Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ЙЫР

Йәһүә тауына килегеҙ

Йәһүә тауына килегеҙ

(Ишағыя 2:2—4)

  1. 1. Күҙ ташла офоҡҡа,

    Йәһүә тауы унда.

    Иң ҙур, иң бейеге ул

    Бөтә ер йөҙөндә.

    Күп халыҡ ағыла

    Бар ерҙән дә шул тауға.

    «Һин дә Йәһүәгә кил», —

    Тип улар саҡыра.

    Бәләкәй төркөмдән

    Бик көслө бер халыҡ яралды,

    Изге рух арҡылы

    Йәһүә етәкләй уларҙы.

    Бихисап күп кеше

    Аллаға дәррәү килә,

    «Мәңге тоғро булырбыҙ», —

    Тип ихлас ант итә.

  2. 2. Хәбәрҙе һөйләргә

    Бойорған Ғайса беҙгә,

    Хатта ер сигендә лә

    Һәр кеше ишетә.

    Шөһрәтле Батшабыҙ

    Идара итә күктә,

    Гел дә уны тыңлайбыҙ,

    Ул беҙҙе йүнәлтә.

    Ҡыуаныс килтерә

    Йәһүә халҡының үҫеүе,

    Шул тиклем күңелле

    Батшалыҡ хаҡында һөйләүе.

    Саҡырыу ауазы

    Яңғырай бөтә ерҙә:

    «Килсе һәм тиҙерәк мен

    Йәһүә тауына».

(Зәб. 43:3; 99:9; Ишағ. 60:22; Ғәм. 16:5-те лә ҡара.)