Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

12-СЕ ДӘРЕС

Беҙҙең вәғәз эшебеҙ нисек ойошторолған?

Беҙҙең вәғәз эшебеҙ нисек ойошторолған?

Испания

Белорусь

Гонконг

Перу

Ғайса пәйғәмбәр үҙенең үлеме алдынан: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер, — тип әйткән (Матфей 24:14). Әммә был бөтә донъя күләмендәге вәғәз эшен нисек башҡарырға? Ғайса пәйғәмбәрҙең ерҙә йәшәгән ваҡытта ҡалдырған үрнәге буйынса эш итергә кәрәк (Лука 8:1).

Беҙ кешеләр менән өйҙәренә барып һөйләшергә тырышабыҙ. Ғайса пәйғәмбәр үҙ шәкерттәрен һөйөнөслө хәбәрҙе өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләргә өйрәткән (Матфей 10:11—13; Ғәмәлдәр 5:42; 20:20). Беренсе быуатта һөйөнөслө хәбәрҙе таратыусыларҙың вәғәзләү өсөн билдәләнгән махсус территориялары булған (Матфей 10:5, 6; 2 Коринфтарға 10:13). Бөгөн вәғәз эшебеҙ шул уҡ тәртип буйынса ойошторолған. Һәр йыйылыштың вәғәзләү өсөн билдәләнгән территорияһы бар. Был тәртип беҙгә Ғайса пәйғәмбәрҙең «вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға» тигән әмерен үтәргә мөмкинлек бирә (Ғәмәлдәр 10:42).

Беҙ кешеләр булған бар ерҙә вәғәзләргә тырышабыҙ. Ғайса пәйғәмбәр, халыҡ күп булған ерҙәрҙә, мәҫәлән, диңгеҙ буйында йәки ҡоҙоҡ янында, вәғәзләп, беҙгә үрнәк ҡалдырған (Марк 4:1; Яхъя 4:5—15). Беҙ ҙә кешеләр менән Изге Яҙма тураһында төрлө ерҙәрҙә — урамда, эш урындарында, парктарҙа йә телефондан һөйләшәбеҙ. Беҙ шулай уҡ, уңайлы осраҡ килеп сыҡҡанда, күршеләребеҙгә, хеҙмәттәштәребеҙгә, синыфташтарыбыҙға һәм туғандарыбыҙға шаһитлыҡ бирәбеҙ. Был уртаҡ тырышлыҡтар ярҙамында ер йөҙөндәге миллионлаған кеше «ҡотҡарыу» тураһындағы яҡшы хәбәрҙе ишетә (Зәбур 96:2).

Һеҙ Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр һәм матур киләсәккә өмөт тураһында кемгә һөйләргә теләр инегеҙ? Был иҫ киткес хәбәрҙе эстә һаҡламағыҙ. Яйлы осраҡ сыҡҡас та, был хәбәр менән бүлешегеҙ!

  • Ниндәй «яҡшы хәбәр» иғлан ителергә тейеш?

  • Йәһүә шаһиттары, Ғайса пәйғәмбәрҙең үрнәгенә эйәреп, нисек уның вәғәзләү ысулдарын ҡуллана?