Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

52-СЕ ДӘРЕС

Йәһүәнең утлы ғәскәре

Йәһүәнең утлы ғәскәре

Сү́риә батшаһы Бинһада́т күп тапҡырҙар Изра́иль батшалығына һөжүм итергә маташҡан. Әммә Елисе́й пәйғәмбәр был хаҡта Изра́иль батшаһын һәр саҡ иҫкәртеп торғанға, ул һәр саҡ ҡотолоп ҡала килгән. Быны аңлап, Бинһада́т Елисейҙы́ ҡулға эләктерергә була. Елисейҙы́ң Дота́н ҡалаһында булыуын ишетеп, Сү́риә батшаһы үҙ ғәскәрен шунда ебәрә.

Төндә сү́риәлеләр Дота́н ҡалаһы янына килә. Елисейҙы́ң хеҙмәтсеһе иртән тороп ҡараһа, ҡаланы ҙур ғәскәр уратып алған. Ул, ҡото осоп: «Елисе́й, нишләргә?» — тип ҡысҡырып ебәрә. Елисе́й уға: «Ҡурҡма, сөнки беҙҙең менән булғандар улар менән булғандарҙан күберәк», — ти. Шул саҡ Йәһүә хеҙмәтсегә ҡаланы уратып алған тауҙарҙы утлы аттар һәм хәрби арбалар ҡаплап алғанын күрергә ярҙам итә.

Сү́риә һуғышсылары Елисейға́ яҡынлаша башлағас, ул: «Йәһүә, зинһар, уларҙың күҙен һуҡырайт», — тип Аллаға ялбара. Ҡапыл ғына һуғышсылар, күҙҙәре күрһә лә, бер ни ҙә аңламаҫ була. Елисе́й уларға: «Һеҙ бит аҙашҡанһығыҙ, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе һеҙ эҙләгән кеше янына алып барам», — ти. Улар Самарияға́ тиклем Елисейға́ эйәреп бара һәм, ахырҙа, Изра́иль батшаһы янына килеп етә.

Сү́риәлеләр үҙҙәренең ҡайҙа булыуын Самарияға́ килеп еткәс кенә аңлап ҡала. Изра́иль батшаһы Елисейҙа́н: «Быларҙы нимә эшләтәйем? Үлтерәйемме?» — тип һорай. Елисе́й, шул кешеләрҙән үс алыр өсөн, был мөмкинлектән файҙаланырмы? Юҡ. Ул батшаға: «Үлтермә уларҙы. Ашат та, ҡайтарып ебәр. Шулай һәйбәтерәк булыр», — ти. Батша шулай итә лә. Ул Сү́риә һуғышсылары өсөн ҙур мәжлес ойоштора, шунан уларҙы ҡайтарып ебәрә.

«Беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә» (1 Яхъя 5:14)