Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

49-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Терелеүгә өмөтөбөҙ ҡаҡшамаҫ!

Терелеүгә өмөтөбөҙ ҡаҡшамаҫ!

«Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип... Аллаға өмөт бағлайым» (ҒӘМ. 24:15).

151-СЕ ЙЫР Ул яңынан йәшәү бирәсәк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Йәһүә хеҙмәтселәренең ниндәй иҫ киткес өмөтө бар?

ӨМӨТ кеше өсөн бик мөһим. Ҡайһы бер кешеләр никахтары бәхетле булыр тип өмөт итә, ә кемдер һау-сәләмәт балалар үҫтерергә йә етди ауырыуҙан һауығырға өмөтләнә. Беҙҙең дә шундай өмөттәр булырға мөмкин. Әммә өмөттәребеҙ бының менән генә сикләнмәй. Беҙ үлгән яҡындарыбыҙҙы ҡаршы алырға һәм улар менән бергә мәңге йәшәргә өмөтләнәбеҙ.

2 Илсе Павел былай тигән: «Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип... Аллаға өмөт бағлайым» (Ғәм. 24:15). Павел терелеүгә өмөт тураһында беренсе булып әйтмәгән. Ырыу башлығы Әйүп тә шул хаҡта әйткән. Ул Алланың уны иҫендә тотасағына һәм ҡабат йәшәүгә ҡайтарасағына инанған булған (Әйүп 14:7—10, 12—15).

3. Коринфтарға яҙылған беренсе хаттың 15-се бүлеге беҙгә нисек ярҙам итә ала?

3 «Үлгәндәрҙең терелеүе» тураһында тәғлимәт — «Мәсих тәғлимәтенең» башланғыс өлөшө; ул иманыбыҙҙың нигеҙе булып тора (Евр. 6:1, 2). Павелдың терелтеү тураһындағы һүҙҙәре Коринфтарға яҙылған беренсе хатының 15-се бүлегендә килтерелгән. Һис шикһеҙ, уның яҙғандары беренсе быуаттағы мәсихселәрҙе бик нығытҡан. Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итһәк тә, Павелдың һүҙҙәре беҙҙе лә рухландырып терелеүгә өмөтөбөҙҙө нығыта ала.

4. Ни өсөн үлгән яҡындарыбыҙҙың тереләсәгенә һис тә шикләнмәҫкә була?

4 Әгәр Ғайса Мәсих терелмәгән булһа, беҙ үлгән яҡындарыбыҙҙың тереләсәгенә өмөтләнә алмаҫ инек. Ғайсаның терелеүе Павел коринфтарға иғлан иткән һөйөнөслө хәбәрҙең өлөшө булған (1 Кор. 15:1, 2). Павел әйткәнсә, әгәр мәсихсе Ғайсаның терелгәненә ышанмаһа, уның иманы буш (1 Кор. 15:17). Эйе, уның терелгәненә ышаныу өмөтөбөҙҙөң нигеҙ ташы булып тора.

5, 6. 1 Коринфтарға 15:3, 4-тә яҙылған һүҙҙәр беҙҙең өсөн нимә аңлата?

5 Терелеү тураһында яҙа башлағанда, Павел өс хәҡиҡәткә иғтибар иткән. 1) «Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн» үлгән. 2) Ул ерләнгән. 3) Яҙмалар буйынса, «өсөнсө көндә» терелгән. (1 Коринфтарға 15:3, 4-те уҡығыҙ.)

6 Ғайсаның үлеүе, ерләнеүе һәм терелеүе беҙҙең өсөн нимәне аңлата? Ишағыя пәйғәмбәр, Мәсихте «тереләр еренән» айырырҙар һәм «уға ҡәбер яуыздар менән бергә» бирелер, тип алдан әйткән булған. Ишағыя шулай уҡ, «ул күп кешеләрҙең гонаһын» күтәреп барыр, тигән. Был һүҙҙәр Ғайса үҙ ғүмерен йолом ҡорбаны итеп биргәндә үтәлгән (Ишағ. 53:8, 9, 12; Матф. 20:28; Рим. 5:8). Шуға күрә уның үлеүе, ерләнеүе һәм терелеүе беҙгә гонаһ менән үлемдән ҡотолоуға һәм үлгән яҡындарыбыҙ менән ҡабат осрашыуға өмөтләнергә нигеҙ бирә.

