Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

48-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә һеҙгә ошо тынғыһыҙ заманда ярҙам итер

Йәһүә һеҙгә ошо тынғыһыҙ заманда ярҙам итер

«„Ныҡ бул...“ „Мин бит һеҙҙең менән“, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә» (АГГ. 2:4).

118-СЕ ЙЫР «Иманыбыҙҙы арттыр»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәренең шарттары ҡайһы яҡтан Иерусалимға ҡайтҡан йәһүдтәрҙекенә оҡшаш булған? ( «Аггей, Зәкәриә һәм Езра заманы» тигән схеманы ҡарағыҙ.)

 ҺЕҘ киләсәгегеҙ тураһында борсолаһығыҙмы? Бәлки, һеҙ, эшегеҙҙе юғалтҡанға ғаиләгеҙҙе нисек тәьмин итергә белмәйһегеҙҙер. Йәки һеҙ илдәге сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, эҙәрләүҙәр йә вәғәз эшенә ҡаршылыҡ арҡаһында яҡындарығыҙ тураһында ҡайғыраһығыҙҙыр. Шулай булһа, Йәһүәнең израилдәргә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығыу файҙалы булыр.

2 Вавилондан Иерусалимға ҡайтҡан йәһүдтәргә көслө иман кәрәк булған. Улар, уңайлы тормоштарын ҡалдырып, күптәргә таныш булмаған илгә киткән. Әммә унда уларҙы күп ауырлыҡтар көткән. Ғаиләләрен тәьмин итер өсөн уларҙың аҡсалары етмәгән. Фарсы империяһында тыныс булмаған. Бынан тыш, күрше халыҡтар ҡаршылыҡ күрһәткән. Бының арҡаһында ҡайһы берәүҙәргә иң мөһим эшкә — ғибәҙәтхананы торғоҙоу эшенә — иғтибар бүлеү ауыр булған. Бына ни өсөн яҡынса б. э. т. 520 йылда Йәһүә уларға ике пәйғәмбәрҙе — Аггей менән Зәкәриәне ебәргән. Улар халыҡтың рухтарын күтәреп ебәрергә тейеш булған (Агг. 1:1; Зәк. 1:1). Күреүебеҙсә, был пәйғәмбәрҙәр үҙ хеҙмәттәрен яҡшы башҡарған. Ләкин 50 йыл самаһы үткәс, йәһүдтәр ҡабат һүлпәнәйгән. Шул саҡта Вавилондан Иерусалимға Ҡанунды күсереп яҙыусы Езра килгән. Ул халыҡҡа яңы көс өҫтәгән һәм ватандаштарына Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы беренсе урынға ҡуйырға ярҙам иткән (Езра 7:1, 6).

3. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:19).

3 Күрше халыҡтарҙың ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, израилдәр Аггей менән Зәкәриә ярҙамында Йәһүәгә таяныуҙарын дауам иткән. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, был пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре беҙгә лә ярҙам итер. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:19-ҙы уҡығыҙ.) Беҙ Аггей менән Зәкәриәнең пәйғәмбәрлектәрен, шулай уҡ Езраның миҫалын ҡарап сығырбыҙ һәм ошондай һорауҙарға яуап табырбыҙ: Иерусалимға ҡайтҡан йәһүдтәрҙең ниндәй ауырлыҡтары булған? Ни өсөн беҙ хатта ауыр ваҡыттарҙа ла Алланың ихтыярын беренсе урынға ҡуйырға тейеш? Тынғыһыҙ ваҡытта Йәһүәгә иманыбыҙҙы нисек нығытып була?

ИЕРУСАЛИМҒА ҠАЙТҠАН ЙӘҺҮДТӘРҘЕҢ НИНДӘЙ АУЫРЛЫҠТАРЫ БУЛҒАН

4, 5. Ни өсөн ғибәҙәтхананы төҙөүселәрҙең дәрте һүрелгән?

