Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Дин политикала ҡатнашырға тейешме?

Дин политикала ҡатнашырға тейешме?

 Төрлө илдәрҙә үҙҙәрен Ғайса Мәсихтең шәкерттәре тип һанаған күп кешеләр политикала әүҙем ҡатнаша. Ҡайһы берәүҙәр, билдәле бер кандидаттар йәки сәйәси партиялар өсөн тауыш биреп, үҙҙәренең дини ышаныуҙарын һәм әхлаҡи ҡараштарын алға һөрөргә маташа. Политиктар, үҙ сиратында, дини граждандарҙың ярҙамын алыр өсөн, йыш ҡына әхлаҡи һәм социаль мәсьәләләрҙе ҡуллана. Дин эшмәкәрҙәренең сәйәси вазифалар биләүе ғәҙәти хәлгә әйләнде. Ә ҡайһы бер илдәрҙә христиандар ойошмалары хатта дәүләт дине статусын алырға мөмкин.

 Ә һеҙҙеңсә, Ғайса Мәсихтең шәкерттәре политикала ҡатнаша аламы? Яуапты йыраҡтан эҙләргә кәрәкмәй. Ғайса ҡалдырған үрнәккә иғтибар итәйек. Ул: «Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем», — тигән (Яхъя 13:15). Шулай итеп, Ғайса ниндәй үрнәк күрһәткән?

Ғайса политикала ҡатнашҡанмы?

 Юҡ. Ғайса был донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашмаған.

 Ғайса власҡа ынтылмаған. Шайтан «донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы», йәғни бөтә кеше хөкүмәттәре өҫтөнән контроль тәҡдим иткәс, Ғайса был тәҡдимде кире ҡаҡҡан (Матфей 4:8—10) a. Икенсе бер осраҡта Ғайсала лидерлыҡ сифаттары күреп ҡалған кешеләр уны сәйәсәттә ҡатнаштырырға теләгән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте» (Яхъя 6:15). Ғайса кешеләрҙең ихтыярына буйһонмаған. Ул политикаға ҡатнашыуҙан баш тартҡан.

 Ғайса сәйәси һорауҙарҙа берәүҙең яғына ла баҫмаған. Мәҫәлән, Ғайса көндәрендә йәһүдтәрҙең Рим хөкүмәтенә һалым түләргә кәрәк булғаны өсөн асыуы килгән, улар был талапты ғәҙелһеҙ тип һанаған. Улар Ғайсаның ошо һорау буйынса үҙ фекерен әйтеүен һәм берәй яҡҡа баҫыуын теләгән. Ләкин Ғайса ул һалымды түләү ғәҙелме, юҡмы икәне тураһында сәйәси бәхәскә инмәгән. Ул: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын — Аллаға бирегеҙ», — тигән (Марк 12:13—17). Ул был һорауҙа нейтраль булып ҡалған, ләкин вәкиле ҡайсар булған Рим хөкүмәте талап иткән һалымдарҙы түләргә кәрәклеген күрһәткән. Шул уҡ ваҡытта ул властарға буйһоноу сикле икәнен дә күрһәткән. Кеше дәүләткә Алланыҡы булғанды, мәҫәлән, тоғролоҡ һәм табыныуҙы бирә алмай (Матфей 4:10; 22:37, 38).

 Ғайса күктәге хөкүмәтте — Алла Батшалығын яҡлаған (Лука 4:43). Ул политикала ҡатнашмаған, сөнки ниндәйҙер кеше хөкүмәте түгел, ә тик Алла Батшалығы ғына Алланың ниәте буйынса кешеләр ерҙә йәшәргә тейеш булған шарттарҙы булдыра аласағын белгән (Матфей 6:10) Ул Алла Батшалығының кеше хөкүмәттәре аша эш итмәйәсәген, ә уларҙы алмаштырасағын аңлаған (Данил 2:44).

Беренсе быуат мәсихселәре политикала ҡатнашҡанмы?

 Юҡ. Ғайсаның шәкерттәре уның «һеҙ был донъяныҡы түгел» тигән һүҙҙәренә буйһонған (Яхъя 15:19). Улар, уның үрнәге буйынса эш итеп, политиканан ситтә торған (Яхъя 17:16; 18:36). Улар сәйәси эштәрҙә ҡатнашмаған, ә Ғайса ҡушҡан эште башҡарған: Алла Батшалығы тураһында вәғәзләгән һәм өйрәткән (Матфей 28:18—20; Ғәмәлдәр 10:42).

 Беренсе быуаттағы мәсихселәр өсөн иң мөһиме Алланы тыңлау булған, әммә улар шулай уҡ хөкүмәт башлыҡтарын ихтирам итергә кәрәклеген белгән (Ғәмәлдәр 5:29; 1 Петр 2:13, 17). Шуға күрә улар закондарға буйһонған һәм һалымдар түләгән (Римдарға 13:1, 7). Сәйәсәттә ҡатнашмаһалар ҙа, улар дәүләт биргән юридик яҡлау һәм хеҙмәттәр менән файҙаланған (Ғәмәлдәр 25:10, 11; Филиптарға 1:7).

Мәсихселәр нейтралитеты бөгөн

 Изге Яҙманан Ғайсаның да, тәүге мәсихселәрҙең дә политикала ҡатнашмағаны ап-асыҡ күренә. Шуға күрә Йәһүә шаһиттары, Ғайсаның шәкерттәре булараҡ, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, тулы нейтралитет һаҡлай. Беренсе быуаттағы мәсихселәр шикелле, улар Ғайса ҡушҡан йөкләмәне үтәү — «Алла Батшалығы хаҡындағы... Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләү менән мәшғүл (Матфей 24:14).

a Шайтандың тәҡдимен кире ҡаҡҡан саҡта Ғайса Шайтанға, донъялағы бөтә хөкүмәттәр өҫтөнән хакимлығың юҡ, тип әйтмәгән. Һуңғараҡ ул Шайтанды «был донъяның хакимы» тип атаған (Яхъя 14:30).