Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Беҙ «бик ҡиммәтле матур ынйы» таптыҡ

Беҙ «бик ҡиммәтле матур ынйы» таптыҡ

УИНСТОН менән Памела (Пэм) Пейндар Австралазия филиалында хеҙмәт итә. Бик бәхетле йәшәһәләр ҙә, уларҙың тормошонда ауырлыҡтар ҙа булған. Мәҫәлән, был парға төрлө мәҙәниәттәргә эйәләшергә тура килгән. Бынан тыш, улар бала төшөү арҡаһында ҙур ҡайғы кисергән. Бөтә был ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙың Йәһүәгә һәм уның халҡына ҡарата мөхәббәте һүрелмәгән, һәм улар һаман да шатланып хеҙмәт итә. Беҙ Уинстон менән Памеланан интервью алырға булдыҡ.

Уинстон, Алланы нисек эҙләгәнеңде һөйләп бирә алаһыңмы?

Мин Австралияла, Квинсленд штатында үҫтем. Ғаиләбеҙ дини булманы. Фермабыҙ аулаҡ ерҙә урынлашҡанға, мин күбеһенсә ғаиләм менән аралаштым. 12 йәшемдән алып Алланы эҙләй башланым. Мин, доға ҡылып, Алланан үҙе хаҡында хәҡиҡәтте белергә ярҙам итеүен һорай инем. Ваҡыт уҙыу менән мин, фермабыҙҙан китеп, Аделаида ҡалаһында (Көньяҡ Австралия штаты) эшкә урынлаштым. 21 йәшемдә, Сиднейҙа отпускыла булғанда, Пэмды осраттым, һәм ул миңә бер дини хәрәкәт тураһында һөйләне. Шул диндә булған кешеләр, Бөйөк Британия халҡы Израилдең юғалған ҡәбиләләренең нәҫеленән сыҡҡан, тип ышана. Улар аңлатыуынса, был ҡәбиләләр — б. э. т. VIII быуатта ҡоллоҡҡа эләккән төньяҡ батшалыҡтың ун ҡәбиләһе. Шуға күрә Аделаидаға ҡайтҡас, мин эштәге бер хеҙмәттәшем менән һөйләшкәндә был теманы күтәрҙем. Ә ул шул ваҡытта Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағайны. Уның менән бер нисә сәғәт һөйләшкәндән һуң (ә беҙ күбеһенсә Шаһиттарҙың ҡараштары тураһында һөйләштек), мин бала сағымда ҡылған доғама яуап алғанымды аңланым. Шулай итеп мин Барлыҡҡа килтереүсе һәм уның Батшалығы тураһында хәҡиҡәтте белдем! Мин «бик ҡиммәтле матур ынйы» таптым (Матф. 13:45, 46).

Пэм, һин дә был ҡиммәтле ынйыны бик иртә эҙләй башлағанһың. Уны нисек тапҡаныңды һөйләп бирсе.

Мин Кофс-Харбор ҡалаһында (Яңы Көньяҡ Уэльс штаты) дини ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәйем һәм әсәй яғынан олатай-өләсәйем Англо-Израиль дини хәрәкәтенә ҡушылған ине. Беҙ ҡустым, апайым һәм башҡа туғандарым менән, Алла Бөйөк Британия халҡын хуплай, тип ышанып үҫтек. Әммә минең шиктәрем булды, һәм рухи ихтыяждарым ҡәнәғәтләндерелмәй ине. 14 йәшемдә мин төрлө сиркәүҙәрҙе, шул иҫәптән баптистар, адвентистар, англикан һәм башҡа сиркәүҙәрҙе йөрөп сыҡтым. Әммә был рухи һыуһынымды ҡандырманы.

Һуңыраҡ минең ғаиләм Сидней ҡалаһына күсенде. Унда мин Уинстонды осраттым, ул шунда отпускыһын үткәрә ине. Ул әйтеп киткәнсә, беҙҙең рухи темаларға һөйләшеүҙәребеҙ уны Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнергә дәртләндерҙе. Унан һуң Уинстон миңә яҙған хаттарында Изге Яҙманан бик күп өҙөктәр килтерә ине! Шуны әйтергә кәрәк: тәүҙә мин борсолдом, хатта асыуландым. Әммә әкренләп уның яҙғандары хәҡиҡәт икәнен аңланым.