КҮП ШАҺИТТАРҘЫҢ РАҪЛАУЫ

7, 8. Мәсихселәргә Ғайсаның терелеүенә ышанырға нимә ярҙам иткән?

7 Юғарыла әйтелгәнсә, терелеүгә өмөтөбөҙ Ғайсаның терелеүе менән бәйле, шуға күрә беҙгә уның терелеүенә инанған булырға кәрәк. Ни өсөн быға һис тә шикләнмәҫкә була?

8 Ғайсаның терелеүенән һуң уны күп кешеләр күргән, һәм улар был хаҡта башҡаларға һөйләгән (1 Кор. 15:5—7). Илсе Павел шундай кешеләр араһында беренсе итеп илсе Петрҙы (Кифа) иҫкә ала. Петрҙың терелгән Ғайсаны күргәнен башҡа шәкерттәр ҙә раҫлаған (Лука 24:33, 34). Шунан Павел, Ғайса терелгәндән һуң уны ун ике илсеһе күргән, тип яҙа. Унан һуң Ғайса «бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына» күренгән. Бәлки, был хәл Матфей 28:16—20-лә тасуирланған Галилеялағы шатлыҡлы осрашыу ваҡытында булғандыр. Ғайса шулай уҡ Яҡубҡа күренгән. Бында Павел, күрәһең, Ғайсаның ҡустыһын күҙ уңында тота. Элегерәк Яҡуб Ғайсаның Мәсих икәненә ышанмаған булған (Яхъя 7:5). Терелгән Ғайсаны күреп, ул инде шикләнмәгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Павел яҡынса б. э. 55 йылында был хатты яҙғанда, Ғайсаның терелгәненә шаһит булған күп кешеләр әле тере булған, шуға күрә шикләнгән кеше уларҙан был хаҡта һораша алған.

9. Ғәмәлдәр 9:3—5-тән күренеүенсә, Павел Ғайсаның терелгәненә тағы ниндәй дәлил килтерә алған?

9 Ғайса терелеп күккә күтәрелгәндән һуң Павелға ла күренгән (1 Кор. 15:8). Дамаскыға юл тотҡанда, Павел (Савл) терелтелгән Ғайсаның тауышын ишеткән һәм илаһи күренештә уны күктәге данында күргән. (Ғәмәлдәр 9:3—5-те уҡығыҙ.) Павел менән булған хәл Ғайсаның терелгәненә тағы бер дәлил булған (Ғәм. 26:12—15).

10. Ғайсаның терелгәненә ныҡ ышаныу Павелды нимә эшләргә дәртләндергән?

10 Илаһи күренеш алғанға тиклем Павел мәсихселәрҙе эҙәрләгән. Шуға күрә ул килтергән дәлил ҡайһы берәүҙәр өсөн айырыуса әһәмиәтле булғандыр. Ғайсаның терелгәненә инанғас, Павел башҡаларҙы ла быға инандырыр өсөн күп көс һалған. Павел был хәҡиҡәтте таратҡанда, уны туҡмағандар һәм төрмәгә ултыртҡандар, өҫтәүенә, ул бер нисә тапҡыр карап һәләкәтенә эләккән (1 Кор. 15:9—11; 2 Кор. 11:23—27). Павел Ғайсаның терелгәненә шул тиклем ышанған, хатта бының өсөн үлергә лә әҙер булған. Беренсе мәсихселәрҙең шаһитлығы һеҙҙе Ғайсаның терелгәненә инандырмаймы ни һәм киләсәктәге терелеүгә өмөтөгөҙҙө нығытмаймы ни?

