Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

32-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Барлыҡҡа килтереүсегә иманығыҙҙы нығытығыҙ

Барлыҡҡа килтереүсегә иманығыҙҙы нығытығыҙ

«Иман — ул... күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау» (ЕВР. 11:1).

11-СЕ ЙЫР Алланың бөйөк эштәре уны данлай

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Һеҙ Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тураһында ниндәй белем алдығыҙ?

АТАЙ-ӘСӘЙЕГЕҘ Йәһүә шаһиты булһа, һеҙ Йәһүә тураһында, моғайын, бала саҡтан уҡ беләһегеҙҙер. Атай-әсәйегеҙ һеҙҙе Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе булғанына, уның күркәм сифаттары һәм кешеләр өсөн киләсәккә иҫ киткес ниәте бар икәненә өйрәткәндер (Баш. 1:1; Ғәм. 17:24—27).

2. Ҡайһы берәүҙәр Барлыҡҡа килтереүсегә ышанған кешеләргә нисек ҡарай?

2 Әммә күп кешеләр бөтә нәмәне Алла барлыҡҡа килтергәненә һәм хатта уның барлығына ла ышанмай. Уларҙың ҡарашы буйынса, тормош үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, һәм ябай тип һаналған организмдар эволюция ярҙамында ҡатмарлыраҡ организмдарға әйләнгән. Шундай кешеләр араһында юғары белемле кешеләр ҙә бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре Изге Яҙма фәнгә ҡаршы килә йә Аллаға наҙан һәм аҡылға һай кешеләр генә ышана тип һанай.

3. Ни өсөн иманыбыҙҙы нығытыу мөһим?

3 Абруйлы кешеләрҙең ҡараштары беҙҙең барлыҡҡа килтереүгә иманыбыҙҙы ҡаҡшата аламы? Күпселек осраҡта был иманыбыҙ нимәгә нигеҙләнгәненән тора. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең Барлыҡҡа килтереүсе икәненә ышанабыҙ? Беҙ Аллаға башҡа кеше әйткәнгә генә ышанабыҙмы? Йә, ваҡыт бүлеп, Алланың барлығын раҫлаған дәлилдәрҙе тикшерҙекме? (1 Кор. 3:12—15). Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт итһәк тә, беҙгә барыбыҙға ла иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Шулай эшләһәк, Изге Яҙмаға ҡаршы килгән «буш һәм ялған фәлсәфә» иманыбыҙға тәьҫир итмәҫ (Кол. 2:8; Евр. 11:6). Был мәҡәләлә беҙ бындай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) ни өсөн күптәр Барлыҡҡа килтереүсегә ышанмай; 2) беҙгә Йәһүә Барлыҡҡа килтереүсе икәненә иманыбыҙҙы нисек үҫтерергә; 3) беҙ нисек иманыбыҙҙы артабан да нығыта алабыҙ?

НИ ӨСӨН КҮПТӘР БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮСЕГӘ ЫШАНМАЙ?

4. Еврейҙарға 11:1 буйынса, ысын иман ниндәй?

4 Ҡайһы бер кешеләр иман — ул дәлилдәр булмаһа ла, нимәнеңдер барлығына ышаныу тип һанай. Әммә Изге Яҙманан күренеүенсә, ундай иманды ысын тип атап булмай. (Еврейҙарға 11:1-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүәне, Ғайса Мәсихте һәм күктәге Батшалыҡты күрмәһәк тә, уларға ышаныуыбыҙ асыҡ дәлилдәргә нигеҙләнгән (Евр. 11:3). Биохимик булып эшләгән бер Йәһүә шаһиты былай ти: «Беҙҙең иманыбыҙ һуҡыр түгел. Ул фәнни факттарҙы кире ҡаҡмай».

5. Ни өсөн күп кенә кешеләр, тормош үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, тип ышана?

