Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ БҮЛЕК

Бөйөк Остаз башҡаларға хеҙмәт итә

Бөйөк Остаз башҡаларға хеҙмәт итә

БЕРӘЙҺЕ һиңә яҡшылыҡ эшләһә, был һиңә оҡшаймы? ~ Башҡаларға ла, уларға ҡарата яҡшылыҡ эшләһәләр, оҡшай. Эйе, был барыбыҙға ла оҡшай. Бөйөк Остаз быны белгән, шуға күрә ул башҡаларға гел яҡшылыҡ эшләгән. Ул: «Мин хеҙмәт иттерер өсөн түгел, ә үҙем хеҙмәт итергә килдем», — тип әйткән (Матфей 20:28).

Ғайсаның шәкерттәре нимә тураһында бәхәсләшкән?

Бөйөк Остазға оҡшарға теләһәк, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? ~ Беҙгә лә башҡаларға хеҙмәт итергә кәрәк. Беҙ кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә тейешбеҙ. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп кеше быны эшләмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, улар һәр ваҡыт, башҡалар миңә хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлай. Бер ваҡыт хатта Ғайсаның шәкерттәре лә шулай уйлаған. Уларҙың һәр береһе башҡаларҙан бөйөгөрәк йә мөһимерәк булырға теләгән.

Бер ваҡыт Ғайса шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына килгән. Был ҡала Галилея күле янында урынлашҡан булған. Бер өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән: «Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ?» — тип һораған. Шәкерттәре өндәшмәгән, сөнки улар юл буйынса араларында иң бөйөгө кем булыуы хаҡында бәхәсләшкән (Марк 9:33, 34).

Ғайса шәкерттәренең береһе лә үҙен иң бөйөк тип һанарға тейеш түгел икәнен белгән. Шуға күрә, беренсе бүлектән белгәнебеҙсә, Ғайса, бәләкәй малайҙы шәкерттәре араһына баҫтырып, уларға баҫалҡы булыуҙың мөһимлеген аңлатҡан. Әммә улар бер нәмәгә лә өйрәнмәгән. Үлеменән аҙ ғына элегерәк Ғайса шәкерттәренә бер мөһим һабаҡ биргән. Был һабаҡ шәкерттәренең иҫендә ғүмергә һаҡланып ҡалған. Ул нимә эшләгән һуң? ~

Киске аш ваҡытында Ғайса, урынынан тороп, биленә таҫтамал бәйләй ҙә тасҡа һыу ҡоя. Шәкерттәре, Ғайса нимә эшләргә йыйына икән, тип аптырап ҡуйғандыр. Ғайса яндарына килә лә, сүкәйеп, һәр береһенең аяғын йыуа башлай. Шунан ул билендәге таҫтамал менән уларҙың аяҡтарын һөртә. Иҫ китерлек, эйеме?! Ә һин, Ғайсаның шәкерттәре менән бергә булһаң, үҙеңде нисек хис итер инең? ~

Ғайса шәкерттәренә ниндәй һабаҡ биргән?

Ғайсаның шәкерттәре Бөйөк Остаз уларҙың аяҡтарын йыуырға тейеш түгел тип уйлаған. Шуға күрә улар уңайһыҙланған. Петр хатта ҡаршы төшкән һәм Ғайсаға ҡамасауларға теләгән, сөнки ул ундай эште түбән тип һанаған. Әммә Ғайса Петрға шул эштең мөһимлеген аңлатҡан.

Бөгөн беҙ бер-беребеҙҙең аяғын йыумайбыҙ. Әммә Ғайса ерҙә йәшәгән ваҡытта был эш ғәҙәти булған. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Ғайса һәм уның шәкерттәре йәшәгән ерҙә кешеләр ялан аяҡҡа сандалый кейеп йөрөгән. Шуға күрә, туҙанлы юлдарҙан йөрөгәндә, кешеләрҙең аяҡтары бысраған. Ҡунаҡтың аяғын йыуып, хужа үҙенең игелекле булыуын күрһәткән.

Әммә иҫкә алынған осраҡта шәкерттәрҙең береһе лә башҡаларҙың аяғын йыуырға тәҡдим итмәгән. Шуға күрә Ғайса быны үҙе эшләргә булған. Шулай эшләп, ул шәкерттәре өсөн мөһим булған бер һабаҡ биргән. Был һабаҡ беҙгә лә ҡағыла.

