Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнән өлгө алып, кешеләрҙе ҡыҙған

Йәһүәнән өлгө алып, кешеләрҙе ҡыҙған

«Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла» (СЫҒ. 34:6).

ЙЫРҘАР: 57, 147

1. Йәһүә үҙен Мусаға нисек асҡан, һәм ни өсөн был иғтибарға лайыҡ?

БЕР ВАҠЫТ Алла, үҙенең исемен һәм сифаттарын иғлан итеп, Мусаға үҙен асҡан. Ул һанап киткән сифаттарҙың тәүгеләре — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булыу. (Сығыш 34:5—7-не уҡығыҙ *.) Йәһүә Мусаның иғтибарын үҙенең ҡөҙрәтенә йә зирәклегенә йүнәлтә алыр ине. Әммә Муса Йәһүәнең, ярҙам итәм, тип ышандырыуына мохтаж булған. Шунлыҡтан Алла үҙ хеҙмәтселәренә ярҙам итергә әҙер булыуын күрһәткән сифаттарына иғтибар иткән (Сығ. 33:13). Алланың тәү сиратта үҙенең тап шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булыуын иҫкә алыуы беҙҙе бик йыуата! Был мәҡәләлә беҙ ҡыҙғаныусан булыу сифатын, йәғни ғазап кисергән йә бәләгә эләккән кешенең хәлен еңеләйтеү теләге менән бергә барған йәлләү тойғоһон ентекләп ҡарап сығырбыҙ.

2, 3. а) Ҡыҙғаныусан булыу кешеләргә хас икәне нимәнән күренә? б) Ни өсөн Изге Яҙмала ҡыҙғаныу тураһында әйтелгәндәрҙе ҡарап сығыу мөһим?

2 Кеше Аллаға оҡшаш итеп барлыҡҡа килтерелгән. Йәһүә ҡыҙғаныусан булғанға, башҡаларҙың именлеге хаҡында уйлау кеше тәбиғәтенә хас. Хатта Алланы белмәгән кешеләр ҙә йыш ҡына ҡыҙғаныу сағылдыра (Баш. 1:27). Изге Яҙмала башҡаларҙы йәлләгән күп кешеләрҙең миҫалдары бар. Сөләймәнгә, мин — баланың ысын әсәһе, тип бәхәсләшкән ике фәхишә ҡатын килгән осраҡты иҫкә төшөрәйек. Сөләймән, уларҙы һынарға теләп, сабыйҙы урталай сабырға ҡушҡас, ысын әсәнең йөрәге тетрәгән. Йәлләү тойғоһо уны балаһын ҡотҡарырға дәртләндергән, ул бының өсөн балаһын хатта икенсе ҡатынға бирергә лә әҙер булған (1 Бат. 3:23—27). Йәки Мусаның ғүмерен һаҡлап алып ҡалған фирғәүен ҡыҙын иҫкә төшөрәйек. Табылған сабыйҙың еврей балаһы икәнен һәм уны тере ҡалдырырға ярамағанын аңлаһа ла, ул баланы, йәлләп, үҙ улы кеүек итеп үҫтерергә булған (Сығ. 2:5, 6).

3 Ни өсөн үҙебеҙҙең ҡыҙғаныусанмы, юҡмы икәнлегебеҙ хаҡында уйланыу мөһим? Сөнки Изге Яҙма беҙҙе Йәһүәнән өлгө алырға өндәй (Ефес. 5:1). Ҡыҙғаныу сифаты беҙгә тыумыштан һалынған булһа ла, Әҙәмдең гонаһлы тоҡомдары булараҡ, беҙгә күберәк үҙебеҙ хаҡында ғына уйлау хас. Ҡайһы ваҡыт беҙгә, башҡаларға ярҙам итергәме йә үҙ мәнфәғәтебеҙҙе ҡайғыртырғамы, тигән мәсьәләне хәл итеү ауыр булырға мөмкин. Ә ҡайһы берәүҙәр һәр ваҡыт шундай һайлау алдында тора һәм алтын урталыҡ табырға тырыша. Башҡалар хаҡында күберәк уйларға нимә ярҙам итер? Беренсенән, Йәһүәнең һәм башҡаларҙың нисек ҡыҙғаныу сағылдырғанын ентекләп ҡарап сығыр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Икенсенән, үҙегеҙҙең Алланың үрнәгенә нисек эйәрә алыуығыҙ хаҡында һәм бының ниндәй яҡшы емештәр килтерәсәге тураһында уйланығыҙ.

