Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

92-СЕ ЙЫР

Исемеңде йөрөткән йорт

Исемеңде йөрөткән йорт

(1 Йылъяҙма 29:16)

  1. 1. Даның, Йәһүә, балҡыһын тип,

    Бергә төҙөнөк был залды.

    Был шундай хөрмәт тә, шатлыҡ та,

    Һиңә бағышлайбыҙ уны.

    Беҙҙең биргәндең барыһы ла

    Тәүҙән үк инде һинеке,

    Ихлас күңелдән беҙ бирәбеҙ

    Һиңә бар көстө, һәләтте.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ бағышлайбыҙ был залды

    Һиңә, Йәһүә Алла,

    Ул йөрөтһөн исемеңде,

    Балҡыһын даның унда!

  2. 2. Һине, Йәһүә, ололайбыҙ,

    Маҡтау яуҙырып йортоңда.

    Тәртип, таҙалыҡ гел һаҡларбыҙ

    Яңы Батшалыҡ залында.

    Яҡшы шаһитлыҡ бирәсәк ул

    Беҙҙең таратҡан хәбәргә,

    Һине эҙләгән кешеләр ҙә

    Күпләп ағылыр йортоңа.

    ҠУШЫМТА

    Беҙ бағышлайбыҙ был залды

    Һиңә, Йәһүә Алла,

    Ул йөрөтһөн исемеңде,

    Балҡыһын даның унда!

(1 Бат. 8:18, 27; 1 Йыл. 29:11—14; Ғәм. 20:24-те лә ҡара.)