Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

19-СЫ ДӘРЕС

«Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кем ул?

«Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кем ул?

Рухи ризыҡ беҙгә файҙа килтерә

Ғайса Мәсих үлеме алдынан үҙенең дүрт шәкерте — Петр, Яҡуб, Яхъя һәм Андрей менән етди нәмәләр тураһында һөйләшкән. Ул һуңғы көндәрҙә үҙенең килеү осорон күрһәтеүсе билдә тураһында алдан әйтеп: «Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя», — тигән (Матфей 24:3, 45; Марк 13:3, 4). Ғайса Мәсих физик ризыҡ тураһында әйтмәгән, ә уны Алла тураһындағы белем менән сағыштырған. Ул, шәкерттәренең «хужаһы» булараҡ, ахыр заман ваҡытында «хеҙмәтсе» билдәләйәсәгенә ышандырған. Был «хеҙмәтсе» Ғайсаның эҙенән барыусыларға Алла тураһында өҙлөкһөҙ белем бирәсәк. «Хеҙмәтсе» кемдәрҙән торорға тейеш?

Ул — Ғайса пәйғәмбәрҙең рух менән майланған шәкерттәренең кескенә төркөмө. «Хеҙмәтсе» — Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе. Ул Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған кешеләргә үҙ ваҡытында рухи ризыҡ өләшә. Ышаныслы хеҙмәтсенең «ризыҡты үҙ ваҡытында өләше[п]» тороуы беҙгә рухи яҡтан имен ҡалырға ярҙам итә (Лука 12:42).

Улар Алла йортонда етәксе итеп ҡуйылған (1 Тимофейға 3:15). Ғайса Мәсих хеҙмәтсегә бик етди яуаплылыҡ — Йәһүә ойошмаһының ерҙәге өлөшө менән етәкселек итеү вазифаһын тапшырған. Был вазифа матди милекте дөрөҫ ҡулланыуҙы, вәғәз эшен алып барыуҙы һәм йыйылыштарҙа өйрәтеүҙе үҙ эсенә ала. «Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» беҙгә кәрәкле рухи ризыҡты үҙ ваҡытында бирә. Ул быны беҙ хеҙмәттә ҡулланған баҫмалар аша, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар аша эшләй.

Хеҙмәтсе ышаныслы, сөнки ул Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе яҡлай һәм һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү бурысын тейешенсә үтәй. Ул аҡыллы, сөнки Ғайсаның ерҙәге милке өҫтөнән зирәклек менән идара итә (Ғәмәлдәр 10:42). Йәһүә хеҙмәтсеһенең эшен фатихалай: ойошмабыҙға тағы ла күберәк эскерһеҙ кешеләр ҡушыла, ә рухи ризыҡ арта бара (Ишағыя 60:22; 65:13).

  • Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренә рухи ризыҡ бирер өсөн кемде билдәләгән?

  • Хеҙмәтсенең ышаныслы һәм аҡыллы булыуын нимә күрһәтә?