ЙӘҺҮӘ ҠЫҘҒАНЫУ САҒЫЛДЫРЫУҘА КАМИЛ ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ

4. а) Ни өсөн Йәһүә Содомға фәрештәләрен ебәргән? б) Лут һәм уның ғаиләһе менән булған осраҡ беҙҙе нимәгә өйрәтә?

4 Йәһүә ҡыҙғаныу сағылдырған осраҡтар бик күп булған. Уның Лут менән нисек эш иткәнен иҫкә төшөрәйек. Был тәҡүә кеше, Содом менән Аморрала йәшәүселәрҙең аҙғынлығын күреп, ғазап сиккән. Алла, улар үлемгә лайыҡ, тип ҡарар иткән (2 Пет. 2:7, 8). Йәһүә Лутты ҡотҡарыр өсөн фәрештәләрен ебәргән. Фәрештәләр Лутты һәм уның ғаиләһен юҡ ителеүгә хөкөм ителгән ерҙән ҡасырға өндәгән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Лут һаман ашыҡмағас, мәликтәр [фәрештәләр] Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан сығарып ебәрҙе» (Баш. 19:16). Был осраҡтан күренеүенсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡанын яҡшы белә (Ишағ. 63:7—9; Яҡ. 5:11; 2 Пет. 2:9).

5. 1 Яхъя 3:17 һәм Изге Яҙманан башҡа шиғырҙар беҙгә нисек ҡыҙғаныу сағылдырырға ярҙам итә?

5 Йәһүә, үҙе ҡыҙғаныу сағылдырыуҙан тыш, халҡын да ҡыҙғаныусан булырға өйрәтә. Израиль халҡына бирелгән ҡанундарҙың береһен ҡарап сығайыҡ. Берәйһенең кейемен залогҡа алған кеше нисек эш итергә тейеш булған? (Сығыш 22:26, 27-не уҡығыҙ *.) Ҡаты бәғерле кеше шул кейемде үҙендә ҡалдыра алыр ине, ул саҡта бурысҡа алыусының төнөн ябынып ятырлыҡ әйбере булмаҫ ине. Әммә Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен ундай мәрхәмәтһеҙлектән киҫәткән. Уның халҡы ҡыҙғаныусан булырға тейеш булған. Был ҡанундың нигеҙендә ятҡан принцип беҙҙе ҡыҙғаныусан булырға рухландырмаймы ни? Ҡәрҙәшебеҙҙең ғазаптарын еңеләйтергә мөмкинлегебеҙ булһа, уны ярҙамһыҙ ҡалдырырбыҙмы? (Кол. 3:12; Яҡ. 2:15, 16; 1 Яхъя 3:17-не уҡығыҙ).

6. Йәһүәнең тыңламаусан израилдәрҙе ҡат-ҡат дөрөҫ юлға йүнәлтергә тырышыуынан ниндәй һабаҡ алып була?

6 Йәһүә үҙ халҡын хатта гонаһ ҡылған саҡтарында ла йәлләгән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ата-бабаларының Аллаһы Йәһүә үҙенең хәбәрселәре аша уларҙы киҫәтеп торҙо, үҙенең халҡын һәм үҙенең йәшәү урынын ҡыҙғанғанға, уларҙы ҡат-ҡат киҫәтте» (2 Йыл. 36:15). Беҙгә, тәүбә итеп һәм гонаһ юлын ҡалдырып, Алланың илтифатына ирешә алған кешеләргә шундай уҡ ҡыҙғаныу күрһәтергә кәрәкмәйме ни? Йәһүә киләсәк хөкөм көнөндә бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй (2 Пет. 3:9). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Йәһүә был яуыз донъяны юҡ итмәҫ борон, етеп килгән афәт хаҡындағы хәбәрҙе иғлан итеп, Алланың ҡыҙғаныусан булыуы тураһында һөйләйек.