5 Бындай һорау тыуырға мөмкин: әгәр Барлыҡҡа килтереүсенең барлығына ышаныслы дәлилдәр бар икән, улайһа, ни өсөн күптәр уға ышанмай? Сөнки улар был дәлилдәрҙе тикшереп ҡарамаған. Роберт исемле Йәһүә шаһиты былай ти: «Мәктәптә беҙгә барлыҡҡа килтереү тураһында бер ҡасан да һөйләмәнеләр, шуға күрә мин Аллаға ышанмай инем. 22 йәшемдә генә, Йәһүә шаһиттарын осратҡас, мин Изге Яҙманан Барлыҡҡа килтереүсенең барлығына ышаныслы дәлилдәр ишеттем» *. (« Атай-әсәйҙәргә мөрәжәғәт» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

6. Ни өсөн күптәр Барлыҡҡа килтереүсегә ышанмай?

6 Ҡайһы берәүҙәр Барлыҡҡа килтереүсегә ышанмай, сөнки уны үҙ күҙҙәре менән күрмәгән. Шул уҡ ваҡытта улар күҙгә күренмәгән ҡайһы бер нәмәләргә ышана, мәҫәлән, гравитация көсөнә. Изге Яҙма буйынса, иман «күренмәгән нәмәләрҙең барлығын» раҫлаған дәлилдәргә нигеҙләнә (Евр. 11:1). Шундай дәлилдәрҙе тикшереү ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итә, ә күптәр быны эшләргә теләмәй. Был һорауҙы яҡшы итеп тикшермәгән кешеләр йыш ҡына Алла юҡ тигән һығымтаға килә.

7. Бөтә белемле кешеләр ҙә Аллаға ышанмай, тип әйтеп буламы? Аңлатығыҙ.

7 Дәлилдәрҙе тикшергәс, ҡайһы бер ғалимдар Ғаләмде Алла барлыҡҡа килтергән тигән һығымтаға килгән *. Бәлки, тәүҙә улар, иҫкә алынған Роберт һымаҡ, Аллаға ышанмаған, сөнки уларҙың уҡытыусылары Алла тураһында өйрәтмәгән. Шулай ҙа күп ғалимдар, Йәһүә тураһында белем алғас, уға ышана башлаған. Шулай уҡ беҙгә лә, алған белемдәргә ҡарамаҫтан, Аллаға иманыбыҙҙы үҫтерергә кәрәк, сөнки быны беҙҙең өсөн бер кем дә эшләй алмай.

БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮСЕГӘ ИМАН ҮҪТЕРЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

8, 9. а) Беҙ хәҙер нимәгә иғтибар итербеҙ? б) Тәбиғәтте күҙәтеү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

8 Һеҙгә Барлыҡҡа килтереүсегә иман үҫтерергә нимә ярҙам итә алыр? Әйҙәгеҙ, дүрт кәңәшкә иғтибар итәйек.

9 Тәбиғәт тураһында күберәк белергә тырышығыҙ. Йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе, йондоҙло күкте иғтибар менән күҙәтеү Барлыҡҡа килтереүсегә иманыбыҙҙы нығыта (Зәб. 19:1; Ишағ. 40:26). Шундай тикшереүҙәргә күберәк ваҡыт бүлгән һайын, Йәһүә Ғаләмдең Барлыҡҡа килтереүсеһе икәненә ышанысыбыҙ көсәйә барыр. Йәһүә шаһиттары Алланың ижади эштәре ниндәй иҫ киткес һәләттәр менән барлыҡҡа килтерелгәне тураһында күп мәҡәләләр сығарған. Ундай материалдарҙы өйрәнеүе ауыр булһа ла, уларҙы уҡымайынса ҡалдырмағыҙ. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа үткән региональ конгрестарҙа Алланың ижади эштәре тураһында күп төрлө видеояҙмалар күрһәтелде. Хәҙер уларҙы jw.org сайтында табып була. Ниңә был видеояҙмаларҙы ҡабат ҡарап сыҡмаҫҡа?

10. Барлыҡҡа килтереүсенең барлығын раҫлаған миҫал килтерегеҙ (Римдарға 1:20).

