Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ БҮЛЕК

Алла Батшалығы нимә ул?

Алла Батшалығы нимә ул?

ҒАЙСА шәкерттәренә өйрәткән доғаны беләһеңме? ~ Белмәһәң, беҙ уны бергә Изге Яҙманан уҡый алабыҙ. Әйҙә, Матфей 6:13—19-ҙы асайыҡ. Был доғала, «Һинең Батшалығың килһен», тигән һүҙҙәр бар. Ә һин беләһеңме, нимә ул Алла Батшалығы? ~

Батша ил менән йә дәүләт менән идара итә. Уның хөкүмәте батшалыҡ тип атала. Ҡайһы бер илдәрҙә хөкүмәт башлығын президент тип атайҙар. Ә Алла хөкүмәтенең башлығы нисек атала? ~ Батша. Сөнки Алла хөкүмәте Батшалыҡ тип йөрөтөлә.

Беләһеңме, кемде Алла үҙенең хөкүмәтенең Батшаһы итеп һайлаған? ~ Үҙенең Улын, Ғайса Мәсихте. Ни өсөн Ғайса кешеләр һайлай алған батшаларҙың барыһынан да яҡшыраҡ? ~ Сөнки Ғайса Атаһын ысынлап та ярата. Ул һәр саҡ тик Йәһүә хуплағанды ғына эшләй.

Ғайса Вифлеемда тыуғанға тиклем күп йылдар элек Изге Яҙмала уның тыуасағы һәм Алла һайлап алған Идарасы буласағы хаҡында пәйғәмбәрлек ителгән булған. Әйҙә, был турала Ишағыя 9:6, 7-лә уҡыйыҡ. Унда: «Беҙҙең сабый тыуҙы, беҙгә улан бирелде. Уның елкәһендә хакимлыҡ булыр. Уны... Тыныслыҡ мирзаһы тип атарҙар. Уның мирзалыҡ идараһы киң тараласаҡ, һәм... уның батшалығында тыныслыҡ мәңге буласаҡ», — тиелә.

Беләһеңме, ни өсөн ошо шиғырҙа Алла Батшалығының идарасыһы «мирза» тип атала? ~ Сөнки мирза — ул батша улы. Ә Ғайса — Бөйөк Батшаның, Йәһүәнең Улы. Бынан тыш, Алла Ғайсаны үҙенең Батшалығында Батша итеп ҡуйған. Был Батшалыҡ ер менән мең йыл дауамында идара итәсәк (Асылыш 20:6). Һыуға сумдырылғандан һуң, Ғайса: «Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты», — тип вәғәзләй башлаған (Матфей 4:17).

Һин нисек уйлайһың, ни өсөн Ғайса, Алла Батшалығы яҡынлашты, тигән? ~ Сөнки киләсәктә күктән идара итәсәк Батша ул ваҡытта кешеләр янында булған! Шуға күрә лә Ғайса: «Алла Батшалығы — һеҙҙең арағыҙҙа», — тип әйткән (Лука 17:21). Һин Ғайсаның беҙҙең яныбыҙҙа булыуын теләр инеңме? ~

Әйтсе, Ғайса ерҙә саҡта ниндәй мөһим эш башҡарырға тейеш булған? ~ Ғайса: «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит», — тип әйткән (Лука 4:43). Ғайса был эште бер үҙе генә башҡара алмаясағын аңлаған. Шуға күрә ул нимә эшләгән? ~

Ғайса ерҙә ниндәй эш башҡарырға тейеш булған?

Ғайса үҙе менән башҡаларҙы ла алған һәм уларға нисек вәғәзләргә кәрәклеген күрһәткән. Башта ул 12 илсеһен өйрәткән (Матфей 10:5, 7). Әммә Ғайса тик илселәрен генә вәғәзләргә өйрәткәнме? Юҡ. Изге Яҙмала, Ғайса быға башҡа кешеләрҙе лә өйрәткән, тип әйтелә. Ваҡыт үтеү менән ул тағы 70 шәкертен икешәрләп вәғәзгә ебәргән. Улар кешеләргә нимә һөйләгән? ~ Ғайса уларға: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», — тип һөйләп йөрөргә ҡушҡан (Лука 10:9). Һөҙөмтәлә кешеләр Алла Батшалығы тураһында белгән.

Боронғо Израилдәге ғәҙәт буйынса яңы батшалар ҡалаға бөтә халыҡ алдында ишәккә атланып ингән. Ғайса ла Иерусалимға һуңғы тапҡыр килгәндә шулай эшләгән, сөнки ул Алла Батшалығының буласаҡ Батшаһы. Ә кешеләр уны үҙҙәренең Батшаһы итеп күрергә теләгәнме һуң? ~

Ғайса ишәккә атланып ҡалаға ингәндә, кешеләр уның юлына өҫ кейемдәрен йәйә. Ә ҡайһы берәүҙәр ағас ботаҡтары киҫеп алып уның алдына һала. Шулай итеп улар Ғайсаны үҙҙәренең Батшаһы итеп күрергә теләгәнен белдерә. Улар: «Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын!» — тип ҡысҡыра. Әммә барыһы ла шат тип әйтеп булмай. Дин етәкселәре хатта Ғайсаға: «Шәкерттәреңде тый!» — тиҙәр (Лука 19:28—40).

Ни өсөн кешеләр Ғайсаны үҙҙәренең батшаһы итеп күрергә бүтән теләмәгән?