ХАТАЛЫ ҠАРАШТАР

11. Ни өсөн Коринфтағы ҡайһы бер мәсихселәрҙең терелеүгә бәйле хаталы ҡараштары булған?

11 Коринф тип аталған грек ҡалаһында йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәрҙең терелеүгә бәйле хаталы ҡараштары булған. Улар хатта «үленән терелеү юҡ» тип әйткән (1 Кор. 15:12). Ни өсөн? Афинала йәшәгән фәлсәфәселәр, Ғайса үленән терелгән, тигән фекерҙән көлгәндәр. Шундай ҡараштар Коринфтағы ҡайһы бер мәсихселәргә лә тәьҫир иткәндер (Ғәм. 17:18, 31, 32). Башҡа мәсихселәр, күрәһең, терелеү букваль мәғәнәлә булмай, тип уйлаған. Улар гонаһ ҡылып йөрөгән кешеләрҙе — үле, ә Алланың кисереүен алған һәм мәсихсе булып киткән кешеләрҙе тере тип һанаған. Ниндәй генә сәбәп арҡаһында терелеүгә ышанмаһалар ҙа, уларҙың иманы буш булған. Әгәр Алла Ғайсаны терелтмәгән булһа, йолом түләнмәгән булыр ине һәм бер кешенең дә гонаһы кисерелмәҫ ине. Шуға күрә терелеүгә ышанмаған кешеләрҙең ысын өмөтө булмаған (1 Кор. 15:13—19; Евр. 9:12, 14).

12. 1 Петр 3:18, 22-нән күренеүенсә, Ғайсаның терелеүе уға тиклем булған терелеүҙәрҙән нимә менән айырылып торған?

12 Илсе Павел «үленән терелеп» торған Мәсихте үҙ күҙҙәре менән күргән. Ғайсаның терелеүе уға тиклем булған терелеүҙәрҙән айырылып торған, сөнки шул кешеләр ваҡыт үтеү менән ҡабат үлгән. Павел Ғайса тураһында: «Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды», — тигән. Ниндәй мәғәнәлә Ғайса тәүге булған? Ул рухи шәхес булараҡ һәм күктәге тормош өсөн беренсе булып терелтелгән (1 Кор. 15:20; Ғәм. 26:23; 1 Петр 3:18, 22-не * уҡығыҙ, ЯДТ).

АЛЛА КЕМДӘРҘЕ ТЕРЕЛТӘСӘК?

13. Павел Әҙәм менән Ғайса араһындағы ниндәй айырманы күрһәткән?

13 Нисек бер кешенең үлеме миллионлаған кешегә йәшәү бирә ала? Павел был һорауға аныҡ яуап биргән. Ул Әҙәмдең кешелеккә нимә килтергәне һәм Мәсихтең ҡорбаны ниндәй мөмкинлектәр асҡаны араһында айырманы күрһәткән. Әҙәм тураһында Павел былай тип яҙған: «Үлем донъяға берәү аша килгән». Гонаһ ҡылып, Әҙәм үҙенә лә, тоҡомдарына ла үлем килтергән. Беҙ һаман да уның тыңлауһыҙлығының эҙемтәләренән интегәбеҙ. Әммә Алла үҙенең Улын терелткәнгә, беҙҙең яҡты киләсәккә өмөтөбөҙ бар! Артабан Павел былай тигән: «Үленән терелеү ҙә бер Кеше [Ғайса] аша килде. Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ» (1 Кор. 15:21, 22).

14. Әҙәм тереләсәкме? Аңлатығыҙ.

