Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП

Изге Яҙманы тикшерергә ярҙам иткән ҡоралдарҙы ҡуллан

Изге Яҙманы тикшерергә ярҙам иткән ҡоралдарҙы ҡуллан

Беҙ оҫта өйрәтеүселәр булһын өсөн, Йәһүә беҙгә күп ҡоралдар бирә. Улар араһына видеояҙмалар, буклеттар, журналдар, брошюралар, китаптар һәм төп ҡоралыбыҙ — Изге Яҙма инә (2Тм 3:16). Шулай уҡ беҙҙең Изге Яҙманы тәрән тикшерер өсөн ҡоралдарыбыҙ бар: «Күҙәтеү манараһының электрон китапханаһы», JW Library® ҡушымтаһы, «Күҙәтеү манараһының онлайн-китапханаһы», «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә».

Әгәр ҙә һин рухи ынйыларҙы эҙләп табыр өсөн бөтә ҡоралдарҙы ла ҡулланһаң, ҙур шатлыҡ кисерерһең. Өйрәнеүсеңде лә был рухи ҡоралдарҙы ҡулланырға өйрәт. Шулай итеп ул да, үҙ һорауҙарына яуап табып, шатлыҡ тойор.

«ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ. ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРҘАМЫН ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ: ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ТИКШЕРЕҮ ӨСӨН ҠОРАЛДАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Барлыҡҡа килтереү тураһында әйткәндә, Джейд нимә менән килешмәй?

  • Нита эволюция һәм барлыҡҡа килтереү тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан таба?

  • Рухи хазиналарҙы эҙләп табыу һәм уларҙы башҡалар менән уртаҡлашыу беҙгә шатлыҡ килтерә

    Ул Джейдҡа тура килгән мәғлүмәтте нисек һайлай?

  • Нитаның тикшеренеү үткәреүе үҙенә ниндәй йоғонто яһай?