10 Тәбиғәтте күҙәткәндә, барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр Алланың ниндәй сифаттарын асыҡлағанына иғтибар итергә тырышығыҙ. (Римдарға 1:20-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, ҡояшҡа иғтибар итәйек. Ул, яҡтылыҡ менән йылылыҡтан тыш, кеше өсөн зыянлы ультрафиолет нурҙарын бүлеп сығара. Әммә ерҙә озон ҡатламы булғанға, был нурҙар кешегә зыян килтермәй. Ультрафиолет нурҙары күбәйгән һайын, озон ҡатламы ла ҡалыная бара. Ундай яҡлау системаһы үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә алғанмы? Йә кемдер, яратыу сағылдырып, кешеләр хаҡында ҡайғыртҡанмы?

11. Алла бар нәмәне барлыҡҡа килтергәнен күрһәткән дәлилдәрҙе ҡайҙан табып була? (« Барлыҡҡа килтереүсегә иманыбыҙҙы нығытырға нимә ярҙам итә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

11 Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр тураһында күберәк дәлилдәр табырға теләгән кеше «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) һәм jw.org сайтындағы эҙләү функцияһын ҡуллана ала. «Тәбиғәт мөғжизәләре» тигән рубриканан башларға була. Ундағы мәҡәләләр һәм видеояҙмалар ҡыҫҡа, шулай уҡ унда хайуандар һәм Алланың башҡа ижади эштәре тураһында ҡыҙыҡлы факттар килтерелә. Бынан тыш, ул рубрикала ғалимдарҙың тәбиғәттән төрлө идеяларҙы нисек үҙләштерергә тырышҡаны күрһәтелә.

12. Изге Яҙманы өйрәнгәндә, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

12 Изге Яҙманы өйрәнегеҙ. Мәҡәләнең башында иҫкә алынған биохимик тәүҙә Барлыҡҡа килтереүсегә ышанмаған, әммә ваҡыт үтеү менән үҙ ҡарашын үҙгәрткән. Ул былай тип һөйләй: «Минең иманым фәнни тикшеренеүҙәргә генә түгел, ә шулай уҡ Изге Яҙмалағы белемдәргә лә нигеҙләнгән». Моғайын, һеҙ Алла Һүҙендәге тәғлимәттәрҙе инде яҡшы беләһегеҙҙер. Әммә Барлыҡҡа килтереүсегә иманды нығытыр өсөн артабан да Алла Һүҙен өйрәнергә кәрәк (Еш. 1:8; Зәб. 119:97). Изге Яҙманы өйрәнгән ваҡытта уның өлөштәре бер-береһенә ҡаршы килмәгәненә, тарихи ваҡиғаларҙың теүәл тасуирланғанына һәм пәйғәмбәрлектәрҙең нисек үтәлгәненә иғтибар итегеҙ. Был һеҙҙе ҡайғыртыусан һәм аҡыллы Барлыҡҡа килтереүсенең барлығына һәм Изге Яҙма уның Һүҙе икәненә ышандырыр * (2 Тим. 3:14; 2 Пет. 1:21).

13. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙең файҙаһын күрһәткән миҫал килтерегеҙ.

13 Шулай уҡ Изге Яҙманы өйрәнгәндә, уның файҙалы булғанына иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, меңәрләгән йылдар элек унда аҡса яратыу кешегә зыян килтергәне һәм «күп михнәттәргә дусар» иткәне тураһында яҙылған булған (1 Тим. 6:9, 10; Ғиб. һүҙ. 28:20; Матф. 6:24). Был киҫәтеү беҙҙең көндәргә ҡағыламы? «Нарциссизм эпидемияһы» тигән китапта былай тип яҙылған: «Күпселек осраҡтарҙа аҡса яратҡан кешеләр үҙҙәрен бәхетһеҙ итеп тоя һәм төшөнкөлөккә бирелеп бара. Хатта күберәк аҡсаға эйә булырға теләү генә лә кешенең психик һәм физик һаулығына зыян килтерә». Изге Яҙмала аҡса яратыуҙан киҫәтеү бушҡа ғына яҙылмаған бит. Тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәрткән башҡа принциптарҙы ла иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе нығыраҡ ҡәҙерләгән һайын, беҙгә ҡайғыртыусан һәм зирәк Барлыҡҡа килтереүсебеҙгә таяныуы еңелерәк булыр (Яҡ. 1:5). Уның мәңге иҫкермәҫ кәңәштәре тормошобоҙҙо тағы ла бәхетлерәк итер (Ишағ. 48:17, 18).