Беләһеңме, ниндәй һабаҡ? ~ Ғайса, табын янына ултырғас, шәкерттәренә былай ти: «Минең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? Мине Остаз һәм Хужа тип атайһығыҙ. Һеҙ хаҡлы: Мин шулмын. Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ» (Яхъя 13:2—14).

Һин башҡаларға нисек ярҙам итә алаһың?

Бөйөк Остаз шәкерттәренә башҡаларға хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген күрһәткән. Ул уларҙың тик үҙҙәре тураһында ғына уйлауын теләмәгән. Ғайса шәкерттәренең, мин башҡаларҙан бөйөгөрәк һәм бөтәһе лә миңә хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлауын теләмәгән. Ул шәкерттәрен башҡаларға хеҙмәт итергә әҙер булырға өйрәткән.

Бик яҡшы һабаҡ, шулай бит? ~ Һин, Бөйөк Остазға оҡшап, башҡаларға хеҙмәт итергә теләйһеңме? ~ Беҙҙең һәр беребеҙ башҡаларға ярҙам итә ала. Был уларҙы бәхетле итер. Ә иң мөһиме был Ғайсаны һәм уның Атаһын шатландырыр.

Башҡаларға хеҙмәт итеү ауыр түгел. Иғтибарлы булһаң, һин башҡаларға нисек ярҙам итеп булғанын күрерһең. Уйлап ҡара, һин әсәйеңә нисек ярҙам итә алаһың? Ул һинең өсөн, атайың һәм туғандарың өсөн шул тиклем күп эш эшләй. Һин уға ярҙам итә алыр инеңме? ~ Бәлки, һиңә уға ярҙам тәҡдим итергәлер?

Һин өҫтәлгә ризыҡ ҡуя алаһыңмы? Йә ашағандан һуң һауыт-һабаны өҫтәлдән йыя ала алаһыңмы? Ҡайһы бер балалар көн һайын йыйылған сүп сарҙы сығарып ташлай. Нимә генә эшләһәң дә, һин, Ғайса һымаҡ, башҡаларға хеҙмәт итәһең, тип әйтеп була.

Һинең ҡустың йә һеңлең бармы? Һин уларға ярҙам итә алыр инеңме? Хәтерләйһеңме, Ғайса, Бөйөк Остаз, хатта шәкерттәренә хеҙмәт иткән. Ҡустыңа йә һеңлеңә хеҙмәт итеп, һин Ғайсанан үрнәк алаһың. Һин улар өсөн нимә эшләй алыр инең? ~ Бәлки, һин уларҙы уйынсыҡтарын йыйырға өйрәтерһең. Йә уларға кейенергә ярҙам итерһең. Ә, бәлки, һин уларға карауаттарын йыйыштырып ҡуйырға ярҙам итерһең. Һин улар өсөн тағы нимә эшләй алаһың? ~ Һинең яҡшы эштәреңде күреп, ҡустың менән һеңлең дә, Ғайсаның шәкерттәре уға рәхмәтле булған кеүек, һиңә бик рәхмәтле булыр.

Мәктәптә лә башҡаларға — синыфташтарыңа йә уҡытыусыңа — хеҙмәт итеп була. Мәҫәлән, берәйһе китабын төшөрөп ебәрһә, һин уны күтәреп бирә алаһың. Һин шулай уҡ уҡытыусыңа таҡтаны һөртөргә йә башҡа берәй эш эшләргә тәҡдим итә алаһың. Хатта берәйһенә ишек асып тороу ҙа игелек күрһәтеү булыр ине.

Ҡайһы бер кешеләр һинең игелекле эштәрең өсөн, бәлки, рәхмәт тә әйтмәҫ. Һинеңсә, был беҙҙе яҡшылыҡ эшләүҙән туҡтатырға тейешме? ~ Әлбиттә, юҡ. Кешеләрҙең күпселеге Ғайсаға рәхмәтле булмаған. Әммә ул барыбер игелек эшләүен дауам иткән.

Шуға күрә, башҡаларға хеҙмәт итер өсөн, һәр ваҡыт мөмкинлек эҙлә. Бөйөк Остаздың, Ғайсаның, эштәрен бер ҡасан да онотма һәм унан үрнәк алырға тырыш.

Ошо шиғырҙарҙы уҡып, һин башҡаларға тағы нисек ярҙам итеп була икәнен белерһең: Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27, 28; Римдарға 15:1, 2 һәм Галаттарға 6:2.