14 «Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән» тип яҙғанда, Павел кемде күҙ уңында тотҡан? Ул Әҙәмдән мираҫ итеп гонаһ һәм камилһыҙлыҡ алған бөтә кешеләр тураһында әйткән (Рим. 5:12). Әҙәм бер ваҡытта ла терелмәйәсәк. Мәсихтең ҡорбаны уның гонаһын ҡапламай, сөнки Әҙәм, камил кеше булып та, белә тороп Аллаға буйһонмаған. Шуға күрә уның терелеүгә өмөтө юҡ, ул мәңгегә үлгән. Ғайса Мәсих «кәзә тәкәләре» тип һанаған кешеләрҙе лә шул уҡ яза, йәғни мәңгегә юҡ ителеү көтә (Матф. 25:31—33, 46; Евр. 5:9).

Ғайса беренсе булып күктәге тормошҡа терелгән (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. 1 Коринфтарға 15:22-лә кемдәр тураһында әйтелә?

15 Иғтибар итегеҙ, Павел «Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ» тип яҙған (1 Кор. 15:22). Павелдың хаты Коринфтағы майланған мәсихселәргә яҙылған булған, улар күктәге тормошҡа терелеүҙе көткән. Павел шул мәсихселәр тураһында «Ғайса Мәсих аша... Уның изгеләре булырға саҡырылғандар» тигән. Ул яҙғанса, улар «Мәсихкә инанып үлгәндәр» (1 Кор. 1:2; 15:18; 2 Кор. 5:17). Алла тарафынан рухланып яҙған башҡа хатында Павел: «Мәсих менән үлемдә берҙәй үк берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән буласаҡбыҙ», — тигән (Рим. 6:3—5). Ғайса рух булараҡ терелтелгән һәм күккә күтәрелгән. Шунлыҡтан Мәсих менән берҙәмлектә булғандарҙы, йәғни майланған мәсихселәрҙе лә шундай уҡ киләсәк көтә.

16. Ғайсаны «беренсе емеш» тип атап, Павел нимәне күҙ уңында тотҡан?

16 Павел Мәсихтең «үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе [«беренсе емеш», ЯДТ]» булып терелгәне хаҡында яҙған. Башҡа кешеләр, мәҫәлән, Лазарь ерҙә йәшәр өсөн терелтелгән, әммә Ғайса рух булып терелтелгән һәм мәңгелек тормош алған беренсе кеше булған. Уны израилдәр Аллаға килтергән беренсе уңыш менән сағыштырып була. Бынан тыш, Ғайсаны «беренсе емеш» тип атап, Павел башҡа кешеләр ҙә күктәге тормошҡа тереләсәген күҙ уңында тотҡан. Илселәр һәм башҡа майланған мәсихселәр уның артынан барасаҡ. Билдәләнгән ваҡытта улар, Ғайса һымаҡ, күктәге тормошҡа тереләсәк.

17. Ғайса менән берҙәмлектә булған мәсихселәр үҙҙәренең күктәге бүләген ҡасан алырға тейеш булған?

17 Павел коринфтарға хат яҙғанда, Мәсих менән берҙәмлектә булғандарҙың терелтелеүе әле башланмаған булған. Павел, киләсәккә иғтибар итеп, былай тип яҙған: «Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк» (1 Кор. 15:23; 1 Фес. 4:15, 16). Бөгөн беҙ Мәсихтең килеүе ваҡытында йәшәйбеҙ. Эйе, үлеп киткән илселәр һәм башҡа майланған мәсихселәр үҙҙәренең бүләген алыр өсөн һәм «үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән» булыр өсөн Ғайсаның килеүен көтөргә тейеш булған.

БЕҘҘЕҢ ӨМӨТӨБӨҘ ҠАҠШАМАҪ!

18. а) Ни өсөн, күктәге тормошҡа терелеүҙән тыш, башҡа төрлө терелеү ҙә буласаҡ, тигән һығымта яһап була? б) 1 Коринфтарға 15:24—26-нан күренеүенсә, күктә ниндәй ваҡиғалар буласаҡ?

