Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ДӘРЕС

Асыуланыу үлтереүгә килтерә

Асыуланыу үлтереүгә килтерә

Эде́н баҡсаһынан ҡыуылғандан һуң Әҙәм менән Һауаның күп балалары тыуа. Беренсе улдары Ҡаби́л — ер эшкәртеүсе, ә икенсеһе, Һаби́л, көтөүсе була.

Бер көндө Ҡаби́л да, Һаби́л да Йәһүәгә ҡорбан килтерә. Беләһеңме, нимә ул ҡорбан? Ул Аллаға бирелә торған үҙенә күрә бер бүләк. Йәһүәгә Һабилды́ң бүләге оҡшай, ә Ҡабилдыҡы́ оҡшамай. Быға Ҡаби́л бик ныҡ асыулана. Йәһүә, асыуыңды баҫмаһаң, яуызлыҡ эшләүең бар, тип Ҡабилды́ киҫәтә. Әммә ул тыңламай.

Бер заман Ҡаби́л Һабилға́: «Әйҙә, яланға сығайыҡ», — ти. Улар яланда үҙҙәре генә булғанда, Ҡаби́л энеһенә ташлана ла, уны үлтерә. Йәһүә быға нисек ҡарай? Йәһүә Ҡабилға́ яза бирә: уны ғаиләһенән айырып, йыраҡта йәшәргә ҡыуып ебәрә һәм ҡайтырға рөхсәт итмәй.

Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Берәй хәл беҙҙеңсә булмаһа, был асыуҙы килтерергә мөмкин. Асыулана башлауыбыҙҙы һиҙһәк йә башҡалар, быны һиҙеп, беҙҙе киҫәтһә, мөмкин тиклем тиҙерәк тынысланырға кәрәк. Юғиһә, ярһыған саҡта берәй насарлыҡ ҡылыуыбыҙ бар.

Һаби́л Йәһүәне яратҡан, уны тыңлаған, шуға күрә Йәһүә уны онотмаясаҡ. Ер Ожмахҡа әйләнгәс, ул Һабилды́ терелтәсәк.

«Тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир» (Матфей 5:24)