1962 йылда мин, Уинстонға яҡыныраҡ булыр өсөн, Аделаидаға күсендем. Ул мине Йәһүә шаһиттары булған бер парҙың — Томас һәм Джанис Слоумандарҙың йортона урынлаштырҙы. Был пар элек Папуа — Яңы Гвинеяла миссионер булып хеҙмәт иткән. Улар миңә ҡарата бик игелекле булды. Ул ваҡытта миңә 18 генә йәш ине, һәм улар миңә Йәһүә тураһында күберәк белергә ярҙам итте. Шулай итеп, мин дә Изге Яҙманы өйрәнә башланым һәм тиҙҙән хәҡиҡәтте тапҡаныма инандым. Уинстон менән өйләнешкәс, беҙ тулы ваҡытлы хеҙмәт башланыҡ. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булды, әммә беҙ«ҡиммәтле матур ынйыны» — хәҡиҡәтте һәр ваҡыт бик ҡәҙерләнек.

Уинстон, Йәһүәгә хеҙмәт итә башлаған йылдарығыҙ тураһында һөйләп бирсе.

А. Район хеҙмәтендә ошо маршрут буйынса йөрөнөк

Б. Ҡайһы бер утрауҙарҙа ҡулланылған почта маркалары. Кирибати һәм Тувалу утрауҙары элек Гилберт һәм Эллис утрауҙары тип атала ине

В. Тувалу дәүләте составына ингән Фунафути тигән матур утрау. Беҙ хеҙмәт иткән был һәм башҡа күп утрауҙарға һуңыраҡ миссионерҙар билдәләнде

Өйләнешкәндән һуң күп тә үтмәҫтән, Йәһүә беҙгә «хеҙмәт итеүгә ишектәрҙе» аса башланы (1 Кор. 16:9). Беренсе ишекте Джек Портер исемле ҡәрҙәш күрһәтте, ул беҙҙең бәләкәй генә йыйылышыбыҙға район күҙәтеүсеһе булараҡ килә торғайны. (Хәҙер беҙ уның менән Австралазия филиалының комитетында хеҙмәт итәбеҙ.) Джек һәм уның ҡатыны Розлин беҙҙе пионер хеҙмәтен башларға дәртләндерҙе. Биш йыл беҙ даими пионер булып хеҙмәт иттек. Ә 29 йәшемдә мине Тымыҡ океандың көньяғында урынлашҡан утрауҙарға район күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр. Ул ваҡытта был утрауҙар хаҡында Фиджи филиалы ҡайғырта ине. Беҙ Америка Самоаһы, Самоа, Кирибати, Науру, Ниуэ, Токелау, Тонга, Тувалу һәм Вануату утрауҙарына барып йөрөнөк.

Ул ваҡыттарҙа йыраҡ урынлашҡан ҡайһы бер утрауҙарҙа кешеләр Йәһүә шаһиттарына шикләнеп ҡарай ине, шунлыҡтан беҙгә һаҡлыҡ һәм аҡыллылыҡ менән эш итергә кәрәк булды (Матф. 10:16). Йыйылыштар бәләкәй ине, һәм ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәрҙең беҙҙе үҙ йорттарында ҡабул итергә мөмкинлеге булманы. Шуға күрә урындағы кешеләрҙән, һеҙҙә бер нисә көнгә туҡталырға буламы, тип һорарға тура килә торғайны. Ерле халыҡ беҙгә ҡарата һәр саҡ игелекле булды.

Уинстон, һин тәржемә эше менән бик ҡыҙыҡһынаһың. Ни өсөн?