7, 8. Ни өсөн бер ғаилә Йәһүәнең үҙҙәренә ҡарата ҡыҙғаныу сағылдырғанына һис тә шикләнмәгән?

7 Алланың ҡыҙғаныу сағылдырыуына күп миҫалдар бар. 1990-сы йылдар башында Боснияла этник таҙартыу ваҡытында булған бер осраҡты ҡарап сығайыҡ. Милан исемле * 12 йәшлек малай, уның ҡустыһы, ата-әсәһе һәм башҡа Йәһүә шаһиттары автобуста Сербияға конгресҡа китеп барған. Миландың ата-әсәһе шул конгреста һыуға сумдырылырға тейеш булған. Әммә ил сигендә һалдаттар Миландың ғаиләһен автобустан сығарған, бының сәбәбе уларҙың милләте булған. Башҡа пассажирҙарға, автобуста ҡалып, юлдарын дауам итергә рөхсәт иткәндәр. Милан менән уның ғаиләһен ил сигендә ике көн тотҡандар. Шунан дежурҙағы офицер, рациянан командиры менән бәйләнешкә инеп, улар менән нимә эшләргә, тип һораған. Офицер бик яҡын торғанға, барыһы ла командирҙың: «Уларҙы сығар ҙа атып үлтер!» — тип яуаплағанын ишеткән.

8 Офицер үҙенең ҡарамағындағы кешеләр менән һөйләшкән арала, таныш булмаған ике ир кеше, Миландың ғаиләһе янына килеп, шым ғына үҙҙәренең Йәһүә шаһиттары булыуы хаҡында әйткән. Улар тыуған хәл тураһында автобустағы кешеләрҙән ишеткән. Был ике Йәһүә шаһиты Милан менән ҡустыһына, ил сиген үтеү өсөн, үҙҙәренең машинаһына ултырырға ҡушҡан, сөнки балаларҙың документтарын тикшермәгәндәр. Ә балаларҙың ата-әсәһенә улар сик буйындағы һаҡты урап үтергә һәм икенсе яҡта осрашырға тәҡдим иткән. Был тәҡдимде ишетеп, Милан көлөргә лә, иларға ла белмәгән. Миландың ата-әсәһе: «Улар беҙгә шулай еңел генә ҡасырға бирер тип уйлайһығыҙмы?» — тип һораған. Шулай ҙа улар был ҡәрҙәштәрҙе тыңлаған. Улар, ил сиген үтеп, балалары менән осрашҡан, ә һалдаттар уларҙы, әйтерһең дә, бөтөнләй күрмәгән. Был ғаилә конгресс үткәрелгән ҡалаға иҫән-һау барып еткән. Милан һәм уның яҡындары шуға һис тә шикләнмәгән: Йәһүә уларҙың ялбарыуҙарына яуап биргән. Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә ҡайһы бер саҡтарҙа хеҙмәтселәрен мөғжизә ҡылып ҡотҡармай (Ғәм. 7:58—60). Әммә Милан, үҙенең хис-тойғолары менән бүлешеп, былай ти: «Миңә фәрештәләр һалдаттарҙың күҙҙәрен томалаған кеүек тойолдо, шулай итеп Йәһүә беҙҙе ҡотҡарҙы» (Зәб. 97:10).