18 Изге Яҙмала Павел һәм күктә йәшәргә өмөтләнгән башҡа мәсихселәр «беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар» тип аталған (Асыл. 20:6). Тимәк, башҡа төрлө терелеү ҙә буласаҡ. Был Әйүптең үҙенең киләсәге хаҡында әйткәненә тура килә (Әйүп 14:15). Ғайса «һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте» юҡҡа сығарғанда, майланғандар уның менән бергә күктә буласаҡ. Хатта «һуңғы дошман» — үлем дә юҡҡа сығарыласаҡ. Күктә йәшәр өсөн терелгәндәр бер ҡасан да үлмәҫ. Ә күктә йәшәргә өмөттәре булмаған тоғро мәсихселәр тураһында нимә әйтеп була? (1 Коринфтарға 15:24—26-ны уҡығыҙ.)

19. Күктә йәшәргә өмөттәре булмаған кешеләрҙе нимә көтә?

19 Ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән кешеләрҙе Павелдың бындай һүҙҙәре рухландыра ала: «Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип... Аллаға өмөт бағлайым» (Ғәм. 24:15). Әлбиттә, тәҡүә булмаған кеше күктә йәшәй алмай. Тимәк, бында Павел ерҙәге тормошҡа терелеү тураһында яҙған.

Терелеүгә өмөт киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ярҙам итә (20-се абзацты ҡарағыҙ.) *

20. Был мәҡәлә терелеүгә өмөтөгөҙҙө нисек нығытты?

20 Һис шикһеҙ, кешеләр «үленән тереләсәк»! Ерҙәге тормошҡа терелтелгән кешеләргә Йәһүә мәңге йәшәргә мөмкинлек бирер. Был вәғәҙәгә тулыһынса ышанып була. Өҫтәүенә, был өмөт үлгән яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙең күңел әрнеүен кәметә ала. Мәсих һәм уның хакимдаштары «мең йыл буйы» батшалыҡ иткәндә, Алла уларҙы терелтер (Асыл. 20:6). Бынан тыш, ғүмеребеҙ Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы башланғансы өҙөлһә, беҙ тереләсәгебеҙгә тулыһынса ышана алабыҙ. Был өмөт алдамай (Рим. 5:5). Ул беҙгә шатлыҡ менән хеҙмәт итергә көс бирә. Әммә 1 Коринфтарға 15-се бүлектә башҡа мөһим фекерҙәр ҙә яҙылған. Улар киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.

147-СЕ ЙЫР Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош

^ 5 абз. Коринфтарға яҙылған беренсе хаттың 15-се бүлеге терелеүгә бағышланған. Ни өсөн был тәғлимәт шул тиклем мөһим, һәм ни өсөн беҙ Ғайса Мәсихтең терелтелгәненә шикләнмәйбеҙ? Был мәҡәләлә ошо һәм терелеүгә бәйле башҡа һорауҙарға яуап бирелер.

^ 12 абз. 1 Петр 3:18, 22, ЯДТ: «Сөнки тәҡүә Мәсих үҙе лә тәҡүә булмағандар өсөн бер тапҡыр ғына үлде һәм уларҙы гонаһтарҙан азат итте. Ул быны һеҙҙе Алла янына килтерер өсөн эшләне. Ул кеше булараҡ үлтерелде, ә рух булараҡ терелтелде. Ул күккә күтәрелгән һәм хәҙер Алланың уң яғында. Алла уға фәрештәләрҙе, хакимлыҡтарҙы һәм ҡөҙрәттәрҙе буйһондорған».

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: Ғайса беренсе булып күккә алынған (Ғәм. 1:9). Һуңыраҡ уның шәкерттәре лә, мәҫәлән, Фома, Яҡуб, Лидиә, Яхъя, Мәрйәм һәм Павел күктәге тормошҡа терелгән.

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш яратҡан ҡатынын юғалтҡан, ул уның менән бергә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән. Ағай-ҡәрҙәш уның терелтеләсәгенә ышана һәм артабан да Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә.