Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән баҫманы хеҙмәттә ҡуллан

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән баҫманы хеҙмәттә ҡуллан

Кешеләр менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрер өсөн яңы брошюра һәм яңы китап алыуыбыҙға беҙ бик шатбыҙ. Йәһүәгә, күберәк шәкерттәр әҙерләр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалауын һорап, доға ҡылабыҙ (Мт 28:18—20; 1Кр 3:6—9). Был яңы ҡоралдарҙы нисек ҡулланырға?

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән интерактив Изге Яҙма курсы өйрәнеүҙәр үткәреүҙә яңы алымдар ҡулланырға ярҙам итә. Һәр дәрескә әҙерлән һәм, Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәргәндә, ошо күрһәтмәләр буйынса эш итергә тырыш *.

  • Өйрәнеүсе менән бергә материалды уҡы һәм һорауҙар буйынса фекер алыш.

  • «Уҡы» тип билдәләнгән аяттарға айырым иғтибар бир һәм өйрәнеүсегә был аяттың ҡаралған тема менән нисек бәйле булғанын аңларға ярҙам ит.

  • Өйрәнеүсе менән бергә видеояҙмаларҙы ҡара һәм килтерелгән һорауҙар ярҙамында уның менән фекер алыш.

  • Бер өйрәнеү ваҡытында тотош бер дәресте үтергә тырыш.

Вәғәздә кешегә тәүҙә брошюраны тәҡдим ит. (« Беренсе һөйләшеүҙә „Һин мәңге йәшәй алаһың!“ тигән брошюраны нисек тәҡдим итергә» тигән рамканы ҡара.) Брошюраның бөтә дәрестәрен ҡарап сыҡҡандан һуң кеше артабан да өйрәнергә теләһә, уның менән китап буйынса дүртенсе дәрестән башлап өйрәнеүҙе дауам ит. Әгәр һин өйрәнеүсе менән «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» йә «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ» китабы буйынса өйрәнеү үткәрһәң, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапҡа күс. Өйрәнеүҙе ниндәй дәрестән алып дауам итергә икәнен үҙең хәл ит.

«ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ӨЙРӘНЕҮ КУРСЫНА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Өйрәнеүселәр был яңы китаптан нимә белер?

  • Ни өсөн яңы ғына өйрәнә башлаған кешегә был видеояҙманы күрһәтергә кәрәк?

  • Өйрәнеүсене ниндәй маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерергә кәрәк? («Һәр өлөштөң маҡсаттары» тигән таблицаны ҡара.)

^ 4 абз. ИҪКӘРМӘ: «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамка дәрестең мотлаҡ ҡарала торған өлөшө булмаһа ла, өйрәнеүгә әҙерләнгән саҡта бөтә мәҡәләләрҙе уҡы һәм видеояҙмаларҙы ҡарап сыҡ. Бының ярҙамында һин өйрәнеүсе өсөн ниндәй материал файҙалы булырын аңларһың. Китаптың электрон форматында видеояҙмаларға һәм өҫтәмә материалға һылтанмалар бар.

ҺӘР ӨЛӨШТӨҢ МАҠСАТТАРЫ

 

ДӘРЕСТӘР

ӨЙРӘНЕҮСЕ ӨСӨН МАҠСАТ

УҠЫТЫУСЫ ӨСӨН МАҠСАТ

1

1—12

Изге Яҙма һиңә нисек ярҙам итә алғанын һәм уның Авторы менән нисек танышып булғанын бел.

Өйрәнеүсене Изге Яҙманы уҡырға, өйрәнеүгә әҙерләнергә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә дәртләндер.

2

13—33

Алла беҙҙең өсөн нимә эшләгәнен һәм уға нисек дөрөҫ итеп табынып булғанын бел.

Өйрәнеүсене белгәндәрен башҡалар менән уртаҡлашырға һәм вәғәзсе булып китергә дәртләндер.

3

34—47

Алланың үҙ хеҙмәтселәренән нимә көткәнен бел.

Өйрәнеүсене тормошон Йәһүәгә бағышларға һәм һыуға сумдырылырға дәртләндер.

4

48—60

Алла һөйөүендә нисек ҡалырға икәнен бел.

Өйрәнеүсегә яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә һәм рухи яҡтан үҫергә ярҙам ит.