9. Ғайса, кешеләрҙең ниндәй хәлдә булыуын күреп, нимә эшләгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

9 Ғайса Мәсихтең үрнәге беҙҙе күп нәмәгә өйрәтергә мөмкин. Ул кешеләрҙе йәлләгән, «сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж» булған. Ул, кешеләрҙең шундай ҡыҙғаныс хәлдә булыуын күреп, нимә эшләгән? Ғайса уларҙы «күп нәмәләргә» өйрәткән (Матф. 9:36; Марк 6:34-те уҡығыҙ). Бының менән ул фарисейҙарҙан бик ныҡ айырылып торған, сөнки улар ябай кешеләргә ярҙам итергә һис тә теләмәгән (Матф. 12:9—14; 23:4; Яхъя 7:49). Һеҙ, Ғайса кеүек, рухи яҡтан һыуһаған кешеләргә ярҙам итергә ынтылаһығыҙмы?

10, 11. Ҡыҙғаныу сифатын күрһәтеү һәр ваҡытта ла урынлымы? Аңлатығыҙ.

10 Ҡыҙғаныу сифатын һәр ваҡыт һәм бөтә кешегә лә күрһәтергә кәрәк, тип әйтеп булмай. Изге Яҙманан юғарыла ҡаралған осраҡтарҙа Алланың ҡыҙғаныуы бик тә урынлы булған. Әммә Шаул батшаның осрағын иҫкә төшөрәйек. Ул Алла халҡының дошманы Ағаҡты һәм иң яҡшы малды йәлләп тере ҡалдырған. Шаул, бәлки, ҡыҙғаныу сағылдырам, тип уйлағандыр. Ләкин Йәһүә быны тыңламаусанлыҡ тип һанаған һәм уны Израиль өҫтөнән батшалыҡ итеүҙән мәхрүм иткән (1 Сам. 15:3, 9, 15). Әлбиттә, Йәһүә — ғәҙел Хөкөмсө. Ул кешенең йөрәген күрә һәм ниндәй осраҡтарҙа ҡыҙғаныу күрһәтеү урынлы икәнен яҡшы белә (Ирем. ил. 2:17; Йәз. 5:11). Йәһүә үҙенә буйһонорға теләмәүселәрҙе хөкөм итәсәк ваҡыт яҡынлашып килә (2 Фес. 1:6—10). Ул саҡта Йәһүә яуыз эштәре өсөн хөкөм ителгән кешеләрҙе йәлләмәйәсәк. Киреһенсә, уларҙы юҡ итеп, Алла тере ҡаласаҡ тәҡүә кешеләргә ҡыҙғаныу күрһәтәсәк.

11 Әлбиттә, беҙҙең кем юҡ ителәсәк, ә кем тере ҡаласаҡ икәнен ҡарар итергә хаҡыбыҙ юҡ. Беҙгә кешеләргә ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк. Кешеләрҙе ҡыҙғаныуыбыҙҙы ниндәй эштәр менән күрһәтеп була? Әйҙәгеҙ, бер нисә мөмкинлекте ҡарап сығайыҡ.

ҠЫҘҒАНЫУ СИФАТЫН НИСЕК ҮҪТЕРЕРГӘ ҺӘМ САҒЫЛДЫРЫРҒА?

12. Башҡаларҙы ҡыҙғаныуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

12 Көндәлек тормошта ярҙамсыл булығыҙ. Имандаштарҙы һәм башҡа кешеләрҙе ҡыҙғаныу — Ғайса Мәсихтән өлгө алырға теләүселәргә ҡуйылған төп талаптарҙың береһе (Яхъя 13:34, 35; 1 Пет. 3:8). «Ҡыҙғаныу» тигән һүҙҙең бер мәғәнәһе — «кеше менән бергә ғазап сигеү». Ҡыҙғаныусан кеше башҡаларҙың ғазаптарын еңеләйтергә, мәҫәлән, уларҙың ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итергә ынтыла. Шулай эшләр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ! Әйтәйек, берәй кемгә йорт эштәрендә ярҙамлашырға йә башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә була (Матф. 7:12).

Башҡаларға ғәмәли ярҙам тәҡдим итеп ҡыҙғаныу сағылдырығыҙ (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

13. Тәбиғәт афәттәре булғанда, Алла халҡының ниндәй сифаттары айырыуса асыҡ күренә?