4 Йәһүдтәр Иерусалимға ҡайтҡас, уларҙы күп эш көткән. Улар ҡыҫҡа арала Йәһүәгә ҡорбан килтереү урыны төҙөгән һәм ғибәҙәтхананың нигеҙен һалған (Езра 3:1—3, 10). Ләкин тиҙҙән уларҙың дәрте һүрелә башлаған. Ни өсөн? Ғибәҙәтхана төҙөүҙән тыш, уларға үҙҙәренә өйҙәр һалырға, иген сәсергә һәм ғаиләләрен тәьмин итергә кәрәк булған (Езра 2:68, 70). Өҫтәүенә, улар ғибәҙәтхананы төҙөргә ҡамасаулаған дошмандарҙың ҡаршылығы менән осрашҡан (Езра 4:1—5).

5 Әсирлектән ҡайтҡан йәһүдтәрҙең тормоштары шулай уҡ сәйәси һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында ауыр булған. Уларҙың иле Фарсы империяһының өлөшө булып киткән. Б. э. т. 530 йылда Кир II үлгәс, уның урынына Камби́з II килгән һәм Мысырға ҡаршы һуғыш башлаған. Уның ғәскәрҙәре Израиль ерҙәре аша үткәндә, моғайын, урындағы халыҡтан ризыҡ, һыу һәм йоҡлау урыны талап иткәндер. Шундай шарттар израилдәрҙең тормошон тағы ла ҡатмарлаштырған. Камбиз II һуң Дарий I Фарсы империяһының батшаһы булып киткән. Әммә ул идара иткән ваҡытта ла сәйәси хәл бер ҙә яҡшырмаған. Төрлө урындарҙа сыуалыштар ҡубып торған. Шундай шарттарҙа йәшәгән йәһүдтәрҙең күбеһе ғаиләләрен нисек тәьмин итергә тип борсолған. Шундай тотороҡһоҙлоҡ һәм билдәһеҙлек арҡаһында ҡайһы берәүҙәр, Йәһүәгә ғибәҙәтхана төҙөү ваҡыты етмәгән, тип һанаған (Агг. 1:2).

6. Йәһүдтәр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан һәм Зәкәриә уларҙы нимәгә ышандырған? (Зәкәриә 4:6, 7).

6 Зәкәриә 4:6, 7-не уҡығыҙ. Матди ауырлыҡтарҙан һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡтан тыш, йәһүдтәрҙе эҙәрлекләгәндәр. Б. э. т. 522 йылда уларҙың дошмандары ғибәҙәтхананы төҙөү эшен рәсми рәүештә тыйған. Әммә Зәкәриә йәһүдтәрҙе, Йәһүә үҙенең ҡеүәтле рухы менән бөтә кәртәләрҙе алып ҡуясаҡ, тип ышандырған. Б. э. т. 520 йылда Дарий батша төҙөү эштәрен дауам итергә рөхсәт иткән. Ул хатта дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса бүлгән һәм төҙөлөшкә һәр яҡлап булышлыҡ күрһәткән (Езра 6:1, 6—10).

7. Йәһүә уның ихтыярын беренсе урынға ҡуйған йәһүдтәрҙе нисек фатихалаған?

 7 Йәһүә Аггей һәм Зәкәриә пәйғәмбәрҙәр аша үҙ хеҙмәтселәренә, әгәр һеҙ ғибәҙәтхананы төҙөй башлаһағыҙ, мин һеҙҙең менән булырмын, тип вәғәҙә иткән (Агг. 1:8, 13, 14; Зәк. 1:3, 16). Был пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре йәһүдтәрҙе бик рухландырған һәм улар б. э. т. 520 йылда төҙөү эштәрен яңынан башлаған. Биш йыл да үтмәҫтән, ғибәҙәтхана әҙер булған. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан кешеләр фиҙаҡәр рәүештә Йәһүәнең эшенә тотонған, ә ул уларға матди яҡтан ярҙам иткән һәм үҙ хуплауына ышандырған. Һөҙөмтәлә улар Йәһүәгә шатланып хеҙмәт иткән (Езра 6:14—16, 22).

