Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

69-СЫ ЙЫР

Батшалыҡ тураһында ҡыйыулыҡ менән һөйләйек!

Батшалыҡ тураһында ҡыйыулыҡ менән һөйләйек!

(2 Тимофейға 4:5)

  1. 1. Алла хәбәрен еткерәбеҙ

    Бөтә ер йөҙө буйлап,

    Беҙ ер сигенә үк етәбеҙ

    Йыуаш кешене эҙләп.

    Изге хеҙмәтте ҡәҙерләйбеҙ,

    Бирә ҙур шатлыҡ ул беҙгә,

    Шуға артабан да теләйбеҙ

    Алла исемен данларға.

    ҠУШЫМТА

    Ҡыйыулыҡ менән һөйләйек

    Батшалыҡ тураһында.

    Ашҡынып хеҙмәт итәйек

    Йәһүә Аллабыҙға.

  2. 2. Йәштәр, балалар, ололар ҙа

    Йөрөй хаҡ, изге юлда,

    Улар майланған төркөмгә лә

    Ярҙам итә вәғәздә.

    Бөтә кешегә лә әйтәйек:

    Тиҙҙән Батшалыҡ киләсәк.

    Әйҙә, һөйләргә һис ҡурҡмайыҡ —

    Алла изге рух бирәсәк.

    ҠУШЫМТА

    Ҡыйыулыҡ менән һөйләйек

    Батшалыҡ тураһында.

    Ашҡынып хеҙмәт итәйек

    Йәһүә Аллабыҙға.

(Зәб. 23:4; Ғәм. 4:29, 31; 1 Пет. 2:21-ҙе лә ҡара.)