13 Тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итегеҙ. Күптәр, тәбиғәт афәттәренән зыян күргән кешеләрҙең ғазаптарын күреп, уларға ҡарата ҡыҙғаныу сағылдырырға теләй. Йәһүә шаһиттары бәлә-ҡазаға тарыған кешеләргә беренселәрҙән булып ярҙам күрһәтеүе менән билдәле (1 Пет. 2:17). Япониянан бер апай-ҡәрҙәш 2011 йылда ер тетрәүҙән һәм цунамиҙан ҙур зыян күргән районда йәшәгән. Японияның үҙенән һәм сит илдәрҙән килгән күп ирекле хеҙмәтселәр емерелгән биналарҙы ремонтлаған. Уларҙың тырышлыҡтары был апай-ҡәрҙәште бик дәртләндергән һәм йыуатҡан. Ул былай тип яҙа: «Булып үткән хәл миңә Йәһүәнең һәм имандаштарҙың ҡайғыртыуын күрергә ярҙам итте. Мин шулай уҡ бөтә донъя буйынса йәшәгән күп ҡәрҙәштәрҙең беҙҙең хаҡта доға ҡылыуына инандым».

14. Ауырыған һәм оло йәштә булған кешеләргә нисек ярҙам итеп була?

14 Ауырыған һәм оло йәштә булған кешеләргә ярҙам итегеҙ. Башҡаларҙың Әҙәмдең гонаһы килтергән эҙемтәләрҙән интегеүен күргәндә, беҙ уларҙы бик йәлләйбеҙ. Беҙ ауырыуҙар һәм ҡартлыҡ юҡ ителәсәк ваҡытты күрергә хыялланабыҙ. Шунлыҡтан беҙ, Алла Батшалығы килһен, тип доға ҡылабыҙ. Шул арала беҙ башҡаларға ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙ. Бер кеше үҙенең оло йәштәге әсәһе менән булған бер осраҡ хаҡында яҙған. Уның әсәһе Альцгеймер ауырыуынан интеккән. Бер көндө әсәһе кейемен бысратҡан. Ул үҙен тәртипкә килтерергә маташҡан арала ишек ҡыңғырауы зыңғырлаған. Уға Йәһүә шаһиттары — гел инеп йөрөгән ике апай-ҡәрҙәш килгән булған. Улар, берәй ярҙам кәрәкме, тип һораған. Оло йәштәге ҡатын: «Уңайһыҙ булһа ла, әйтәм инде. Эйе, кәрәк ине», — тигән. Апай-ҡәрҙәштәр уға ярҙам иткән, ә шунан һуң сәй ҡайнатып уның менән бер аҙ һөйләшеп алған. Был ҡатындың улы уларға бик рәхмәтле булған. Ул былай тип яҙған: «Был Шаһиттар алдында эшләпәмде сисәм. Улар вәғәзләгәндәре буйынса эш итә». Ауырыған һәм оло йәштә булған кешеләрҙе ҡыҙғаныу һеҙҙе уларҙың ғазаптарын еңеләйтер өсөн хәлегеҙҙән килгәндең барыһын эшләргә дәртләндермәйме ни? (Флп. 2:3, 4)

15. Вәғәз эше кешеләргә ҡыҙғаныу сағылдырыр өсөн ниндәй мөмкинлектәр бирә?

15 Кешеләргә рухи ярҙам күрһәтегеҙ. Бөгөн кешеләр төрлө ауырлыҡтар һәм проблемалар менән осраша. Быны күреп, беҙ уларға рухи яҡтан ярҙам итергә теләйбеҙ. Быны эшләр өсөн иң яҡшы ысул — Алла тураһында һәм уның Батшалығы башҡарасаҡ эштәр хаҡында һөйләү. Беҙ шулай уҡ уларға Алла урынлаштырған нормалар буйынса йәшәү ни тиклем аҡыллы икәнен аңларға ярҙам итә алабыҙ (Ишағ. 48:17, 18). Һеҙ вәғәз эшендә күберәк ҡатнаша алыр инегеҙме? Был эш Йәһүәгә дан килтерә һәм беҙгә башҡаларға ҡыҙғаныу сағылдырырға мөмкинлек бирә (1 Тим. 2:3, 4).