АЛЛАНЫҢ ИХТЫЯРЫН ҺӘР ВАҠЫТ БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ҠУЙЫҒЫҘ

8. Аггей 2:4-тә яҙылған һүҙҙәр нисек беҙгә Алланың ихтыярын беренсе урынға ҡуйып йәшәргә ярҙам итә? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

8 Бөйөк афәт яҡын булғанға, кешеләргә һөйөнөслө хәбәр һөйләү бөгөн айырыуса мөһим (Марк 13:10). Шулай ҙа матди ауырлыҡтар һәм эҙәрләүҙәр арҡаһында беҙгә иғтибарыбыҙҙы хеҙмәткә туплау еңел булмаҫҡа мөмкин. Батшалыҡты беренсе урынға нисек ҡуйырға? «Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүәнең» b беҙҙең яҡта булыуына инанырға кәрәк. Йәһүә эшен үҙ эштәребеҙҙән өҫтөн ҡуйһаҡ, ул беҙгә терәк-таяныс булыр. Шуға күрә беҙгә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. (Аггей 2:4-те уҡығыҙ.)

9, 10. Бер пар Матфай 6:33-тәге һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә нисек инанған?

9 Әйҙәгеҙ, пионер булып хеҙмәт иткән Олег менән Иринаның c миҫалына иғтибар итәйек. Улар башҡа ерҙә хеҙмәт итер өсөн күсенгән. Был ерҙә иҡтисади хәл насар булғанлыҡтан улар эш таба алмаған. Ундай хәл бер йылға яҡын һуҙылған. Уларға бойоҡмаҫҡа нимә көс өҫтәгән? Улар һәр ваҡыт Йәһүәнең һәм ҡәрҙәштәрҙең нығытыуын тойған. Башта Олег төшөнкөлөккә бирелгән, ләкин бирешмәгән. Ул былай тип бүлешә: «Беҙ күберәк вәғәзләргә тырыштыҡ. Был беҙгә иғтибарыбыҙҙы иң мөһим нәмәләргә тупларға ярҙам итте». Улар хеҙмәт иткән һәм шул уҡ ваҡытта эш эҙләүен дауам иткән.

10 Бер көндө Олег менән Ирина хеҙмәттән ҡайтҡас, ишек төбөндә ризыҡ тулы ике ҙур пакет торғанын күргән. Баҡһаң, был бүләкте уларҙың 160 километр йыраҡлыҡта йәшәгән дуҫы алып килгән. Олег былай ти: «Ул көндө беҙ Йәһүәнең һәм ҡәрҙәштәрҙең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын тойҙоҡ. Хәл өмөтһөҙ булып күренһә лә, Йәһүә үҙенекеләрен бер ҡасан да ҡалдырмай. Быға беҙ үҙебеҙ инандыҡ» (Матф. 6:33).

11. Иғтибарыбыҙҙы Йәһүәнең ихтыярын үтәүгә туплаһаҡ, ниндәй бүләк көтә алабыҙ?

11 Йәһүә беҙҙең иң мөһим эшкә — шәкерттәр әҙерләү эшенә — иғтибар туплауыбыҙҙы теләй, сөнки был эш кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡара.  7-се абзацта әйтелгәнсә, Аггей пәйғәмбәр израилдәрҙе үткәндәрҙе иҫкә төшөрмәҫкә, ә ғибәҙәтхананың эшен беренсе тапҡыр башҡарғандай башҡарырға рухландырған. Улар шулай эшләһә, Йәһүә уларға фатиха бирергә вәғәҙә иткән (Агг. 2:18, 19). Беҙ ҙә шуға инана алабыҙ: әгәр Йәһүә биргән йөкләмәне ысын күңелдән үтәһәк, ул беҙҙе бүләкләйәсәк.

ЙӘҺҮӘГӘ ЫШАНЫСЫБЫҘҘЫ НИСЕК НЫҒЫТЫРҒА?