Өлкәндәр мәктәбендә (Самоа)

Ул ваҡытта тонган телендә сығарылған буклеттар һәм брошюралар бик әҙ ине. Тонга утрауында йәшәгән ҡәрҙәштәр, Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрер өсөн, инглиз телендәге «Мәңгелек тормошҡа алып барыусы хәҡиҡәт» тигән китапты ҡуллана торғайны. Өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән дүрт аҙналыҡ мәктәп үткәрелгән ваҡытта урындағы өс өлкән, инглиз телен бик үк яҡшы белмәһә лә, был китапты тонган теленә тәржемә итергә ризалашты. Пэм тәржемә ителгән тексты машинкала баҫтырғас, беҙ уны Ҡушма Штаттарҙағы филиалға ебәрҙек. Тәржемә эше һигеҙ аҙна дауам итте. Тәржемә юғары сифатлы булмаһа ла, был баҫма тонган телендә һөйләшкән күп кешеләргә хәҡиҡәтте белергә ярҙам итте. Беҙ Пэм менән тәржемәселәр түгел, шулай ҙа был осраҡ беҙҙә тәржемә эшенә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Пэм, утрауҙарҙа йәшәү Австралиялағы тормоштан ныҡ айырылып тора инеме?

Беҙ район хеҙмәтендә ҡатнашҡанда, автобуста йәшәгән ваҡыттар ҙа булды

Эйе, утрауҙарҙа тормош бөтөнләй башҡа ине! Түҙгеһеҙ эҫелек һәм дымлылыҡҡа, москиттар өйөрҙәре, крысалар һәм ауырыуҙарға түҙергә тура килде, ә ҡайһы саҡта ризыҡ етмәй торғайны. Икенсе яҡтан, һәр көндөң аҙағында фале тип аталған һалам түбәле стенаһыҙ йортобоҙҙан матур океанға ҡарап ултырыу шул тиклем рәхәт ине. Ә айлы төндәрҙә беҙ кокос пальмаларының шәүләһенә ҡарап һәм ай яҡтыһының океанда матур итеп сағылыуын күҙәтеп һоҡлана торғайныҡ. Ундай саҡтарҙа беҙ уйланырға һәм доға ҡылырға ярата инек. Быларҙың барыһы беҙгә тиҫкәре уй-фекерҙәрҙе ыңғай яҡҡа йүнәлтергә ярҙам итә ине.

Беҙ утрауҙарҙағы балаларҙы бик яраттыҡ. Улар беҙгә — аҡ тәнле кешеләргә ҡыҙыҡһынып ҡарай ине һәм үҙҙәрен бик ирмәк тота ине. Беҙ Ниуэ утрауында булғанда, бәләкәй генә бер малай Уинстондың йөнтәҫ ҡулдарын тотоп ҡараны ла: «Миңә һинең ҡауырһындарың оҡшай», — тине. Күрәһең, бығаса ул ундай йөнтәҫ ҡулдарҙы күргәне булмаған, шунлыҡтан уларҙы нисек тасуирлап булғанын белмәгән!

Күп кешеләрҙең насар шарттарҙа йәшәүен күреү йән әрнеткес ине. Был иҫ киткес матур ерҙәрҙә сифатлы медицина ярҙамы алыу үтә ауыр ине, һәм кешеләргә таҙа һыу етмәй ине. Шуға ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәр бойоҡмай торғайны. Ундай шарттар улар өсөн ғәҙәти ине. Үҙ ғаиләләре менән бергә булғанға, шулай уҡ ғибәҙәт урындарында йыйылырға һәм Йәһүәне данларға мөмкинлектәре булғанға, ҡәрҙәштәр ысындан да бәхетле ине. Уларҙың үрнәге беҙгә тормошта нимә мөһим икәнен иҫтә тоторға һәм ябай тормош алып барырға ярҙам итте.

Пэм, ҡайһы саҡта һиңә үҙеңә һыуға барырға һәм бөтөнләй яңы шарттарҙа ашарға бешерергә тура килде. Һин быны нисек башҡара алдың?

