Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашаһығыҙмы?

Һеҙ хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашаһығыҙмы?

«Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар» (2 ТИМ. 4:5).

57-СЕ ЙЫР Һәр төрлө кешегә вәғәзләйбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Терелтелгәндән һуң, Ғайса үҙ шәкерттәренә: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ», — тип ҡушҡан. (1-се абзацты ҡарағыҙ.)

1. Алланың бөтә хеҙмәтселәре нимә эшләргә теләй һәм ни өсөн? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ҒАЙСА МӘСИХ үҙенең шәкерттәренә: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ», — тигән (Матф. 28:19). Алланың бөтә тоғро хеҙмәтселәре үҙҙәренә тапшырылған был хеҙмәтте «камил», йәғни тулы рәүештә башҡарырға теләй (2 Тим. 4:5). Беҙҙең өсөн был иң мөһим һәм иң ашығыс эш. Хеҙмәттә мөмкин тиклем күберәк ҡатнашырға теләһәк тә, ҡайһы ваҡыт был ауыр булырға мөмкин.

2. Ниндәй ауырлыҡтар хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашырға ҡамасауларға мөмкин?

2 Беҙҙең ваҡыт һәм көс талап иткән башҡа мөһим эштәребеҙ ҙә бар. Беҙгә, үҙебеҙҙе һәм ғаиләбеҙҙе тәьмин итер өсөн, күп эшләргә тура килеүе ихтимал. Шулай уҡ беҙ ғаиләбеҙгә ҡарата башҡа вазифаларҙы үтәргә йәки берәй ауырыу, депрессия йә ҡартлыҡ килтергән ауырлыҡтар менән көрәшергә мөмкин. Ундай ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашырға беҙгә нимә ярҙам итер?

3. Ғайсаның Матфей 13:23-тә яҙылған һүҙҙәренән ниндәй һығымта яһап була?

3 Шарттарыбыҙ арҡаһында үҙебеҙ теләгәнсә күп хеҙмәт итә алмаһаҡ, төшөнкөлөккә бирелергә кәрәкмәй. Ғайса бөтә шәкерттәренең дә хеҙмәттә бер үк кимәлдә ҡатнаша алмаясағын аңлаған. (Матфей 13:23-тө уҡығыҙ.) Йәһүә хеҙмәттә башҡарған бөтә эштәребеҙҙе лә бик ҡәҙерләй (Евр. 6:10—12). Икенсе яҡтан, беҙ үҙ шарттарыбыҙҙа күберәк хеҙмәт итә алыуыбыҙҙы һиҙергә мөмкин. Был мәҡәләлә беҙ хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйырға, ябай тормош алып барырға, вәғәзләү һәм өйрәтеү оҫталығыбыҙҙы яҡшыртырға нимә ярҙам итә алғанын ҡарап сығырбыҙ. Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашыу үҙ эсенә нимә алғанын беләйек.

4. Хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашыу үҙ эсенә нимәне ала?

4 Хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашырға теләһәк, беҙгә вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә кәрәк. Әммә Йәһүә өсөн хеҙмәткә күпме ваҡыт бағышлауыбыҙ ғына түгел, ә беҙҙең этәргес ниәттәр ҙә мөһим. Беҙ, Йәһүәне һәм кешеләрҙе яратҡанға, хеҙмәттә * ысын күңелдән ҡатнашабыҙ (Марк 12:30, 31; Кол. 3:23). Ә ысын күңелдән хеҙмәт итеү үҙебеҙгә тапшырылған эште мөмкин тиклем яҡшыраҡ башҡарыуҙы аңлата. Вәғәз эшендә ҡатнашыу хөрмәтен юғары баһалаһаҡ, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе мөмкин тиклем күберәк кешегә еткерергә тырышырбыҙ.

5, 6. Ваҡыты әллә ни күп булмаған мәсихсе хеҙмәтте беренсе урынға ҡуя аламы? Миҫал килтерегеҙ.

5 Бер миҫалға иғтибар итәйек. Гитарала уйнарға яратҡан егетте күҙ алдына килтерегеҙ. Гитарала уйнар өсөн, ул һәр мөмкинлектән файҙалана. Ул бер кафеға ял көндәренә гитарист булып урынлаша. Әммә унда түләнгән аҡса был егеттең бөтә сығымдарын ҡапламай. Шунлыҡтан ул дүшәмбенән алып йома көнөнә тиклем аҙыҡ-түлек магазинында кассир булып эшләй. Ваҡытының күп өлөшөн магазинда үткәрһә лә, был егет музыкаға ғашиҡ. Ул музыкаль һәләттәрен яҡшыртырға тырыша һәм профессиональ музыкант булып китергә хыяллана. Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын, хатта бер нисә минут ҡына булһа ла, гитарала уйнарға тырыша.

