3-СӨ ЭПИЗОД
Мин — «уның үҙе»
(Оҙайлығы: 39:40)
Ғайса Ниҡәдимде, Самария ҡатынын һәм Назарала йәшәүселәрҙе өйрәтә, әммә кешеләр уның өйрәтеүенә төрлөсә ҡарай. Был эпизодта ошо ваҡиғалар күрһәтелә:
Ғайса Ниҡәдимгә һыуҙан һәм рухтан тыуыуҙың мәғәнәһен аңлата (Яхъя 3:1—13)
Муса сүлдә йыланды юғары күтәргән кеүек, әҙәм Улын да шулай күтәрергә тейештәр (Яхъя 3:14, 15)
Алла үҙ Улын донъяға уны хөкөм итер өсөн түгел, ә ҡотҡарыр өсөн ебәрҙе (Яхъя 3:16—21)
Яхъяның Ғайса хаҡында биргән һуңғы шаһитлығы (Яхъя 3:22—30)
Юғарынан килеүсегә ышанған кеше мәңгелек тормош алыр (Яхъя 3:31—36)
Һируд Сумдырыусы Яхъяны төрмәгә ултырта (Марк 6:17—20; Матфай 4:12; 14:3—5; Лука 3:19, 20)
Юлдан арыған Ғайса Самариялағы Сихар тигән ҡалала Яҡуп ҡоҙоғо янына килә (Яхъя 4:1—6)
Ғайса Самария ҡатыны менән һөйләшә башлай (Яхъя 4:7—15)
Ғайса Самария ҡатынын хәҡиҡәт буйынса табынырға өйрәтә (Яхъя 4:16—24)
Ғайса Самария ҡатынына үҙенең Мәсих булыуын аса (Яхъя 4:25, 26)
Самария ҡатыны башҡаларға Мәсих хаҡында шаһитлыҡ итә (Яхъя 4:27—30)
Ғайса Алла ихтыярын үтәүҙе ризыҡ менән сағыштыра һәм рухи ураҡ өҫтө хаҡында һөйләй (Яхъя 4:31—38)
Күп кенә Самария кешеләре Ғайсаның «донъяны ҡотҡарыусы» икәненә ышана (Яхъя 4:39—42)
Ғайса Ғәлиләйәлә вәғәзләй башлай (Яхъя 4:43—45; Марк 1:14, 15; Матфай 4:17; Лука 4:14, 15)
Ғайса Ғәлиләйәләге Ҡана ҡалаһында батшаға хеҙмәт итеүсе бер түрәнең улын һауыҡтыра (Яхъя 4:46—54)
Ғайсаны Назарала ҡабул итмәйҙәр (Лука 4:16—30)
Ғайса Кәпернағумға бара (Матфай 4:13—16)
Мөғжизәле рәүештә бик күп балыҡ тотола; беренсе шәкерттәр (Лука 5:1—11; Матфай 4:18—22; Марк 1:16—20)

