлмәгә инеп, ҡыҙыҡайҙы ҡулынан тотто, һәм ҡыҙ торҙо. 26  Был хаҡта хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. 27  Ғайса унан киткәс, уға ике һуҡыр кеше эйәрҙе. Улар: «Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булсы!» — тип ҡысҡырып барҙы. 28  Ғайса бер йортҡа ингәс, һуҡыр кешеләр уның янына килде. Ул уларҙан: «Һеҙҙе һауыҡтыра алыуыма ышанаһығыҙмы?» — тип һораны. «Эйе, Хужабыҙ», — тине улар. 29  Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла: «Иманығыҙға ҡарап бирелһен», — тип әйтте. 30  Шунда улар күрә башланы. Ғайса уларҙы: «Ҡарағыҙ уны, был хаҡта бер кем дә белмәһен», — тип ҡаты киҫәтте. 31  Әммә улар, сыҡҡас, уның тураһында бөтә тирә-яҡта һөйләй башланы. 32  Улар сығып китеп барғанда, Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ бер кешене килтерҙеләр. 33  Ғайса енде ҡыуып сығарғас, телһеҙ кеше һөйләшә башланы. Халыҡ таң ҡалып: «Исраилда бер ҡасан да бындай хәл булғаны юҡ ине әле», — тине. 34  Ә фарисейҙар: «Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара», — тип әйтә ине. 35  Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, синагогаларҙа өйрәтте, Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне һәм кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырҙы. 36  Күп халыҡты күргәндә, Ғайса уларҙы йәлләй ине, сөнки улар көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле яраланған һәм таралған ине. 37  Ул шәкерттәренә: «Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ, — тине.— 38  Шуға күрә ашлыҡ Хужаһынан, ураҡҡа күберәк эшселәр ебәрсе, тип һорағыҙ».

Төшөрмәләр

Йәғни Капирнаумға. Ғәлиләйәлә хеҙмәт иткәндә Ғайса йыш ҡына шунда туҡталған.
Йәки «ятҡанда». Ул ваҡытта, ғәҙәттә, ҡырын ятып ашағандар.
Һүҙмә-һүҙ «ҡыҙым».