12. Ни өсөн Езраға һәм башҡа йәһүдтәргә көслө иман кәрәк булған?

12 Б. э. т. 468 йылда Езра Вавилондан сыҡҡан йәһүдтәрҙең икенсе төркөмө менән Иерусалимға ҡайтҡан. Был сәйәхәткә сығыр өсөн уға һәм уның юлдаштарына көслө иман кәрәк булған. Улар ғибәҙәтхана өсөн ҡорбан ителгән алтынды һәм көмөштө үҙҙәре менән алған. Ул ваҡытта юлда юлбаҫарҙар осраған (Езра 7:12—16; 8:31). Иерусалимдың үҙендә лә ҡурҡыныс булған. Ҡалала бик әҙ кеше йәшәгән, ә уның стеналары һәм ҡапҡалары емерек хәлдә булған. Әммә Езра Йәһүәгә таянған. Беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

13. Езраның Йәһүәгә ышанысын нимә нығытҡан? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

13 Езра Йәһүәнең үҙ халҡын ҡотҡарғанын инде күргән. Б. э. т. 484 йылда Ахашверош батша Фарсы империяһындағы йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөрөргә фарман сығарған. Күрәһең, ул саҡта Езра әле Вавилонда йәшәгән (Әсф. 3:7, 13—15). Уның ғүмеренә ҡурҡыныс янаған! Батшаның фарманы тураһында белгәс, барлыҡ өлкәләрҙә йәшәгән йәһүдтәр ураҙа тотҡан һәм ҡайғырып илаған. Улар доға ҡылып, моғайын, Йәһүәнең яҡлауын һорағандыр (Әсф. 4:3). Хәл киҫкен үҙгәргән. Дошмандары ҡылырға уйлаған яуызлыҡ уларҙың үҙҙәренең башына төшкән! (Әсф. 9:1, 2). Езраның һәм башҡа йәһүдтәрҙең нимә хис иткәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ. Езраның күргән-кисергәндәре уны киләсәк һынауҙарға әҙерләгән һәм Йәһүәнең үҙ халҡын ҡотҡара аласағына ышанысын нығытҡан d.

14. Тынғыһыҙ ваҡытта Йәһүәнән ярҙам күргән апай-ҡәрҙәшебеҙ нимәгә өйрәнгән?

14 Тынғыһыҙ ваҡытта Йәһүәнең ҡайғыртыуын күргәндә, беҙҙең уға ҡарата ышанысыбыҙ үҫә. Көнсығыш Европала йәшәгән Анастасияның миҫалына иғтибар итәйек. Сәйәси нейтралитет һаҡлар өсөн уға эштән китергә тура килгән. Апай-ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Минең бер ҡасан да аҡсаһыҙ ҡалғаным булманы». Ул былай тип дауам итә: «Мин был мәсьәләне Йәһүәнең ҡулына тапшырҙым һәм уның минең хаҡта наҙлы итеп ҡайғыртҡанын күрҙем. Киләсәктә эшһеҙ ҡалһам да, мин инде ҡурҡмайым. Күктәге Атайым минең хаҡта бөгөн ҡайғырта икән, киләсәктә лә ҡайғыртасаҡ».

15. Йәһүәгә һәр ваҡыт ышанырға Езраға нимә ярҙам иткән? (Езра 7:27, 28).

15 Езра Йәһүәнең ярҙамын тойған. Езра Йәһүәнең уның хаҡында күп тапҡыр ҡайғыртҡанын иҫенә төшөргән. Шуға күрә ул Аллаға һәр ваҡыт ышанған. Уның «Аллам Йәһүә миңә ярҙам итеп торҙо» (һүҙмә-һүҙ «Йәһүә Алламдың ҡулы минең өҫтөмдә булды») тигән һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. (Езра 7:27, 28-ҙе уҡығыҙ.) Езра китабында был һүҙбәйләнеш алты тапҡыр осрай (Езра 7:6, 9; 8:18, 22, 31).