ҮҘЕБЕҘ ӨСӨН ФАЙҘА

16. Ҡыҙғаныусан булыу кешенең үҙенә ниндәй файҙа килтерә?

16 Психологтар әйтеүенсә, ҡыҙғаныу сағылдырыу һаулығыбыҙға, үҙ-үҙебеҙҙе нисек хис итеүебеҙгә һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәребеҙгә яҡшы йоғонто яһай. Башҡаларҙың ғазаптарын еңеләйткәндә, беҙ үҙебеҙҙе бәхетлерәк тоябыҙ, тормошҡа күберәк ышаныс һәм шатлыҡ менән ҡарайбыҙ, яңғыҙлыҡ тойғоһона һәм насар уйҙарға әҙерәк биреләбеҙ. Эйе, башҡаларға ярҙам итеп, беҙ үҙебеҙгә ярҙам итәбеҙ (Ефес. 4:31, 32). Яратыу беҙҙе башҡаларға ярҙам итергә дәртләндергәндә, выжданыбыҙ саф була, сөнки беҙ Алла принциптары буйынса эш итеүебеҙҙе беләбеҙ. Ҡыҙғаныусан булһаҡ, беҙ яҡшы атай йә әсәй, тормош иптәше һәм дуҫ булырбыҙ. Башҡаларға ҡарата ҡыҙғаныу сағылдырған кеше үҙе мохтаж булғанда, башҡалар ҙа уға теләп ярҙам итер. (Матфей 5:7; Лука 6:38-ҙе уҡығыҙ.)

17. Ни өсөн һеҙ ҡыҙғаныу сифатын үҫтерергә һәм сағылдырырға теләйһегеҙ?

17 Әммә үҙебеҙгә файҙа алыу теләге ҡыҙғаныу сифатын үҫтереүгә төп сәбәп булырға тейеш түгел. Беҙ яратыу һәм ҡыҙғаныу Сығанағы Йәһүә Алланан өлгө алырға һәм уға дан килтерергә ынтылабыҙ (Ғиб. һүҙ. 14:31). Был йәһәттән ул беҙгә камил үрнәк күрһәтә. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнән өлгө алып, кешеләрҙе ҡыҙғаныр өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Шул саҡта ҡәрҙәштәр араһында йылы хистәр булыуына өлөш индерербеҙ һәм башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡларбыҙ (Гал. 6:10; 1 Яхъя 4:16).

^ 1 абз. Сығыш 34:5—7: «Йәһүә, болотта төшөп, уның янына баҫты һәм Йәһүә тигән исемен иғлан итте. Йәһүә, уның алдынан үтеп, былай тип иғлан итте: „Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй, меңләгәндәргә тоғро мөхәббәтен күрһәтә, хаталар, енәйәттәр һәм гонаһтарҙы кисерә. Ләкин ғәйеплене ул һис тә язаһыҙ ҡалдырмай, аталарҙың хатаһы өсөн улдарға һәм ейәндәргә өсөнсө һәм дүртенсе быуынға тиклем яза бирә“».

^ 5 абз. Сығыш 22:26, 27: «Әгәр һин яҡының бурысҡа алған аҡса өсөн залогка уның кейемен алһаң, уны хужаһына ҡояш байығансы ҡайтарып бир. Сөнки был уның берҙән-бер япмаһы, тәнен ҡаплау өсөн кейеме. Йоҡлағанда ул нимә ябынып ятыр? Ул миңә зарын һөйләһә, мин ишетмәй ҡалмам, сөнки мин ҡыҙғаныусан».

^ 7 абз. Исем үҙгәртелгән.