Төп мәғлүмәткә күсеү

Үлемдән ҡурҡыуҙы нисек еңергә?

Үлемдән ҡурҡыуҙы нисек еңергә?

Изге Яҙманан яуап

 Үлем — ул дошман, беҙ унан тейешле дәрәжәлә ҡурҡабыҙ һәм ғүмеребеҙҙе һаҡларға тырышабыҙ (1 Коринфтарға 15:26). Әммә, төрлө ялғанға һәм хөрәфәттәргә ышанғанға, үлемдән аңһыҙ рәүештә ҡурҡыу кешеләрҙе «ғүмере буйы» ҡол итеп тота (Еврейҙарға 2:15). Үлемдән ҡурҡыу ғазабы кешене йәшәү шатлығынан мәхрүм итә, хәҡиҡәтте белеү иһә беҙҙе шул хистән азат итә (Яхъя 8:32).

Үлем хаҡында хәҡиҡәт

  •   Үлгәндәр бер ни ҙә белмәй, бер ни ҙә тоймай (Зәбур 146:4). Изге Яҙма үлемде йоҡо менән сағыштыра, тимәк, үлгәндән һуң һыҙланыу ҙа, ғазап та юҡ (Зәбур 13:3; Яхъя 11:11—14).

  •   Үлгәндәр беҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтерә алмай. Хатта ҡасандыр ҡеүәтле булған дошмандарҙың да, үлгәс, бер ниндәй ҙә һәләте ҡалмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:16). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, уларҙың «нәфрәте лә, көнсөллөгө лә юҡҡа сыҡҡан» (Вәғәзсе 9:6).

  •   Үлем барыһы ла бөттө тигәнде аңлатмай әле. Алла, үлгәндәрҙе терелтеп, уларҙы яңынан йәшәүгә ҡайтарасаҡ (Яхъя 5:28, 29; Ғәмәлдәр 24:15).

  •   Алла, «үлем... булмаясаҡ» ваҡыт етә, тип вәғәҙә итә (Асылыш 21:4). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ул ваҡытта «тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).