6 Шуның шикелле, һеҙ шарттарығыҙ арҡаһында вәғәз эшенә күп ваҡыт бүлә алмаҫҡа мөмкин. Әммә, был эште яратҡанға, һеҙ кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инерлек итеп вәғәзләүҙә оҫтарырға тырышаһығыҙ. Шуға күрә, эштәрегеҙ күп булыуға ҡарамаҫтан, вәғәз эшен нисек беренсе урынға ҡуйырға, тип уйланаһығыҙ.

ХЕҘМӘТТЕ БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ҠУЙЫҒЫҘ

7, 8. Беҙ нисек Ғайсаның хеҙмәткә ҡарашын өлгө итеп ала алабыҙ?

7 Ғайса Мәсихтең хеҙмәткә ҡарашы беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк булып тора. Батшалыҡ тураһында вәғәзләү уның тормошонда иң мөһим эш булған (Яхъя 4:34, 35). Ғайса, мөмкин тиклем күберәк кешегә вәғәзләр өсөн, йөҙәрләгән саҡрым аралар үткән. Ул, һәр мөмкинлекте ҡулланып, кешеләр менән йорттарында һәм йәмәғәт урындарында һөйләшкән. Ғайсаның бөтә тормошо хеҙмәт тирәһендә әйләнгән.

8 Ғайсанан өлгө алып, беҙ кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерер өсөн мөмкинлектәр булдырырға тырышабыҙ. Вәғәз эше хаҡына беҙ хатта тормош уңайлыҡтарынан баш тартырға әҙер (Марк 6:31—34; 1 Пет. 2:21). Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр махсус, даими йә ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә. Башҡалар сит тел өйрәнә йә вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсә. Әммә вәғәз эшенең күпселек өлөшөн көстәренән килгәндең барыһын эшләгән вәғәзселәр башҡара. Күпме генә хеҙмәт итһәк тә, Йәһүә хәлебеҙҙән килмәгәнде көтмәй. Ул хеҙмәттән шатлыҡ алыуыбыҙҙы теләй, беҙ бит «мөбәрәк Алланың бөйөклөгө тураһында... Һөйөнөслө Хәбәр» вәғәзләйбеҙ (1 Тим. 1:11; Ҡан. 30:11).

9. а) Павелға эшләргә тура килһә лә, ул нисек хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйған? б) Ғәмәлдәр 28:16, 30, 31-ҙән күренеүенсә, Павел хеҙмәткә нисек ҡараған?

9 Илсе Павел, хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйып, яҡшы үрнәк ҡалдырған. Үҙенең икенсе миссионер сәйәхәте ваҡытында Коринфта булғанда, ул, аҡсаһы бик әҙ булғанға, палаткалар теккән. Ләкин Павел был эште үҙенең төп шөғөлө тип һанамаған. Палаткалар тегеп, ул үҙен тәьмин иткән, шунлыҡтан, коринфтарға матди яҡтан йөк булмайынса, уларға вәғәзләй алған (2 Кор. 11:7). Павелға эшләргә тура килһә лә, ул артабан да хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйған һәм һәр шәмбе көнө вәғәзләгән. Ә тормош шарттары үҙгәргәс, ул вәғәз эшенә күберәк ваҡыт бүлә алған. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы» (Ғәм. 18:3—5; 2 Кор. 11:9). Һуңыраҡ, Римда ике йыл өйҙә һаҡ аҫтында ултырғанда, ул хаттар яҙған һәм үҙенә килгән кешеләргә вәғәзләгән. (Ғәмәлдәр 28:16, 30, 31-ҙе уҡығыҙ.) Павел бер нәмәгә лә иғтибарын хеҙмәттән ситкә йүнәлтергә бирмәгән. Ул былай тип яҙған: «Беҙгә... шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ» (2 Кор. 4:1). Эштә күп ваҡыт үткәрергә тура килһә лә, беҙ, Павел һымаҡ, Батшалыҡ эшен беренсе урынға ҡуя алабыҙ.

Хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашыр өсөн күп мөмкинлектәр бар (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10, 11. Насар һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ нисек хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнаша алабыҙ?