Пэм кер йыуа (Тонга утрауҙары)

Мин атайыма бик рәхмәтлемен. Ул мине күп файҙалы нәмәләргә, мәҫәлән, усаҡ яғырға, усаҡта ашарға бешерергә һәм ҡул аҫтында булған нәмәләрҙе генә ҡулланып йәшәргә өйрәтте. Бер ваҡыт, Кирибати утрауында булғанда, беҙ һалам түбәле, мәрйен иҙәнле һәм бамбук стеналы йортта туҡталдыҡ. Усаҡта ашарға бешерер өсөн, мин иҙәндә бәләкәй соҡор ҡаҙыным да утын урынына кокос ҡабығын ҡулландым. Ҡоҙоҡтан һыу алыр өсөн, мин урындағы ҡатын-ҡыҙҙар артынан сиратҡа торҙом. Һыуҙы һоҫоп алыр өсөн, улар яҡынса ике метрлыҡ таяҡты ҡуллана ине. Ҡармаҡҡа оҡшаған был таяҡтың бер осона нәҙек бау бәйләнгән ине, ә бауҙың осона бер һауыт эләктерелгән ине. Ҡатындар сиратлашып был һауытты ҡоҙоҡҡа ташлай ине һәм, һауытҡа һыу тулһын өсөн, кәрәкле ваҡытта ҡулдары менән киҫкен хәрәкәт яһай ине. Тәүҙә мин, был эштең бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ, тип уйланым, әммә, сиратым килеп еткәс, быны булдыра алманым. Мин һауытты бер нисә тапҡыр һыуға ташлап ҡараным, әммә ул һыу өҫтөндә йөҙөп тик йөрөнө. Барыһы көлөүҙән туҡтағас, бер ҡатын миңә ярҙам тәҡдим итте. Урындағы кешеләр беҙгә ҡарата һәр ваҡыт ярҙамсыл һәм игелекле булды.

Һеҙҙең икегеҙгә лә утрауҙарҙа хеҙмәт итеү бик оҡшай ине. Күңелегеҙҙе йылытҡан ҡайһы бер осраҡтарҙы һөйләп бирә алаһығыҙмы?

Уинстон: ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәргә төшөнөр өсөн, беҙгә бер ни тиклем ваҡыт кәрәк булды. Мәҫәлән, ҡәрҙәштәр, беҙҙе ҡунаҡ иткәндә, өҫтәлгә шул көнгә әҙерләнгән бөтә ризыҡты ҡуя ине. Тәүҙә беҙ ризыҡтың ниндәйҙер өлөшөн хужаларға ҡалдырырға кәрәклеген аңламай инек һәм алдыбыҙға ҡуйылған бар ризыҡты ашап бөтөрә торғайныҡ! Аҙаҡ беҙ хатабыҙҙы аңланыҡ. Шундай хаталарға ҡарамаҫтан, ҡәрҙәштәр беҙгә ҡарата аңлаусан булды. Һәм беҙҙең алты ай һайын килеп китеүҙәребеҙ уларға күп шатлыҡ килтерә ине. Уларҙың, урындағы ҡәрҙәштәрҙән тыш, башҡа Йәһүә шаһиттары менән осрашырға һәм аралашырға мөмкинлектәре юҡ ине.

Ҡәрҙәштәр менән хеҙмәткә юлланабыҙ (Ниуэ утрауы)

Килеп китеүҙәребеҙ утрауҙарҙа йәшәгән башҡа кешеләр өсөн дә яҡшы шаһитлыҡ булды. Күптәр ҡәрҙәштәребеҙ тураһында, был динде үҙҙәре уйлап сығарған, тип һанаған булған. Шуға күрә, ике Йәһүә шаһитының сит илдән килеүен күргәс, улар ойошмабыҙҙың халыҡ-ара булыуын аңлап бик ғәжәпләнә ине.

Пэм: минең иң йылы хәтирәләремдең береһе Кирибати менән бәйле. Ундағы йыйылышта ни бары бер нисә генә ҡәрҙәш булғайны. Шул йыйылыштағы берҙән-бер өлкән Синикай Матера бик ҡайғыртыусан кеше ине. Бер көндө ул беҙгә кәрзин тотоп килде, кәрзиндә бер йомортҡа ята ине. Синикай ҡәрҙәш: «Был һеҙҙең өсөн», — тине. Ул ваҡытта тауыҡ йомортҡалары бик һирәк осрай торған ризыҡ ине. Был бәләкәй, әммә йомарт бүләк күңелебеҙгә май булып ятты.

