Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ БҮЛЕК

Исраил халҡы Ҡынаан ерҙәренә инә

Исраил халҡы Ҡынаан ерҙәренә инә

Йошуа Исраил халҡын Ҡынаан ерен яулап алыр өсөн алып бара. Йәһүә үҙ халҡын йәберләүҙән ҡотҡарыр өсөн, хөкөмсөләрҙе билдәләй

ЙӘҺҮӘ Ҡынаанды Ибраһим тоҡомдарына бирергә вәғәҙә иткән булған. Хәҙер, быуаттар уҙғас, Йошуа етәкселегендәге исраилдар Вәғәҙә ителгән ерҙе яулап алырға әҙер.

Алла ҡынаандарҙы юҡ ителеүгә хөкөм иткән. Улар ерҙе ерәнгес енси аҙғынлыҡ һәм аяуһыҙ ҡан ҡойош менән тултырған. Шуға күрә исраилдар Ҡынаан ҡалаларын яулап алғанда, уларҙы тулыһынса емерергә тейеш була.

Ҡынаан еренә инер алдынан Йошуа ике шымсыны ебәрә. Улар Иерихон ҡалаһында Рәхәб исемле ҡатын-ҡыҙҙа туҡтай. Рәхәб шымсыларҙың исраилдар икәнлеген белһә лә, уларҙы үҙ өйөндә ҡабул итә һәм йәшереп һаҡлап ҡала. Рәхәб Йәһүәнең үҙ халҡын яҡлап башҡарған эштәре тураһында ишеткән була, шуға күрә исраилдарҙың Аллаһына иман итә. Был ҡатын-ҡыҙ шымсыларҙан үҙен һәм туғандарын иҫән ҡалдырырға вәғәҙә биреүҙәрен һорай.

Һуңыраҡ, исраилдар Ҡынаан еренә ингәс һәм Иерихонға ҡаршы сыҡҡас, Йәһүә мөғжизәле рәүештә Иерихон стеналарын емерә. Йошуаның ғәскәрҙәре ҡалаға бәреп инеп уны яндыралар, ә Рәхәб менән уның ғаиләһен иҫән ҡалдыралар. Алты ғына йыл эсендә Йошуа Вәғәҙә ителгән ерҙең ҙур өлөшөн яулап ала. Шунан һуң ер Исраилдың бөтә ҡәбиләләренә бүлеп бирелә.

Олоғайған Йошуа исраилдарҙы йыйып ала. Ул уларға Йәһүәнең ата-бабалары хаҡына ниндәй эштәр башҡарғанын иҫтәренә төшөрә һәм уларҙы Йәһүәгә хеҙмәт итергә дәртләндерә. Әммә Йошуа һәм уның менән бергә Аллаға тоғро хеҙмәт иткән кешеләр үлгәс, исраилдар Йәһүәне ҡалдырып, ялған илаһтарға табына башлай. Яҡынса 300 йыл дауамында халыҡ Йәһүәнең ҡанундарын һанға һуҡмай, һәм Алла Исраилдың дошмандарына, мәҫәлән, филистиҙәргә, уларҙы йәберләргә рөхсәт итә. Ләкин исраилдар Йәһүәне ярҙамға саҡырғанда, ул уларҙы ҡотҡарыр өсөн, хөкөмсөләр ебәрә. Бөтәһе 12 хөкөмсө була.

Хөкөмсөләр осоро тураһында Хөкөмсөләр китабында яҙылған. Беренсе хөкөмсө — Гофониил, ә һуңғыһы ер йөҙөндә йәшәгән иң көслө кеше Самсон була. Хөкөмсөләр китабында яҙылған тулҡынландырғыс хәбәрҙәрҙә ҡат-ҡат үҙгәрешһеҙ бер хәҡиҡәткә иғтибар ителә: Йәһүәгә тыңлаусан булыу — фатихалар, ә уға тыңламаусан булыу бәләләр килтерә.

Йошуа һәм Хөкөмсөләр китаптарына, Левиттар 18:24, 25-кә нигеҙләнгән.