10 Оло йәшкә йә насар һаулыҡҡа бәйле ауырлыҡтар арҡаһында һеҙгә өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү ауыр булһа, хеҙмәттең башҡа төрҙәрендә ҡатнашырға була. Беренсе быуаттағы мәсихселәр бөтә ерҙә вәғәзләгән. Улар, өйҙән-өйгә йөрөүҙән тыш, йәмәғәт урындарында шаһитлыҡ биргән һәм башҡа төрлө урындарҙа «осраған кешеләр» менән һөйләшкән (Ғәм. 17:17; 20:20). Әгәр оҙаҡ йөрөй алмаһағыҙ, күп кеше йөрөгән ерҙә ултырып, үтеп барған кешеләргә вәғәзләргә мөмкин. Шулай уҡ осраҡлы рәүештә һәм хаттар йә телефон аша шаһитлыҡ бирергә була. Мөмкинлектәре сикле булған ҡәрҙәштәр, хеҙмәттең был төрҙәрендә ҡатнашып, шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кисерә.

11 Насар һаулыҡ менән бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, һеҙ хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнаша алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡабат илсе Павелдың миҫалына иғтибар итәйек. Ул былай тигән: «Саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә» (2 Кор. 4:7). Бер ваҡыт миссионер сәйәхәте ваҡытында ауырып киткәндә, Павел шундай ҡөҙрәткә, йәғни көскә мохтаж булған. Был хаҡта Павел галаттарға былай тип яҙған: «Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ» (Гал. 4:13). Һеҙгә насар һаулыҡ арҡаһында табиптар, шәфҡәт туташтары һәм ярҙам күрһәткән башҡа кешеләр менән осрашырға тура килһә, уларға вәғәзләргә тырышығыҙ, сөнки йыш ҡына вәғәзселәр был кешеләрҙең күбеһен өйҙә тап итә алмай.

ЯБАЙ ТОРМОШ АЛЫП БАРЫҒЫҘ

12. Ниндәй мәғәнәлә беҙҙең күҙҙәр ябай булырға тейеш?

12 «Тәндең яҡтыртҡысы — күҙ. Күҙҙәрең һау [«ябай», ЯДТ, төшөрмә] булһа, бөтөн тәнең нурлы булыр», — тип әйткән Ғайса (Матф. 6:22). Был һүҙҙәр менән ул ябай тормош алып барырға, йәғни иғтибарҙы бер генә маҡсатҡа тупларға дәртләндергән. Ғайса үҙе, бөтә иғтибарын хеҙмәткә туплап, яҡшы өлгө күрһәткән. Ул шәкерттәрен дә хеҙмәткә һәм Батшалыҡҡа иң мөһим нәмәгә ҡарағандай ҡарарға өндәгән. Ғайсанан өлгө алырға теләһәк, беҙгә, «иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын» эҙләп, вәғәз эшен беренсе урынға ҡуйырға кәрәк (Матф. 6:33).

13. Хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйыр өсөн нимә эшләп була?

13 Хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйыр өсөн бер ысул — тормошто ябайлаштырыу *. Шулай эшләп, беҙ кешеләргә Йәһүә менән танышырға һәм уға яҡынлашырға ярҙам итер өсөн күберәк ваҡыт бүлә алырбыҙ. Мәҫәлән, аҙна дауамында вәғәз эшенә күберәк ваҡыт бүлер өсөн, эш графигығыҙҙы үҙгәртә алыр инегеҙме? Ә ял итеүгә һәм күңел асыуға күп ваҡыт китһә, был ваҡытты ҡыҫҡарта алыр инегеҙме?

14. Бер пар, хеҙмәткә күберәк ваҡыт бүлер өсөн, ниндәй үҙгәрештәр яһаған?

14 Элайас исемле өлкән һәм уның ҡатыны тап шулай эшләгән дә. Элайас былай ти: «Тиҙ арала пионер хеҙмәтен башлай алмаһаҡ та, күберәк вәғәзләр өсөн үҙгәрештәр яһау көсөбөҙҙән килә ине. Шуға күрә беҙ хеҙмәттә күберәк ҡатнашыр өсөн аҙымдар яһай башланыҡ. Мәҫәлән, беҙ сығымдарҙы ҡыҫҡарттыҡ, ял итеүҙе һәм күңел асыуҙы кәметтек, сөнки улар сиктән тыш күп ваҡыт ала ине. Шулай уҡ эш биреүселәрҙән бушыраҡ график ҡуйыуҙарын һораныҡ. Һөҙөмтәлә беҙ кистәрен вәғәзләй алдыҡ, күберәк Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә башланыҡ һәм хатта айына ике тапҡыр эш көндәрендә вәғәзгә йөрөй алдыҡ. Был беҙгә сикһеҙ шатлыҡ килтерҙе!»