Пэм, үткәндә һин бала юғалтыу ҡайғыһы кисерҙең. Был ҙур ҡайғыны күтәрергә һиңә нимә ярҙам итте?

1973 йылда, беҙ Уинстон менән Тымыҡ океандың көньяғында хеҙмәт иткәндә, мин ауырға ҡалдым. Беҙ Австралияға ҡайтырға булдыҡ, һәм унда дүрт айҙан һуң минең балам төштө. Уинстон да был ҡайғыны бик ауыр кисерҙе. Ваҡыт үтеү менән күңел әрнеүем бер аҙ баҫылды, әммә бөтөнләй үтмәне. 2009 йыл 15 апрель һанындағы «Күҙәтеү манараһы» сыҡҡас ҡына, еңеллек тойҙом. «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән рубрикала «Әсә ҡарынында үлгән баланың терелтеләсәгенә өмөтләнеп буламы?» тигән тема асыҡлана ине. Ундағы фекерҙәр беҙҙе шуға ышандырҙы: был мәсьәләне Йәһүә хәл итәсәк, ә ул һәр ваҡыт дөрөҫ эш итә. Киләсәктә ул үҙенең Улына «Иблис эштәрен емерергә» ҡушасаҡ һәм был яуыз донъяла йәшәгән хеҙмәтселәренең бөтә күңел яраларын һауыҡтырасаҡ (1 Яхъя 3:8). Шул мәҡәлә беҙгә Йәһүә бүләк иткән «ҡиммәтле ынйыны» тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итте! Батшалыҡҡа өмөтөбөҙ булмаһа, нимә эшләр инек?

Балабыҙҙы юғалтҡандан һуң, беҙ ҡабат тулы ваҡытлы хеҙмәт башланыҡ. Бер нисә ай беҙ Австралия филиалында хеҙмәт иттек, ә шунан район хеҙмәтенә тотондоҡ. Яңы Көньяҡ Уэльс штатының ауыл райондарында һәм Сиднейҙа дүрт йыл хеҙмәт иткәндән һуң, 1981 йылда беҙ Австралия филиалында хеҙмәт итергә билдәләндек, һәм шул ваҡыттан алып Вефилдә хеҙмәт итәбеҙ.

Уинстон, Тымыҡ океан утрауҙарында хеҙмәт итеп туплаған тәжрибәң һиңә Австралазия филиалының комитетында хеҙмәт итеүҙә ярҙам итәме?

Эйе, бик тә ярҙам итә. Беренсенән, беҙҙең филиалға Америка Самоаһы һәм Самоа утрауҙары хаҡында ҡайғыртырға ҡуштылар. Шунан беҙҙең филиал Яңы Зеландия филиалы менән берләште. Шулай итеп, хәҙер Австралазия филиалының территорияһына Австралия, Америка Самоаһы һәм Самоа, Кук утрауҙары, Яңы Зеландия, Ниуэ, Көнсығыш Тимор, Токелау һәм Тонга инә. Мин был илдәрҙең һәм территорияларҙың күбеһенә филиал вәкиле булараҡ барып ҡайттым. Утрауҙарҙа йәшәгән ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек иткәнгә, хәҙер мин, филиалда хеҙмәт итеп, уларға яҡшыраҡ ярҙам итә алам.

Уинстон менән Пэм Австралазия филиалында

Беҙ Пэм менән үҙ тәжрибәбеҙҙә шуға инандыҡ: хәҡиҡәтте ололар ғына түгел, ә балалар ҙа эҙләй. Йәштәр ҙә, хатта туғандары хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынмаһа ла, «бик ҡиммәтле матур ынйыны» табырға теләй (2 Бат. 5:2, 3; 2 Йыл. 34:1—3). Һис шикһеҙ, ҡайғыртыусан Аллабыҙ Йәһүә йәштәрҙең дә, ололарҙың да мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй!

Беҙ Пэм менән, 50 йылдан ашыу элек Алланы эҙләй башлағанда, бының нимәгә килтерәсәген күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Батшалыҡ тураһындағы хәҡиҡәт ысынлап та баһалап бөткөһөҙ ынйы, һәм беҙ уны артабан да ҡәҙерләргә теләйбеҙ!