14. Изге Яҙма өйрәнеүе ярҙамында беҙ Йәһүә тураһында нимә белә алабыҙ?

14 Изге Яҙманы өйрәнгәндә, Йәһүәне яҡшыраҡ белергә маҡсат ҡуйығыҙ (Яхъя 17:3). Шулай эшләп, һеҙ уның сифаттарын күрерһегеҙ. Шул уҡ сифаттарҙы Йәһүәнең ижади эштәрендә лә күреп була. Был сифаттар Алла — кеше уйлап сығарған илаһ түгел, ә реаль шәхес икәнен күрһәтә (Сығ. 34:6, 7; Зәб. 145:8, 9). Йәһүәне яҡшыраҡ белгән һайын, беҙҙең иманыбыҙ һәм уға ҡарата яратыуыбыҙ көсәйә барыр.

15. Башҡаларға Алла тураһында һөйләү үҙебеҙгә ниндәй файҙа килтерә?

15 Башҡаларға Алла тураһында һөйләгеҙ. Был һеҙҙең иманығыҙҙы нығытыр. Әммә хеҙмәттә осраған кеше Алланың барлығына шикләнһә, ә һеҙ ниндәй яуап бирергә белмәһәгеҙ, нимә эшләргә? Баҫмаларыбыҙҙа был тема буйынса нимә әйтелгәнен тикшерегеҙ һәм шул кеше менән бүлешегеҙ (1 Пет. 3:15). Шулай уҡ һеҙ тәжрибәле вәғәзсенән ярҙам һорай алаһығыҙ. Кеше яуабығыҙҙы ҡабул итерме, юҡмы икәненә ҡарамаҫтан, был тикшереүҙәр үҙегеҙ өсөн файҙалы булыр. Шул саҡта Аллаға ышанмаған һәм аҡыллы булып күренгән кешеләрҙең һүҙҙәре иманығыҙҙы ҡаҡшатмаҫ.

ИМАНЫҒЫҘ АРТАБАН ДА КӨСЛӨ БУЛҺЫН!

16. Әгәр иманыбыҙҙы нығытып тормаһаҡ, нимә булырға мөмкин?

16 Йәһүәгә күпме генә йылдар хеҙмәт итһәк тә, уға ҡарата иманыбыҙҙы артабан да нығытырға һәм көслө килеш һаҡларға кәрәк. Был мөһим, сөнки һаҡ булмаһаҡ, иманыбыҙ көсһөҙләнергә мөмкин. Инде әйтеп кителгәнсә, иман күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлаған дәлилдәргә нигеҙләнгән, ә кеше йыш ҡына күҙгә күренмәгән нәмәләр тураһында тиҙ онота. Шуға ла илсе Павел иман етмәүҙе гонаһ тип атаған (Евр. 12:1). Нисек үҙебеҙҙе ундай тоҙаҡтан һаҡларға? (2 Фес. 1:3).

17. Иман ныҡ булһын өсөн беҙгә нимә кәрәк?

17 Беренсенән, мөмкин тиклем йышыраҡ Йәһүәнән изге рух һорағыҙ. Ни өсөн был мөһим? Сөнки иман — изге рух тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Гал. 5:22, 23, ЯДТ). Тимәк, Йәһүә беҙгә ярҙам итмәһә, беҙ иманыбыҙҙы үҫтерә лә алмайбыҙ, уны ныҡ килеш һаҡлай ҙа алмайбыҙ. Ә Йәһүәнән изге рух һораһаҡ, ул беҙгә уны, һис шикһеҙ, бирәсәк (Лука 11:13). Беҙ уға хатта туранан-тура: «Иманыбыҙҙы арттыр», — тип әйтә алабыҙ (Лука 17:5).

18. Зәбур 1:2, 3-тә Йәһүәнең ниндәй бүләге тураһында яҙылған?