Ниндәй осраҡтарҙа беҙ Алланың ҡулын ап-асыҡ күрә алабыҙ? (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) e

16. Ниндәй осраҡтарҙа беҙ Йәһүәнең ҡулын ап-асыҡ күрәбеҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

16 Йәһүә беҙгә ауыр осраҡта ярҙам итә ала. Әйтәйек, начальнигыбыҙҙан беҙҙе конгресҡа ебәреүен йәиһә бөтә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөр өсөн эш графигыбыҙҙы үҙгәртеүен һорайбыҙ, ти. Беҙҙән торғандың барыһын эшләһәк, беҙ Йәһүәнең ҡулын ап-асыҡ күрербеҙ. Был, бәлки, беҙ көткәндән яҡшыраҡ та булып сығыр. Шул саҡта Йәһүәгә ышанысыбыҙ күп тапҡырға нығыр.

Езра, халыҡтың гонаһтары арҡаһында бойоғоп, ғибәҙәтханала илап доға ҡыла. Тирә-яҡтағы халыҡ та илай. Шәхәниә: «Израиль өсөн өмөт ҡала әле... Беҙ һинең менән», — тип әйтеп, Езраны йыуата (Езра 10:2, 4). (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Езра ауыр саҡтарҙа нисек кеселеклек сағылдырған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

17 Езра кеселеклек менән Йәһүәнән ярҙам һораған. Ул ҡайһы саҡта ҙур яуаплылыҡ арҡаһында ныҡ борсолған. Ләкин һәр саҡ ул кеселеклек менән Йәһүәгә доға ҡылған (Езра 8:21—23; 9:3—5). Башҡалар Езраның Йәһүәгә таянғанын күреп, уның иманы менән һоҡланған. Улар уның өсөн таяныс булған һәм уның кеүек эш итергә теләгән (Езра 10:1—4). Әгәр һеҙ яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге һәм матди ихтыяждары хаҡында борсолһағыҙ, Йәһүәгә оялмайынса барыһын да һөйләгеҙ.

18. Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ ышанырға нимә ярҙам итер?

18 Әгәр беҙ Йәһүәнән кеселеклек менән ярҙам һораһаҡ һәм ул ярҙамды уның хеҙмәтселәренән ҡабул итһәк, беҙҙең Аллаға ҡарата ышанысыбыҙ тик нығый барыр. Бына Эрика апай-ҡәрҙәштең миҫалы. Ул бер үҙе өс баланы тәрбиәләй. Уның тормошонда бер нисә фәжиғәле осраҡ булған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның тыумаған балаһы һәм яратҡан ире үлеп киткән. Ләкин ул Йәһүәгә ышанысын юғалтмаған. Үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, ул былай тип бүлешә: «Йәһүәнең нисек эш итәсәген алдан белеп булмай. Ярҙам көтөлмәгән яҡтан килергә мөмкин. Йыш ҡына мин үҙ доғаларыма яуапты йыйылыштағы ҡәрҙәштәр аша алдым. Уларҙың әйткән һүҙҙәре һәм эштәре миңә тап кәрәк нәмәләр ине. Дуҫтарға асыҡтан-асыҡ барыһын да һөйләргә кәрәк. Шул саҡта улар һиңә нисек ярҙам итеп булғанын белер».

ЙӘҺҮӘГӘ ЫШАНЫСЫҒЫҘҘЫ ЮҒАЛТМАҒЫҘ

19, 20. Иерусалимға ҡайта алмаған йәһүдтәрҙән нимәгә өйрәнеп була?

19 Беҙ Иерусалимға ҡайта алмаған йәһүдтәрҙән күпкә өйрәнә алабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре Вавилонда ҡартлыҡ, етди ауырыу йәиһә ғаиләләге шарттар арҡаһында тороп ҡалған. Ләкин улар Езраны һәм уның менән киткәндәрҙе хуплаған һәм уларға үҙҙәре менән күп әйберҙәр биргән (Езра 1:5, 6). Күрәһең, ундай ярҙам бер нисә тапҡыр күрһәтелгән булған. Йәһүдтәрҙең беренсе ҡайтыуынан һуң 19 йыл үткәс, Вавилонда ҡалғандарҙың Иерусалимға иғәнәләр ебәргәне билдәле (Зәк. 6:10).

