13-СӨ ДӘРЕС

Ялған диндәр Алланы хурлай

Ялған диндәр Алланы хурлай

Алла — мөхәббәт ул. Улайһа, Алла тураһында өйрәтәбеҙ, тип әйткән диндәр ни өсөн шул тиклем күп яуызлыҡ ҡыла һуң? Ҡыҫҡаса әйткәндә, был диндәр ялған һәм Алланы хурлай. Нисек итеп? Алла быға нисек ҡарай? Ул шул диндәр менән нимә эшләр?

1. Ялған диндәр үҙ тәғлимәттәре менән Алланы нисек хурлай?

Ялған диндәр «Алла хәҡиҡәтен ялғанға» алмаштырған (Римдарға 1:25). Уларҙың күпселеге Алланың исеме барлығы хаҡында әйтмәй. Әммә, Изге Яҙма буйынса, Алла исемен ҡулланыу бик мөһим (Римдарға 10:13, 14). Берәй бәлә-ҡаза булғанда, дин етәкселәре: «Алла шулай яҙған», — тип өйрәтә. Әммә был ялған. Алла яуызлыҡ ҡылмай. (Яҡуб 1:13-тө уҡы.) Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диндәрҙең алдауы арҡаһында күптәр Алла тураһында белергә теләмәй.

2. Ялған диндәр үҙ эштәре менән Алланы нисек хурлай?

Ялған диндәр кешеләр менән үҙҙәрен насар тота. Изге Яҙмала, ялған диндәрҙең «гонаһтары... күккә тиклем ашты», тиелә (Асылыш 18:5). Быуаттар дауамында диндәр сәйәсәткә ҡыҫыла һәм һуғыштарҙы хуплай. Диндәрҙең иҫәпһеҙ кешеләрҙең һәләк булыуына ҡатнашы бар. Ҡайһы бер дин етәкселәре байҙарса йәшәй һәм, шулай йәшәр өсөн, ябай кешеләрҙән аҡса һура. Шулай итеп диндәрҙең Алланы белмәүе асыҡ күренеп тора. Эйе, уларҙың Алла исеменән һөйләргә хаҡы юҡ. (1 Яхъя 4:8-ҙе уҡы.)

3. Алла ялған диндәргә нисек ҡарай?

Ялған диндәрҙең эштәре һине асыуландыра икән, Йәһүәне был бигерәк тә асыуландыра. Ул кешеләрҙе ярата, әммә дин етәкселәренең уның хаҡында алдап һөйләүе һәм кешеләр менән насар мөғәмәлә итеүе уны бик ярһыта. Йәһүә, ялған диндәр юҡ ителәсәк һәм бүтән булмаясаҡ, тип вәғәҙә итә (Асылыш 18:21). Тиҙҙән Алла ялған диндәрҙең бөтәһен дә мәңгегә юҡҡа сығарасаҡ (Асылыш 18:8).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Алланың ялған диндәргә нисек ҡарағаны һәм уларҙың нимәлә ғәйепле булғаны тураһында күберәк бел. Шулай уҡ ни өсөн уларҙың эштәре һиңә Йәһүә менән танышырға ҡамасауларға тейеш түгел икәнен ҡарап сыҡ.

4. Алла бөтә диндәрҙе лә хуплаймы?

Күп кешеләр уйлауынса, диндәр юлдарға оҡшаш — уларҙың барыһы ла Аллаға алып бара. Әммә был ысынлап та шулаймы? Матфей 7:13, 14-те уҡы һәм яуап бир:

  • Изге Яҙма буйынса, ниндәй юл тормошҡа алып бара?

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм шунан һорауға яуап бир.

  • Изге Яҙма, Алла бөтә диндәрҙе лә хуплай, тип өйрәтәме?

5. Ялған диндәр Алланың яратыу тураһындағы ҡанунын боҙа

Диндәр Алланы төрлөсә хурлай. Ҡот осҡос миҫалдарҙың береһе — уларҙың һуғыштарҙа ҡатнашыуы. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

  • Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында күп сиркәүҙәр нимә эшләгән?

