Төп мәғлүмәткә күсеү

Порнографияға әүәҫләнеп китһәм, миңә нимә эшләргә?

Порнографияға әүәҫләнеп китһәм, миңә нимә эшләргә?

Нимә эшләп була?

 Порнографияның нимә икәнен аңла. Порнография Алла саф һәм ихтирамға лайыҡ итеп барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙе нәжесләй. Быларҙы аңлау һиңә «яманлыҡты нәфрәт ит[ергә]» ярҙам итер (Зәбур 97:10).

 Эҙемтәләр хаҡында уйла. Порнография унда күрһәтелгән кешеләрҙе түбәнһетә, ә уны ҡараған кешеләрҙе әхлаҡи яҡтан тарҡата, боҙа. Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә», — тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).

 Үҙеңә һүҙ бир. Алланың тоғро хеҙмәтсеһе Әйүп былай тигән: «Мин күҙем менән килешеү төҙөнөм. Нисек инде мин ғиффәтле ҡыҙға күҙ һалайым, ти?» (Әйүп 31:1). Ә һин ниндәй «килешеүҙәр» төҙөй алаһың? Бына бер нисә миҫал:

  •  Бер үҙем генә булғанда, интернетҡа сыҡмаясаҡмын.

  •  Көтмәгәндә эротик йөкмәткеле сайт асылып китһә, ул сайтты уйлап та тормаҫтан ябып ҡуясаҡмын.

  •  Һүҙемдә тормай яңынан порнография ҡараһам, етлеккән дуҫым менән һөйләшәсәкмен.

Порнографияның шундай үҙенсәлеге бар: уны ни хәтлем күберәк ҡараһаң, унан ҡотолоуы шул хәтлем ауырыраҡ

 Проблемаң хаҡында доға ҡыл. Мәҙхиә йырлаусы Йәһүә Аллаға: «Күҙҙәремде боҙоҡ нәмәнән ситкә бор», — тип ялбарған (Зәбур 119:37). Алла һинең еңеүеңде теләй. Әгәр уға доға ҡылһаң, ул һиңә дөрөҫ эш итергә көс бирәсәк! (Филиптарға 4:13)

 Берәйһе менән һөйләш. Проблемаң хаҡында үҙең ышанған кешегә һөйләү был ғәҙәтте еңеүҙә бик мөһим аҙым булып тора (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

 Хәтереңдә тот: порнография ҡарау теләгенә бирешмәгән һәр осраҡта һин ҙур ғына еңеү яулайһың. Был еңеүең хаҡында Йәһүә Аллаға һөйлә һәм көс биргәне өсөн уға рәхмәт әйт. Порнографиянан ҡасып, һин уның йөрәген һөйөндөрәһең! (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11)