Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-се бүлеккә инеш һүҙ

2-се бүлеккә инеш һүҙ

Ни өсөн Йәһүә, Туфан булдырып, боронғо донъяны юҡ иткән? Кешелек тарихының башында уҡ яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһында һуғыш башланған. Ҡайһы бер кешеләр, мәҫәлән, Әҙәм менән Һауа һәм улдары Ҡаби́л, яуызлыҡ яғына баҫҡан. Әммә яҡшылыҡ яғына баҫҡан кешеләр ҙә булған, мәҫәлән, Һаби́л һәм Нух. Күпселек кеше үҙен бик насар тотҡан, шуға күрә Йәһүә ул яуыз донъяны юҡ итергә булған. Был өлөштән беҙ Йәһүә барыһын да күрә икәнен белербеҙ. Алла беҙҙең кем яғында тороуыбыҙҙы күрә һәм яҡшылыҡтың еңелеүенә бер ҡасан да юл ҡуймаҫ.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

3-СӨ ДӘРЕС

Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған

Ни өсөн Эден баҡсаһындағы бер ағас башҡаларҙан айырылып торған? Ни өсөн Һауа уның емешен ашаған?

4-СЕ ДӘРЕС

Асыуланыу үлтереүгә килтерә

Алла Һабилдың ҡорбанын ҡабул иткән, ә Ҡабилдың — ҡабул итмәгән. Бының арҡаһында Ҡабил асыуланып, ҡот осҡос нәмә эшләгән.

5-СЕ ДӘРЕС

Нух кәмәһе

Яуыз фәрештәләрҙең менән ҡатындарҙың бәһлеүәндәр тыуған. Ер енәйәтселек менән тулған. Әммә Нух уларҙан айырылып торған. Ул Алланы яратҡан һәм уға бойһонған.

6-СЫ ДӘРЕС

Туфанда һигеҙ кеше иҫән ҡала

Ямғыр 40 көн һәм 40 төн яуҙы. Нух һәм уның ғаиләһе карапта бер йылдан ашыу булғандар. Ниһәйәт, Алла уларға сығырға ҡушты.