Биш көндән һуң Ғайсаны, ҡулға алып, Понтий Пилат исемле идарасының һарайына килтерәләр. Дошмандары Ғайсаны, ул үҙен батша тип атай һәм Рим хөкүмәтенә ҡаршы сыға, тип ғәйепләй. Пилат был дөрөҫмө, юҡмы икәнен белергә теләй. Ғайса, үҙенең батша булырға тырышмағаны хаҡында әйтә. Ул Пилатҡа: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — ти (Яхъя 18:36).

Шунан Пилат халыҡ алдына сыға ла: «Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем», — тип әйтә. Әммә хәҙер инде халыҡ Ғайсаның азат ителеүен дә, уның батша булыуын да теләмәй (Яхъя 18:37—40). Пилат Ғайса менән тағы бер тапҡыр һөйләшеп ҡарай һәм уның ысынлап та бер насарлыҡ та эшләмәгәненә ышана. Ахыр сиктә Пилат Ғайсаны халыҡ алдына баҫтыра ла: «Бына һеҙҙең Батшағыҙ!» — ти. Ләкин кешеләр: «Үлтер уны! Үлтер! Уны бағанаға ҡаҙаҡла!» — тип ҡысҡыра.

Пилат: «Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлайыммы?» — тип һорай. Баш руханиҙар: «Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ!» — тип яуаплай. Уйлап ҡына ҡара! Яуыз баш руханиҙар халыҡты Ғайсаға ҡаршы ҡоторта алған! (Яхъя 19:1—16)

Бөгөнгө көндә лә хәл үҙгәрмәгән. Күп кеше Ғайсаның Батша булыуын теләмәй. Улар, Аллаға ышанабыҙ, тип әйтһә лә, Алла йә Ғайса ҡушҡанды эшләмәй. Улар ерҙә үҙҙәренең хөкүмәте булыуын теләй.

Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Алланың Батшалығы һәм ул килтерәсәк матур фатихалар тураһында белгәс, беҙ нимә хис итәбеҙ? ~ Беҙ уға ҡарата яратыу тоябыҙ, шулай бит? ~ Әммә Алланы яратыуыбыҙҙы һәм уның Батшалығының идараһы аҫтында йәшәргә теләүебеҙҙе нисек күрһәтергә? ~

Беҙ башҡаларға Алла Батшалығы хаҡында ҡайҙа һөйләй алабыҙ?

Беҙгә Ғайсанан үрнәк алырға кәрәк. Ғайса Йәһүәне ярата икәнен нисек күрһәткән? ~ «Мин һәр ваҡыт Йәһүә хуплағанды эшләйем», — тигән ул (Яхъя 8:29). Эйе, Ғайса ергә Алланың ихтыярын үтәү һәм «Уның эшен теүәлләү» өсөн килгән (Еврейҙарға 10:7; Яхъя 4:34). Әйҙә, Ғайсаның вәғәзләү эшен башлар алдынан нимә эшләгәнен ҡарап сығайыҡ.

Ғайса Сумдырыусы Яхъя янына Иордан йылғаһына килә. Улар һыуға инә, һәм Яхъя Ғайсаны һыуға тулыһынса сумдырып ала. Беләһеңме, ни өсөн Яхъя Ғайсаны сумдырған? ~

Беҙ башҡаларға Алла Батшалығы хаҡында ҡайҙа һөйләй алабыҙ?

Был турала Ғайса Яхъянан үҙе үтенгән. Ә Ғайсаның сумдырылыуын Алла теләгәнме? Был турала беҙ ҡайҙан белә алабыҙ? ~ Ғайса һыуҙан сыҡҡас, күктән Алланың тауышы яңғыраған: «Һин минең ҡәҙерле Улым. Мин һине хуплайым». Алла хатта уға үҙенең изге рухын биргән, һәм рух уға күгәрсен рәүешендә төшкән. Һыуға сумдырылып, Ғайса Йәһүә Аллаға ғүмере буйы — мәңге — хеҙмәт итергә теләгәнен күрһәткән (Марк 1:9—11).

Һинең әле барыһы ла алда. Үҫә төшкәс, һин ни эшләрһең? ~ Ғайса һымаҡ, һыуға сумдырылырға теләрһеңме? ~ Һиңә унан өлгө алырға кәрәк, сөнки Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул, үҙенең эҙенән барһындар өсөн, беҙгә үрнәк ҡалдырған (1 Петр 2:21). Һыуға сумдырылып, һин ысындан да Алла Батшалығы идараһы аҫтында йәшәргә теләгәнеңде күрһәтәһең. Әммә һыуға сумдырылыу ғына етмәй әле.

Беҙгә һәр ваҡыт Ғайсаға тыңлаусан булырға кәрәк. Ғайса, беҙ был донъяныҡы булырға тейеш түгел, тигән. Әгәр донъяның эштәрендә ҡатнашһаҡ, был Ғайсаға тыңлаусанлыҡ күрһәтеү булырмы? Ғайса һәм уның илселәре ундай эштәрҙән ситтә торған (Яхъя 17:14). Бының урынына улар нимә эшләгән? ~ Улар башҡаларға Алла Батшалығы хаҡында һөйләп йөрөгән. Был уларҙың тормошонда иң мөһим эш булған. Беҙ ҙә шулай эшләй алабыҙмы? ~ Эйе. Беҙ ысын күңелдән Алла Батшалығының килеүе хаҡында доға ҡылабыҙ икән, уның тураһында башҡаларға ла һөйләрбеҙ.

Алла Батшалығының килеүен теләгәнебеҙҙе нисек күрһәтергә? Яуапты ошо шиғырҙарҙан табып була: Матфей 6:24—33; 24:14 һәм 1 Яхъя 2:15—17; 5:3.