Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

51-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә «рухы һынғандарҙы» ҡотҡара

Йәһүә «рухы һынғандарҙы» ҡотҡара

«Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (ЗӘБ. 34:18).

30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

ҠАЙҺЫ саҡ беҙ ғүмеребеҙҙең бик ҡыҫҡа һәм ҡайғы-хәсрәт менән тулы булғаны хаҡында уйлайбыҙ (Әйүп 14:1). Шуға күрә беҙ ваҡыт-ваҡыт бойоғабыҙ. Йәһүәнең боронғо ваҡытта йәшәгән күп кенә хеҙмәтселәре лә шундай хистәр кисергән. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта үлергә теләгән (1 Бат. 19:2—4; Әйүп 3:1—3, 11; 7:15, 16). Әммә Йәһүә уларҙы һәр ваҡыт йыуатҡан һәм нығытҡан. Уларҙың осраҡтары беҙгә йыуаныс һәм үрнәк итеп яҙылған (Рим. 15:4).

2 Был мәҡәләлә Йәһүәнең етди ауырлыҡтар менән осрашҡан хеҙмәтселәре тураһында һүҙ барыр. Мәҫәлән, Яҡуптың улы Йософ, тол ҡалған Нәғмиә һәм уның Руфь килене, 73-сө мәҙхиәне яҙған левит һәм илсе Петр хаҡында һөйләшербеҙ. Йәһүә уларҙы нисек нығытҡан? Беҙ уларҙан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Был һорауҙарға яуаптар беҙҙе шуға ышандырыр: «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» (Зәб. 34:18).

ЙОСОФ ҠАТЫ ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК МЕНӘН ОСРАША

3, 4. Йәш сағында Йософ менән нимә булған?

3 17 йәшендә Йософ ике илаһи төш күргән. Был төштәр буйынса, киләсәктә Йософ юғары дәрәжә биләргә, ә уның туғандары уны хөрмәт итергә тейеш булған (Баш. 37:5—10). Был төштәрҙе күргәндән һуң, Йософтоң тормошо бик ныҡ үҙгәргән: ағалары уны, күрә алмағанға, ҡоллоҡҡа һатып ебәргән. Шулай итеп ул Мысырҙа Потифар исемле түрәнең ҡоло булып киткән (Баш. 37:21—28). Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атаһының ҡәҙерле улы Йософ ялған илаһтарға табынған кешенең ҡолона әйләнгән (Баш. 39:1).

4 Әммә шунан һуң Йософтоң шарттары тағы ла насарланған. Потифарҙың ҡатыны Йософто үҙен көсләргә тырышыуҙа нахаҡҡа ғәйепләгән. Йософтоң ғәйебе бармы, юҡмы икәнен тикшермәйенсә, Потифар уны төрмәгә ташларға ҡушҡан (Баш. 39:14—20; Зәб. 105:17, 18). Көсләргә тырышыуҙа ғәйепләнгәс, йәш Йософтоң үҙен нисек хис иткәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ. Уйлап ҡарағыҙ: башҡа кешеләр, был хаҡта ишетеп, Йософтоң Аллаһы Йәһүә тураһында нимә әйтә алған? Әлбиттә, Йософтоң бойоғор өсөн сәбәптәре булған.

5. Йософ бойоғоуы менән нисек көрәшкән?

5 Ҡол булғанда ла, төрмәлә ултырғанда ла, Йософ үҙенең шарттарын үҙгәртә алмаған. Уға ыңғай ҡараш һаҡларға нимә ярҙам иткән? Ул иғтибарын хәленән килмәгән эштәргә тупламаған, ә үҙенә бирелгән йөкләмәләрҙе тырышып үтәгән. Ә иң мөһиме, Йософ бөтә иғтибарын Йәһүәгә туплаған һәм уны шатландырырға тырышҡан. Йәһүә, үҙ сиратында, Йософтоң эштәрен фатихалап торған (Баш. 39:21—23).

6. Йософтоң төштәре уны нисек йыуата алған?

6 Элек күргән пәйғәмбәри төштәре тураһында уйланыу ҙа, күрәһең, Йософто рухландырған. Был төштәр уның ҡабат ғаиләһе менән осрашасағын һәм хәле яҡшырасағын күрһәткән. Барыһы шулай булған да. Йософҡа яҡынса 37 йәш булғанда, уның пәйғәмбәри төштәре иҫ киткес итеп үтәлә башлаған (Баш. 37:7, 9, 10; 42:6, 9).

7. 1 Петр 5:10 буйынса, һынауҙарҙы йырып сығырға беҙгә нимә ярҙам итер?

7 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Йософтоң осрағы шуны иҫебеҙгә төшөрә: был донъя мәрхәмәтһеҙ, һәм кешеләр беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итәсәк. Хатта имандаштарыбыҙ ҙа беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Әммә әгәр беҙ Йәһүәне Ҡаябыҙ итһәк һәм унда һыйыныу эҙләһәк, беҙ бойоҡмаҫбыҙ һәм уға хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итербеҙ (Зәб. 62:6, 7; 1 Петр 5:10-ды уҡығыҙ). Шуны ла иҫкә төшөрөгөҙ: Йәһүә Йософҡа илаһи төштәр күрһәткәндә, Йософҡа, күрәһең, 17 йәштәр тирәһе булған. Күренеүенсә, Йәһүә үҙенең йәш хеҙмәтселәрендә шикләнмәй. Бөгөн дә күп йәштәр, Йософ кеүек, Йәһүәгә таяна. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта, Аллаға тоғролоҡ һаҡларға теләгәнгә, ғәҙелһеҙ рәүештә төрмәгә ултыртыла (Зәб. 110:3).

ҠАЙҒЫҒА БАТҠАН ИКЕ ҠАТЫН

8. Нәғмиә менән Руфь ниндәй ауырлыҡтар кисергән?

8 Ҡаты аслыҡ арҡаһында Нәғмиә һәм уның ғаиләһе, тыуған яҡтарын ҡалдырып, Муав ерҙәрендә төпләнгән. Унда уның ире Илимәлик үлгән, һәм ул ике улы менән бер үҙе ҡалған. Ваҡыт үтеү менән уның улдары Руфь һәм Өрпә исемле Муав ҡыҙҙарына өйләнгән (Руфь 1:1—5). Яҡынса ун йылдан һуң, нәҫел ҡалдырмайынса, Нәғмиәнең улдары ла үлеп киткән. Был ҡатындарҙың нисек ҡайғырғанын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Әлбиттә, Руфь менән Өрпә яңынан кейәүгә сығып китә алған. Әммә ул ваҡытта олоғайған Нәғмиә хаҡында кем ҡайғыртыр ине? Ҡайғыға батҡан Нәғмиә бер ваҡыт былай тигән: «Миңә Нәғмиә тип түгел, ә Мара тип өндәшегеҙ, сөнки Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе миңә әсе тормош бирҙе». Бөтә был ҡайғыларҙан һуң Нәғмиә кире Вифлеемға ҡайтырға булған, һәм Руфь уның менән киткән (Руфь 1:7, 18—20).

Йәһүә Нәғмиә менән Руфҡа бойоғоуҙы еңергә ярҙам иткән. Уның һеҙгә лә ярҙам итә алғанына ышанаһығыҙмы? (8—13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

9. Руфь 1:16, 17, 22-нән күренеүенсә, Руфь Нәғмиә хаҡында нисек ҡайғыртҡан?

9 Нәғмиәгә нимә ярҙам иткән? Йәһүәнең һәм Руфтың тоғро мөхәббәте. Мәҫәлән, Руфь Нәғмиә менән бергә ҡалған. (Руфь 1:16, 17, 22-не * уҡығыҙ.) Вифлеемда ул, үҙен һәм Нәғмиәне тәьмин итер өсөн, арпа йыйып бик күп эшләгән. Һөҙөмтәлә кешеләр, был йәш ҡатындың яҡшы эштәрен күреп, уны хөрмәт итә башлаған (Руфь 3:11; 4:15).

10. Йәһүә Нәғмиә менән Руфь кеүек ярлыларҙы ҡыҙғаныуын нисек күрһәткән?

10 Йәһүәнең Израиль халҡына биргән бер ҡанунында уның ярлыларға ҡарата ҡыҙғаныуы сағылған. Нәғмиә менән Руфь кеүек ярлылар ураҡтан ҡалған башаҡтарҙы йыя алһын өсөн, Йәһүә израилдәргә баҫыуҙың ситенә тиклем урмаҫҡа ҡушҡан (Лев. 19:9, 10). Шуға күрә Нәғмиә менән Руфҡа башҡаларҙан ризыҡ һорарға тура килмәгән. Улар, дәрәжәләрен төшөрмәйенсә, үҙ-үҙҙәрен тәьмин итә алған.

11, 12. Вооз Нәғмиә менән Руфты нисек бәхетле иткән?

11 Руфь Вооз исемле бай кешенең баҫыуында башаҡ йыйған. Руфтың үҙ ҡәйнәһе хаҡында яратыу менән ҡайғыртҡанын күреп, Вооз бик һоҡланған. Ул Нәғмиә ғаиләһенең ерен кире һатып алған һәм Руфҡа өйләнгән (Руфь 4:9—13). Уларҙың Овид исемле улы тыуған, ә Овидтың ейәне Дауыт батша булған (Руфь 4:17).

12 Нәғмиәнең бәләкәй Овидты тотоп Йәһүәгә рәхмәттәр әйткәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Ә киләсәктә Нәғмиә менән Руфты тағы ла ҙурыраҡ фатиха көтә: улар Овидтың вәғәҙә ителгән Мәсихтең ата-бабаһы булғанын белер.

13. Нәғмиә менән Руфтың осрағынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

13 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Ҡайһы ваҡыт беҙ ауырлыҡтар арҡаһында бойоғабыҙ һәм хатта тәрән төшөнкөлөккә биреләбеҙ. Проблемаларыбыҙ хәл ителмәҫлек булып күренергә мөмкин. Шундай саҡтарҙа беҙгә күктәге Атабыҙға тулыһынса таянырға һәм ҡәрҙәштәребеҙгә яҡыныраҡ булырға кәрәк. Әлбиттә, Йәһүә һәр ауырлығыбыҙҙы хәл итмәй. Мәҫәлән, ул Нәғмиәнең ирен һәм ике улын терелтмәгән. Шулай ҙа Йәһүә беҙгә ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә һәм ҡайһы саҡта быны ҡәрҙәштәр аша эшләй (Ғиб. һүҙ. 17:17).

РУХИ ЯҠТАН АБЫНА ЯҘҒАН ЛЕВИТ

73-сө мәҙхиәне яҙған левит, иғтибарын яуыз кешеләрҙең уңышлы булып күренгәненә туплап, рухи яҡтан абына яҙған. Ундай хәл беҙҙең менән дә булырға мөмкин (14—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. Ни өсөн бер левит төшөнкөлөккә бирелгән?

14 73-сө мәҙхиәне яҙған левит Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу урынында хеҙмәт иткән, һәм был ҙур хөрмәт булған. Шуға ҡарамаҫтан, бер ваҡыт ул төшөнкөлөккә бирелгән. Ни өсөн? Ул яуыз һәм ғорур кешеләрҙән көнләшә башлаған, сөнки уларҙың муллыҡта һәм ҡайғы күрмәйенсә йәшәгәненә иғтибар иткән (Зәб. 73:2—9, 11—14). Ул яуыздарҙың уңышлы булғанын күреп шул тиклем бойоҡҡан, хатта былай тип әйткән: «Юҡҡа ғына мин йөрәгемде саф көйөнсә һаҡлағанмын, ғәйепһеҙ булыуымды күрһәтеп, юҡҡа ғына ҡулдарымды йыуғанмын». Был мәҙхиә йырлаусының рухилығы ҡурҡыныс аҫтында булған.

15. Зәбур 73:16—19, 22—25 буйынса, левит бойоғоуҙы нисек еңгән?

15 Зәбур 73:16—19, 22—25-те * уҡығыҙ. Левит «Алланың бөйөк изге урынына» кергән. Унда ул имандаштары араһында доға ҡылып тыныс ҡына уйлана алған. Был уға үҙенең фекер йөрөтөүенең дөрөҫ булмағанын һәм ҡурҡыныс юлға баҫҡанын аңларға ярҙам иткән. Ул шуға төшөнгән: яуыз кешеләр һәләкәткә килтергән тайғаҡ юлдан бара. Бойоғоуҙы һәм көнләшеүҙе еңеп сығыр өсөн левитҡа бөтә нәмәгә Йәһүә һымаҡ ҡарарға кәрәк булған. Шулай эшләп, ул йән тыныслығын һәм шатлығын ҡайтарған. Левит былай тигән: «Минең һин булғас, ерҙә миңә бүтән бер ни кәрәк түгел».

16. Левиттың үрнәгенән нимәгә өйрәнеп була?

16 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Әйҙәгеҙ, уңышлы булып күренгән яуыз кешеләрҙән бер ваҡытта ла көнләшмәйек. Уларҙың бәхете ваҡытлыса һәм ысын түгел. Бынан тыш, яуыз кешеләрҙең киләсәккә өмөтө юҡ (Вәғ. 8:12, 13). Көнләшеү төшөнкөлөккә килтерә һәм Йәһүә менән дуҫлыҡты боҙа. Үҙебеҙҙә шундай хистәрҙе абайлаһаҡ, беҙгә левит һымаҡ эш итергә кәрәк. Мәҫәлән, Йәһүәнең кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу һәм уның ихтыярын үтәгән кешеләр менән аралашыу мөһим. Барыһынан да бигерәк Йәһүәне яратһаҡ, беҙ ысын бәхет табырбыҙ һәм «ысын тормошҡа» алып барған юлда ҡала алырбыҙ (1 Тим. 6:19).

ПЕТР ЕТЕШҺЕҘЛЕКТӘРЕ АРҠАҺЫНДА БОЙОҠҠАН

Петрҙың, бойоғоуҙы еңеп, артабан да Йәһүәгә хеҙмәт иткәне хаҡында уйланыу беҙгә көс өҫтәй ала. Уның миҫалын башҡаларҙы нығытыр өсөн дә ҡулланырға була (17—19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

17. Нимә арҡаһында Петр төшөнкөлөккә бирелгән?

17 Илсе Петр тик тормаҫ кеше булған, ҡайһы саҡ ул, хистәргә бирелеп, ҡыҙыулыҡ менән эш иткән. Шул арҡала ул ваҡыт-ваҡыт әйткән һүҙҙәренә һәм ҡылған эштәренә үкенгән. Мәҫәлән, Ғайса үҙенең ғазап сигеп үләсәге хаҡында әйткәс, Петр уға ҡаршы төшөп: «Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!» — тигән (Матф. 16:21—23). Ғайсаға Петрҙы төҙәтергә тура килгән. Дошмандар Ғайсаны ҡулға алырға килгәндә лә, Петр, уйламайынса эш итеп, баш рухани ҡолоноң ҡолағын сабып өҙгән (Яхъя 18:10, 11). Һәм Ғайса уны ҡабат төҙәткән. Бынан тыш, Петр, башҡа илселәр Ғайсаны ташлап китһәләр ҙә, мин бер ҡасан ташлап китмәйәсәкмен, тип маҡтанған (Матф. 26:33). Әммә ул үҙе уйлағанса көслө булмаған һәм, кешеләрҙән ҡурҡып, Хужаһынан өс тапҡыр ваз кискән. Шул арҡала ул тәрән төшөнкөлөккә бирелгән һәм әрнеп илаған (Матф. 26:69—75). Моғайын, ул, Ғайса мине бер ҡасан да кисермәҫ, тип уйлағандыр.

18. Петрға төшөнкөлөктө еңергә нимә ярҙам иткән?

18 Петр төшөнкөлөк арҡаһында Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаған. Рухи яҡтан абынһа ла, ул тороп баҫҡан һәм башҡа илселәр менән бергә булған (Яхъя 21:1—3; Ғәм. 1:15, 16). Уға нимә ярҙам иткән? Ул Ғайсаның бындай һүҙҙәрен иҫендә тотҡан: «Һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт». Йәһүә Ғайсаның эскерһеҙ доғаһына яуап биргән. Һуңыраҡ Ғайса Мәсих Петрға күренгән һәм, һис шикһеҙ, уны нығытҡан (Лука 22:32; 24:33, 34; 1 Кор. 15:5). Бер саҡ, илселәр төнө буйы балыҡ тота алмағандан һуң, уларға Ғайса күренгән. Шул ваҡытта Петрға Ғайсаны ни тиклем ныҡ яратҡанын белдерергә мөмкинлек бирелгән. Ғайса ҡәҙерле дуҫын кисергән һәм уға күберәк эш тапшырған (Яхъя 21:15—17).

19. Зәбур 103:13, 14 буйынса, беҙ гонаһ ҡылғанда, Йәһүә беҙгә нисек ҡарай?

19 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Ғайса, үҙенең Атаһынан өлгө алып, Петрға ҡарата бик шәфҡәтле булған. Шуға күрә беҙ, ниндәйҙер хаталар яһағанда, Йәһүә мине бер ҡасан да ғәфү итмәҫ, тип уйларға тейеш түгел. Онотмағыҙ: беҙҙең шулай уйлауыбыҙҙы Шайтан Иблис теләй. Бының урынына, әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә һәм беҙгә ҡаршы гонаһ ҡылғандарға Йәһүә кеүек ҡарайыҡ. Ә ул бит барыбыҙҙы ла ярата һәм йәлләй. (Зәбур 103:13, 14-те * уҡығыҙ.)

20. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

20 Йософтоң, Нәғмиә менән Руфтың, левиттың һәм Петрҙың миҫалдары беҙҙе шуға ышандыра: «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын» (Зәб. 34:18). Ул ҡайһы саҡ тормошобоҙҙағы һынауҙарға юл ҡуя. Әммә, беҙ Алланың ярҙамы менән шул һынауҙарҙы йырып сыҡҡанда, иманыбыҙ сыныға (1 Пет. 1:6, 7). Ваҡыт-ваҡыт беҙ етешһеҙлектәребеҙ йә ауырлыҡтарыбыҙ арҡаһында бойоғабыҙ. Киләһе мәҡәләлә Йәһүәнең шундай саҡтарҙа беҙҙе нисек нығытҡаны ҡаралыр.

7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

^ 5 абз. Йософ, Нәғмиә менән Руфь, левит һәм илсе Петр етди ауырлыҡтар менән осрашҡан. Был ауырлыҡтар арҡаһында улар бик бойоҡҡан. Был мәҡәләнән беҙ Йәһүәнең уларҙы нисек йыуатҡанын һәм нығытҡанын белербеҙ. Шулай уҡ был хеҙмәтселәрҙең миҫалынан нимәгә өйрәнеп булғанын һәм Йәһүәнең уларға ҡарата нисек ҡыҙғаныу күрһәткәнен ҡарап сығырбыҙ.

^ 9 абз. Руфь 1:16, 17, 22: «Әммә Руфь былай тип яуап бирҙе: „Бер үҙеңде ҡалдырып, һине ташлап китергә өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин шунда барырмын, һин ҡайҙа ҡунһаң, мин дә шунда ҡунырмын. Һинең халҡың минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр. Һин ҡайҙа үлһәң, мин дә шунда үлермен, һәм мине шунда ерләрҙәр. Беҙҙе үлемдән башҡа бүтән берәй нәмә айырһа, өҫтөмә Йәһүә ҡарғышы төшһөн“. Шулай итеп, Нәғмиә үҙ килене — муавлы Руфь менән бергә Муав ерҙәренән ҡайтты. Улар Вифлеемға арпа урыу ваҡыты башланғанда килеп еткән ине».

^ 15 абз. Зәбур 73:16—19, 22—25: «Быға төшөнөргә тырышыу мине йонсота ине, Алланың бөйөк изге урынына кереп, уларҙы ниндәй киләсәк көткәнен аңлағансы, минең менән шулай булды. Ысындан да, һин уларҙы тайғаҡ ергә ҡуяһың. Һин уларҙы, йығып, һәләк итәһең. Улар көтмәгәндә юҡ ителәсәк! Ҡот осҡос ахыр еткәс, улар ҡапыл юҡ буласаҡ! Мин айыҡ аҡыллы булмағанмын һәм күпте аңлап еткермәгәнмен, һинең алдыңда аңһыҙ хайуан кеүек булғанмын. Әммә хәҙер мин һәр ваҡыт һинең менән, һин мине уң ҡулымдан тотоп тораһың. Һин мине үҙ кәңәшең менән йөрөтәһең һәм ахыр сиктә данға лайыҡ итәсәкһең. Күктәрҙә һинән башҡа кемем бар минең? Минең һин булғас, ерҙә миңә бүтән бер ни кәрәк түгел».

^ 19 абз. Зәбур 103:13, 14: «Атай кеше үҙ улдарына мәрхәмәтле булған кеүек, Йәһүә лә үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә мәрхәмәтле. Сөнки ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай».

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: Нәғмиә, Руфь һәм Өрпә, ирҙәре үлгәнгә, ҡайғырып илай. Һуңыраҡ Вооз, Руфь һәм Нәғмиә Овидтың тыуғанына шатлана.