Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ ДӘРЕС

Беҙҙең әҙәбиәтебеҙ нисек яҙыла һәм тәржемә ителә?

Беҙҙең әҙәбиәтебеҙ нисек яҙыла һәм тәржемә ителә?

Яҙыусылар бүлеге (АҠШ)

Көньяҡ Корея

Әрмәнстан

Бурунди

Шри-Ланка

Һөйөнөслө хәбәрҙе «һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн», беҙ әҙәбиәтебеҙҙе 750-нән ашыу телдә сығарабыҙ (Асылыш 14:6). Был ҡатмарлы эш нисек башҡарыла? Беҙҙең бөтә донъя буйынса төрлө милләттән булған яҙыусыларыбыҙ һәм тәржемәселәребеҙ бар. Улар бөтәһе лә Йәһүә шаһиттары.

Төп текст инглиз телендә яҙыла. Яҙыусылар бүлеге баш идаралыҡта урынлашҡан һәм Етәксе кәңәшмәнең ҡарамағында тора. Был бүлек баш идаралыҡта һәм филиалдарҙа хеҙмәт иткән яҙыусыларҙың эшен күҙәтә. Яҙыусыларыбыҙҙың төрлө милләттән һәм илдәрҙән булыуы баҫмаларыбыҙҙа төрлө мәҙәниәт кешеләрен ҡыҙыҡһындырған темаларға мәҡәләләр яҙырға мөмкинлек бирә.

Текст тәржемәселәргә ебәрелә. Материалды яҙғандан һуң, уны төҙәтәләр, хуплайҙар һәм электрон яйланмалар ярҙамында беҙҙең бөтә донъя буйынса урынлашҡан тәржемә төркөмдәренә ебәрәләр. Тәржемәселәр, инглиз телендәге текстың мәғәнәһен туған телдәренә теүәл еткерер өсөн, дөрөҫ һүҙҙәр һайларға тырыша (Вәғәзсе 12:10).

Компьютерҙар эш барышын тиҙләтә. Компьютер яҙыусыларҙы ла, тәржемәселәрҙе лә алмаштыра алмай. Шулай ҙа компьютерҙағы төрлө программалар, һүҙлектәр һәм тәржемә эшендә ярҙам иткән башҡа ҡоралдар уларҙың эштәрен тиҙләтә. Йәһүә шаһиттары уйлап сығарған «Күп телле электрон нәшриәт системаһы» (MEPS) ярҙамында текст йөҙәрләгән телдәрҙә йыйыла, рәсемдәр менән тоташтырыла һәм баҫып сығарыуға әҙерләнә.

Ни өсөн беҙ, баҫмаларыбыҙҙы бер нисә мең кеше генә һөйләшкән телдәргә лә тәржемә итер өсөн, шул тиклем күп көс һалабыҙ? Сөнки Йәһүә «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй» (1 Тимофейға 2:3, 4).

  • Беҙҙең әҙәбиәтебеҙ нисек яҙыла?

  • Ни өсөн беҙ баҫмаларыбыҙҙы шул тиклем күп телгә тәржемә итәбеҙ?