20 Беҙ Йәһүәгә теләгәнсә хеҙмәт итә алмаһаҡ, бойоғорға кәрәкмәй. Йәһүә уны шатландырыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Йәһүә Зәкәриәгә Вавилонда ҡалған йәһүдтәр ебәргән алтындан һәм көмөштән «мөһабәт таж» яһарға ҡушҡан (Зәк. 6:11, төшөрмә). Был таж уларҙың мул иғәнәләре тураһында «иҫтәлек» булып торған (Зәк. 6:14). Йәһүә беҙҙең дә тынғыһыҙ ваҡытта уға хеҙмәт итергә тырышҡаныбыҙҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ (Евр. 6:10).

21. Киләсәккә ҡыйыулыҡ менән ҡарарға нимә ярҙам итер?

21 Беҙ һуңғы көндәрҙә йәшәйбеҙ. Шуға күрә тормош яйға һалыныр һәм яҡшырыр тип көтөү дөрөҫ булмаҫ. Киләсәктә хәл тағы ла насарайып китергә мөмкин (2 Тим. 3:1, 13). Ләкин паникаға бирелергә кәрәкмәй. Онотмағыҙ, Аггей көндәрендә Алла үҙ халҡына: «Мин бит һеҙҙең менән... [...] Ҡурҡмағыҙ!» — тигән (Агг. 2:4, 5). Әгәр беҙ ихлас күңелдән Йәһүәнең ихтыярын үтәргә тырышһаҡ, ул беҙҙең менән буласаҡ. Был мәҡәләлә беҙ Аггей һәм Зәкәриәнең пәйғәмбәрлектәрен, шулай уҡ Езраның миҫалын ҡарап сыҡтыҡ. Әйҙәгеҙ, белгәндәрҙе ҡулланайыҡ. Был беҙгә киләсәккә ҡыйыулыҡ менән ҡарарға һәм ауыр ваҡыттарҙа Йәһүәгә таянырға ярҙам итер.

122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!

a Беҙ йәшәгән көндәрҙә күптәрҙең киләсәккә ышаныстары юҡ. Моғайын, беҙҙең дә матди яҡтан ауырлыҡтарыбыҙ барҙыр. Йәиһә илебеҙҙә сәйәси яҡтан тыныслыҡ юҡтыр. Ә, бәлки, беҙгә вәғәзләргә рөхсәт итмәйҙәрҙер. Был мәҡәлә беҙгә һәр төрлө шарттарҙа Йәһүәгә таянырға ярҙам итер.

b Аггей китабында «Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә» тигән һүҙбәйләнеш 14 тапҡыр осрай. Был титул Йәһүәнең сикһеҙ көскә һәм фәрештәләрҙән торған ҙур ғәскәргә эйә икәнен иҫебеҙгә төшөрә (Зәб. 103:20, 21).

c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

d Езра тәжрибәле Ҡанун күсереп яҙыусыһы булған. Шуға күрә әле Иерусалимға ҡайтҡансы, ул пәйғәмбәрлектәрҙең һәр ваҡытта ла үтәләсәгенә ышанысын үҫтергән (2 Йыл. 36:22, 23; Езра 7:6, 9, 10; Ирем. 29:14).

e ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ағай-ҡәрҙәш конгресҡа барыр өсөн начальнигынан эштән ебәреүен һорай. Әммә начальник ризалашмай. Ағай-ҡәрҙәш доға ҡыла һәм начальник менән ҡабат һөйләшергә әҙерләнә. Ул начальнигына конгресҡа саҡырыу ҡағыҙын күрһәтә һәм Изге Яҙмалағы белемдәрҙең файҙаһын аңлата. Был начальникка тәьҫир итә һәм ул ҡәрҙәшебеҙгә конгресҡа барырға рөхсәт итә.