Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Сәғәт нисә?

Сәғәт нисә?

ВАҠЫТТЫ белергә теләгәндә һеҙ, ғәҙәттә, нимә эшләйһегеҙ? Моғайын, сәғәткә ҡарайһығыҙҙыр. Дуҫығыҙ ваҡытты һораһа, уға нисек яуап бирер инегеҙ? Быны бер нисә ысул менән эшләп була.

Мәҫәлән, көндөҙгө 1 сәғәт 30 минут икән, ти. Ул саҡта һеҙ «икенсе ярты» тип әйтерһегеҙ. Йә, тәүлектә 24 сәғәт булғанға, «13 сәғәт тә 30 минут» тиерһегеҙ.

Изге Яҙманы уҡығанда, һеҙ, бәлки, боронғо заманда кешеләр ваҡытты нисек иҫәпләгән икән, тип уйланаһығыҙҙыр. Улар бер нисә ысул ҡулланған. Еврей Яҙмаларында «иртә», «төш», «көн уртаһы» һәм «кис» тигән һүҙҙәр осрай (Баш. 8:11; 19:27; 43:16; Ҡан. 28:29; 1 Бат. 18:26). Әммә ҡайһы берҙә унда тағы ла теүәлерәк һүҙҙәр ҡулланыла.

Боронғо заманда ҡалаларҙа, ғәҙәттә, һаҡсылар торған. Һаҡсылар бигерәк тә төнөн кәрәк булған. Күп быуаттар дауамында израилдәр төндө өс өлөшкә бүлгән һәм уларҙы «төнгө һаҡтар» тип атаған (Зәб. 63:6, төшөрмә). Хөкөмсөләр 7:19-ҙың төшөрмәһендә «урта төнгө һаҡ» телгә алына. Ә Ғайса көндәрендә йәһүдтәр, гректар һәм римдарҙан күреп, төндө дүрт өлөшкә бүлә башлаған.

Инжилдә төндөң был өлөштәре хаҡында йыш әйтелә. Мәҫәлән, Ғайсаның һыу өҫтөнән шәкерттәр йөҙгән кәмәгә табан атлап барыуы «таң атып килгән мәлдә», йәғни дүртенсе һаҡта булған (Матф. 14:25). Ә бер миҫал килтергәндә, Ғайса былай тигән: «Хужа төн уртаһында [«икенсе һаҡта», ЯДТ, төшөрмә] йәки таң атҡас [«өсөнсө һаҡта», ЯДТ, төшөрмә] ҡайтып инер. Әгәр ул хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле» (Лука 12:38).

«Һеҙ ҙә уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кис менәнме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме», — тип әйткәндә, Ғайса төндөң дүрт өлөшөн дә телгә алған (Марк 13:35). Төнгө һаҡтарҙың беренсеһе, йәғни «кис» ҡояш байығандан алып киске сәғәт туғыҙға тиклем дауам иткән. Икенсеһе, йәғни «төн уртаһы» киске сәғәт туғыҙҙан ун икегә тиклем барған. Өсөнсөһө, йәғни «әтәс ҡысҡырған» ваҡыт төнгө сәғәт ун икенән алып өскә тиклем һуҙылған. Бәлки, төндөң тап ошо өлөшөндә Ғайсаны ҡулға алғандарҙыр, һәм Петр әтәс ҡысҡырыуын ишеткән (Марк 14:72). Төндөң дүртенсе өлөшө, йәғни «иртәнсәк» төнгө сәғәт өстән алып таң атҡанға тиклем дауам иткән.

Шулай итеп, боронғо заманда сәғәттәр булмаһа ла, кешеләр ваҡытты билдәләй алған.