18 Икенсенән, Изге Яҙманы регуляр рәүештә өйрәнегеҙ. (Зәбур 1:2, 3-тө * уҡығыҙ.) Беренсе мәҙхиә яҙылған ваҡытта Алла ҡанунының тулы тексы бер нисә кешелә, шул иҫәптән батшала һәм руханиҙарҙа булған. Башҡа халыҡ иһә — ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм килмешәктәр — Ҡанундың уҡылғанын ете йылға бер тапҡыр ғына тыңлай алған (Ҡан. 31:10—12). Ғайсаның көндәрендә лә Яҙмаларҙың төргәктәре бик әҙ кешелә булған. Күпселек төргәктәр синагогаларҙа һаҡланған. Бөгөн иһә хәл бөтөнләй башҡа. Изге Яҙма тулыһынса йә өлөшләтә һәр кешелә бар тиерлек. Быуаттар дауамында кешеләрҙең Изге Яҙмаһы булмаған, ә беҙҙә ул бар. Беҙ Йәһүәгә был бүләк өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерә алабыҙ?

19. Иманыбыҙ ныҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

19 Изге Яҙманы регуляр рәүештә өйрәнеп, беҙ Йәһүәгә уның өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Алла Һүҙен мөмкинлек тыуғанда ғына түгел, ә алдан ваҡыт бүлеп уҡырға һәм өйрәнергә кәрәк. Шундай график буйынса Изге Яҙманы өйрәнһәк, иманыбыҙ көслө булып ҡалыр.

20. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ?

20 Был донъялағы зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән айырмалы булараҡ, беҙ иманыбыҙҙы Изге Яҙмалағы төплө дәлилдәргә нигеҙләйбеҙ (Матф. 11:25, 26). Изге Яҙманан беҙ донъялағы шарттарҙың ни өсөн насарланғанын һәм Йәһүә быны нисек хәл итәсәген беләбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, иманыбыҙҙы нығытайыҡ һәм мөмкин тиклем күберәк кешегә Барлыҡҡа килтереүсегә иман үҫтерергә ярҙам итәйек (1 Тим. 2:3, 4). Тиҙҙән ерҙә йәшәгән бөтә кешеләр, «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт... ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың», тип әйтәсәк (Асыл. 4:11). Был ваҡытты беҙ зарығып көтәбеҙ!

2-СЕ ЙЫР Һинең исемең Йәһүә

^ 5 абз. Изге Яҙмала, бар нәмәне Йәһүә Алла Барлыҡҡа килтергән, тип әйтелә. Шулай ҙа күп кенә кешеләр быға ышанмай. Улар бар нәмә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән тип һанай. Аллаға һәм Изге Яҙмаға иманыбыҙҙы нығытырға тырышһаҡ, уларҙың ҡараштары беҙҙең иманыбыҙҙы ҡаҡшатмаҫ. Был мәҡәләлә иманды нисек нығытып булғанын ҡарап сығырбыҙ.

^ 5 абз. Күп кенә мәктәптәрҙә уҡытыусылар барыһын Алла барлыҡҡа килтерә алғаны тураһында һөйләмәй. Улар уйлауынса, шулай эшләү уҡыусыларҙың дин тотоу иреклегенә баҫым яһау тип һаналыр ине.

^ 7 абз. «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексында» (урыҫ) Аллаға ышанған 60-тан артыҡ белгестең, шул иҫәптән ғалимдарҙың фекерҙәрен табып була (НАУКА > УЧЕНЫЕ, ВЫРАЖАЮЩИЕ ВЕРУ В СОТВОРЕНИЕ). Башҡа мәғлүмәтте «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәлә» (урыҫ) ҡарарға була (НАУКА И ТЕХНИКА > ИНТЕРВЬЮ).

^ 12 абз. Мәҫәлән, «Уянығыҙ»! журналының 2011 йыл февраль сығарылышындағы «Изге Яҙма фәнгә ҡаршы килмәйме?» (урыҫ) тигән мәҡәләне һәм «Күҙәтеү манараһы» журналының 2008 йыл 1 ғинуар сығарылышындағы «Йәһүә алдан әйткән һүҙҙәр үтәлә» (тат.) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 18 абз. Зәбур 1:2, 3: «Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана. Ул ағым һыуҙар буйында ултыртылған, үҙ ваҡытында емешен биргән, япраҡтары шиңмәгән ағас кеүек булыр. Ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер».