Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

06-СЫ ДӘРЕС

Тормош нисек яралған?

Тормош нисек яралған?

Аллала «йәшәү шишмәһе» (Зәбур 36:9). Һин быға ышанаһыңмы? Ҡайһы берәүҙәр, йәшәү осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килгән, тип уйлай. Был шулай булһа, тимәк, беҙҙең ошо донъяла йәшәүебеҙ бары тик осраҡлы хәл генә. Ләкин йәшәүҙең сығанағы Йәһүә Алла булһа, йәшәүебеҙҙең маҡсаты булырға тейеш a. Шулай бит? Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәр менән таныш һәм ни өсөн уға ышаныу нигеҙле икәнен бел.

1. Ғаләм нисек барлыҡҡа килгән?

Тәүратта: «Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты», — тиелгән (Башланмыш 1:1). Күпселек ғалимдар Ғаләмдең башланғысы булыуы менән ризалаша. Алла Ғаләмде нисек барлыҡҡа килтергән? Ул үҙенең «ҡеүәтле рухы», йәғни эш итеүсе көсө ярҙамында Ғаләмдә булған бөтә нәмәне, шул иҫәптән галактикаларҙы, йондоҙҙарҙы һәм планеталарҙы булдырған (Башланмыш 1:2).

2. Ни өсөн Алла Ерҙе барлыҡҡа килтергән?

Йәһүә Ерҙе «юҡҡа ғына түгел, ә кешеләр йәшәһен өсөн булдырған» (Ишағыя 45:18). Ул Ер шарында кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырған, һәм, улар унда мәңге йәшәһен өсөн, кәрәк булғандың барыһын биргән. (Ишағыя 40:28-ҙе һәм 42:5-те уҡы.) Ғалимдар әйтеүенсә, беҙҙең планетабыҙ башҡа планеталарҙан бик ныҡ айырылып тора. Кешеләр тик бында ғына йәшәй ала.

3. Кеше хайуандан нимә менән айырылып тора?

Ерҙе барлыҡҡа килтергәндән һуң, Йәһүә унда йәшәү булдырған. Тәүҙә ул ерҙе үҫемлектәр һәм хайуандар менән тултырған. Шунан «Алла кешене... Үҙ рәүешенә, Аллаға, оҡшатып» яратҡан. (Башланмыш 1:27-не уҡы.) Шулай итеп, кеше хайуандан нимә менән айырылып тора? Аллаға оҡшатып яратылғанға, беҙ уның яратыу һәм ғәҙеллек кеүек сифаттарын сағылдыра алабыҙ. Шулай уҡ Алла беҙҙе телдәр өйрәнеү һәләте, йыр-моңға кинәнеү һәм матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо менән барлыҡҡа килтергән. Бынан тыш, хайуандарҙан айырмалы булараҡ, беҙ Барлыҡҡа килтереүсебеҙгә табына алабыҙ.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Тормоштоң яратылғанына һәм Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереүгә ҡағылышлы хәбәрҙең ышаныслы булғанына дәлилдәр ҡарап сыҡ. Кешеләрҙең сифаттары беҙгә Алла тураһында нимә асыҡлағанын бел.

4. Тормош яратылған булған

Тәбиғәттәге нәмәләрҙе өлгө итеп алып, кешеләр төрлө әйберҙәр уйлап сығара һәм данды үҙҙәренә ала. Әммә ысынында кем данға лайыҡ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир:

  • Кешеләр, тәбиғәткә ҡарап, нимә уйлап сығарған?

Һәр йорттоң проектлаусыһы һәм төҙөүсеһе бар. Ә тәбиғәттәге бөтә нәмәне кем проектлап төҙөгән? Еврейҙарға 3:4-те уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Тәбиғәттә һине нимә һоҡландыра?

  • Ғаләмдең һәм унда булған бөтә нәмәнең барлыҡҡа килтерелгәненә ышаныу аҡыллымы? Ни өсөн?

Һин белә инеңме?

Был темаға ҡағылышлы мәҡәләләрҙе һәм видеояҙмаларҙы jw.org сайтында «Тәбиғәт мөғжизәләре» һәм «Тормош яралыуына бәйле ҡараштар» тигән рубрикаларҙа табып була.

«Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе — Алла»

5. Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәр ышанысҡа лайыҡ

Тәүратта, Башланмыш китабының 1-се бүлегендә, ерҙең һәм тормоштоң яралыуы тасуирлана. Был хәбәргә ышанып буламы, йә ул уйҙырма ғынамы? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Изге Яҙма, ер һәм тормош алты тәүлек эсендә барлыҡҡа килтерелгән, тип өйрәтәме?

  • Һинеңсә, Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәр эҙмә-эҙлеклеме, ышаныслымы? Ни өсөн?

Башланмыш 1:1-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Ғалимдарҙың әйтеүенсә, Ғаләмдең башланғысы булған. Уларҙың һығымталары һин әле генә Изге Яҙмала уҡығандарға тура киләме? Аңлатсы.

Ҡайһы бер кешеләр, Алла тормошто барлыҡҡа килтергәндә эволюцияны ҡулланған, тип уйлай. Башланмыш 1:21, 25, 27-не уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Алла тереклектең ябай формаларын булдырғандан һуң, улар, эволюция кисереп, балыҡтарға, хайуандарға һәм кешеләргә әйләнгәнме? Изге Яҙма быға өйрәтәме? Йәиһә Алла организмдарҙың бөтә төп төрҙәрен үҙе барлыҡҡа килтергәнме? b

6. Кеше — Алланың үҙенә күрә бер ижады

Кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла Йәһүә барлыҡҡа килтергән, әммә беҙ хайуандарҙан айырылып торабыҙ. Башланмыш 1:26-ны уҡы һәм яуап бир:

  • Аллаға оҡшатып барлыҡҡа килтерелгәнгә, яратыу һәм ҡыҙғаныу сифаттарын сағылдыра алыуыбыҙ Алла тураһында нимә асыҡлай?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәр — бары тик уйҙырма ғына».

  • Ә һин нимә уйлайһың? Ни өсөн?

ТӨП ФЕКЕР

Ғаләмде һәм бөтә тереклекте Йәһүә барлыҡҡа килтергән.

Ҡабатлау

  • Изге Яҙмала Ғаләмдең барлыҡҡа килеүе тураһында нимә әйтелә?

  • Бөтә тереклек Алла булдырған иң ябай йәшәү формаһынан эволюция һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡанмы йә Алла уларҙың барыһын да үҙе барлыҡҡа килтергәнме?

  • Кешене нимә үҙенсәлекле итә?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Тәбиғәт Барлыҡҡа килтереүсенең барлығын раҫлай. Быға бер нисә миҫал ҡарап сыҡ.

«Тәбиғәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?» («Уянығыҙ!», 2006 йыл, сентябрь)

Атай кешенең Изге Яҙмалағы барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәрҙе бәләкәй улына нисек аңлатҡанын ҡара.

«Бар нәмәне Йәһүә булдырған» (2:37)

Эволюция ла, Изге Яҙма ла бер юлы хаҡ була аламы икәнен ҡарап сыҡ.

«Алла тереклектең төрлө формаларын эволюция ярҙамында барлыҡҡа килтергәнме?» (интернет-мәҡәлә)

Палеонтологик йылъяҙма һәм фәнни тикшеренеүҙәр нимә раҫлай: тормоштоң барлыҡҡа килтерелгәненме йә уның осраҡлы рәүештә килеп сыҡҡанынмы? Быны тикшереп бел.

«Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» (брошюра)

a Алланың кешеләргә ҡарата ниәте 25-се дәрестә ҡаралыр.

b Изге Яҙмала ҡулланылған «төр» тигән һүҙ ғалимдар ҡулланған «төр» тигән һүҙгә ҡарағанда киңерәк мәғәнә йөрөтә.