ВӘҒӘЗЛӘҮҘӘ ҺӘМ ӨЙРӘТЕҮҘӘ ОҪТАРЫҒЫҘ

Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙа бирелгән кәңәштәрҙе ҡулланһаҡ, хеҙмәттә оҫтара барырбыҙ (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15, 16. 1 Тимофейға 4:13, 15 буйынса, беҙ нисек вәғәз эшендә оҫтара алабыҙ? (« Хеҙмәттә тулыраҡ ҡатнашырға ярҙам иткән маҡсаттар» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

15 Хеҙмәттә тулыраҡ ҡатнашыр өсөн тағы бер ысул — вәғәзләү оҫталығын яҡшыртыу. Ҡайһы бер профессиялар даими белем алыуҙы һәм квалификация күтәреүҙе талап итә. Батшалыҡ вәғәзселәре тураһында шуны уҡ әйтеп була. Беҙгә вәғәзләү оҫталығыбыҙҙы гел яҡшыртып торорға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 1:5; 1 Тимофейға 4:13, 15-те уҡығыҙ).

16 Был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итер? Аҙна һайын үткән «Тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» осрашыуында бирелгән кәңәштәргә иғтибарлы булыу мөһим. Был осрашыу беҙгә вәғәз эшендә оҫтарырға ярҙам итә. Мәҫәлән, осрашыуҙың рәйесе йөкләмәләр менән сығыш яһаған ҡәрҙәштәргә кәңәштәр биргәндә, беҙ, үҙебеҙ өсөн файҙалы булған кәңәштәрҙе иҫтә ҡалдырып, уларҙы вәғәздә ҡуллана алабыҙ. Өҫтәүенә, вәғәз төркөмө күҙәтеүсеһенән ярҙам һорарға йәки уның менән вәғәзгә барырға була, шулай уҡ берәй тәжрибәле вәғәзсе, пионер йә район күҙәтеүсеһе менән вәғәзләп алырға мөмкин. Бынан тыш, «Өйрәтеү ҡоралдары»ның һәр береһен оҫтараҡ ҡулланырға өйрәнһәк, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше беҙгә күберәк шатлыҡ килтерер.

17. Хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашыу ниндәй файҙа килтерә?

17 «Алланың хеҙмәттәштәре» булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! (1 Кор. 3:9). «Иң яҡшыларҙы һайлап ала» белһәк һәм вәғәз эшен беренсе урынға ҡуйһаҡ, «Йәһүәгә шатлыҡ менән» хеҙмәт итә алырбыҙ (Флп. 1:10; Зәб. 100:2). Беҙ ауырлыҡтарға һәм сикләүҙәргә ҡарамаҫтан хеҙмәттә артабан да ҡатнаша аласағыбыҙҙы беләбеҙ, сөнки Йәһүәнең көс бирәсәгенә һис тә шикләнмәйбеҙ (2 Кор. 4:1, 7; 6:4). Шарттарыбыҙ арҡаһында күп хеҙмәт итә алмаһаҡ та, бөтә йөрәктән хеҙмәт итһәк, үҙ эштәребеҙгә ҡарап шатлана алырбыҙ (Гал. 6:4, ЯДТ). Хеҙмәттә тулы рәүештә ҡатнашып, беҙ Йәһүәне һәм кешеләрҙе яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Шулай эшләп, беҙ үҙебеҙҙе лә, тыңлаусыларыбыҙҙы ла ҡотҡарырбыҙ (1 Тим. 4:16).

58-СЕ ЙЫР Алла һарыҡтарын эҙләйбеҙ

^ 5 абз. Ғайса Мәсих беҙгә Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан. Был мәҡәләлә беҙ, күп ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәттә нисек тулыраҡ ҡатнашып булғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ вәғәз эшендә тағы ла оҫтараҡ булырға һәм был эштән күберәк шатлыҡ алырға нимә ярҙам итә алғанын белербеҙ.

^ 4 абз. АҢЛАТМА. Хеҙмәткә төрлө эштәр керә, мәҫәлән: вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше, ойошмабыҙҙың биналарын төҙөү һәм хеҙмәтләндереү, тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итеү (2 Кор. 5:18, 19; 8:4).

^ 13 абз. 2016 йылдың июль айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның 12-се битендә «Тормошто нисек ябайлаштырып була» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: аҙна уртаһында үткән осрашыуҙа апай-ҡәрҙәш, демонстрация яһап, кешегә ҡабат килгәндә нисек фекер алышып булғанын күрһәтә. Һуңынан ул осрашыуҙың рәйесе биргән кәңәштәрҙе үҙенең «Уҡыу һәм өйрәтеү» тигән брошюраһында яҙып ҡуя, ә ял көндәрендә шул кәңәштәрҙе вәғәздә ҡуллана.