  • Һин был турала нимә уйлайһың?

Яхъя 13:34, 35 һәм 17:16-ны уҡы, шунан ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Һинеңсә, диндәрҙең һуғыштарҙа ҡатнашыуы Йәһүәлә ниндәй хистәр тыуҙыра?

  • Ялған диндәр күп енәйәттәрҙә ғәйепле. Һинеңсә, диндәр Алланың яратыу тураһындағы ҡанунын нисек боҙа?

Ялған диндәр Алланың яратыу тураһындағы ҡанунын боҙа

6. Алла кешеләрҙе ялған диндән азат итергә теләй

Асылыш 18:4-те уҡы a һәм яуап бир:

  • Алла ялған дингә алданып йәшәгән кешеләргә ярҙам итергә теләй. Быны белеү һиндә ниндәй хистәр уята?

7. Хаҡ Алла тураһында белем алыуыңды дауам ит

Ни өсөн ялған диндәрҙең эштәре Аллаға ҡарата мөнәсәбәтеңә тәьҫир итергә тейеш түгел? Күҙ алдыңа килтер: атай кеше улына яҡшы кәңәштәр бирә, әммә улы, уларҙы кире ҡағып, өйҙән сығып китә һәм боҙоҡ тормош алып бара. Атаһы улының тәртибен хупламай. Ни өсөн атай кешене улының эштәрендә ғәйепләү ғәҙелһеҙ булыр ине?

  • Ялған диндәрҙең эштәрендә Йәһүәне ғәйепләү һәм шул арҡала уның тураһында белем алыуҙан туҡтау дөрөҫ булыр инеме?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Бөтә диндәр ҙә яҡшыға өйрәтә һәм бер үк Аллаға табына».

  • Ә һин нисек уйлайһың?

  • Күпселек диндәр, Аллаға табынабыҙ, ти. Әммә ни өсөн Алла уларҙың табыныуын ҡабул итмәй?

ТӨП ФЕКЕР

Ялған диндәр үҙенең тәғлимәттәре һәм ҡот осҡос эштәре менән Алланы хурлай. Алла ялған динде юҡ итәсәк.

Ҡабатлау

  • Һин ялған диндәрҙең өйрәтеүҙәре һәм эштәре тураһында нимә уйлайһың?

  • Йәһүә ялған диндәргә нисек ҡарай?

  • Алла ялған диндәр менән нимә эшләйәсәк?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Диндәрҙең күбеһе Алланы нисек хурлағанын бел.

«Бөтә диндәр ҙә Аллаға алып барамы?» (интернет-мәҡәлә)

Ни өсөн Йәһүә беҙҙең имандаштарыбыҙ менән бергә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙы теләй?

«Аллаға ышанған кеше мотлаҡ рәүештә берәй дини ойошмала торорға тейешме?» (интернет-мәҡәлә)

Бер рухани үҙ динендә шикләнә башлаған. Әммә был уны хәҡиҡәтте эҙләүҙән туҡтатмаған.

«Ни өсөн рухани сиркәүҙән киткән» («Уянығыҙ!», 2015 йыл, февраль)

Быуаттар дауамында диндәр Алла тураһында ялған таратҡан. Был, Алла кешеләр менән ҡыҙыҡһынмай, тигән фекер тыуҙырған һәм уны мәрхәмәтһеҙ итеп күрһәткән. Изге Яҙма был ялғанды нисек фаш иткәнен бел.

«Алланы яратырға ҡамасаулаған ялған» («Күҙәтеү манараһы», 2013 йыл, 1 ноябрь)

a Асылыш китабында ялған дин «Бөйөк Вавилон» исемле ҡатын итеп һүрәтләнә. Бының тураһында күберәк белер өсөн, 1-се ҡушымтаны ҡара.