Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | АЛЛАНЫ ЯРАТЫРҒА ҠАМАСАУЛАҒАН ЯЛҒАН

Алланың исеме юҡ, тигән ялған

Алланың исеме юҡ, тигән ялған

КҮПТӘР НИМӘГӘ ЫШАНА?

«Алланың шәхси исеме булыуы мөмкинме, әгәр булһа, ул ниндәй исем, тигән һорауҙа беҙ тәки бер фекергә килә алманыҡ» (профессор Дейвид Каннингем, «Theological Studies» журналы).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ХӘҠИҠӘТ.

«Мин Йәһүә. Был — минең исемем», — тигән Алла (Ишағыя 42:8). Йәһүә — боронғо еврей телендә «Ул булырға бирә» тигәнде аңлатҡан исем.

Йәһүә беҙҙең уға исеме менән өндәшеүебеҙҙе теләй. «Уны исеме менән саҡырығыҙ, — тиелә Изге Яҙмала. — Эштәрен халыҡтар араһында билдәле итегеҙ! Уның исеме бөйөк икәнен иғлан итегеҙ» (Ишағыя 12:4).

Ғайса пәйғәмбәр Аллаға исеме менән мөрәжәғәт иткән. Доғала Ғайса Йәһүәгә: «Мин Һинең исемеңде уларға [шәкерттәренә] белдерҙем һәм белдерәсәкмен», — тигән. Ни өсөн Ғайса үҙ шәкерттәренә Алланың исемен асҡан? Ул былай аңлатҡан: «Һинең [Алланың] Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип» (Яхъя 17:26).

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ?

«Алланың исемен белмәгән кеше, асылда, уны шәхес булараҡ белмәй... һәм [ундай кеше], Алланы ниндәйҙер көс итеп кенә белһә, уны ярата алмай», — тип яҙған дин белгесе Уолтер Лоури.

Алла исемен йәшереү йәки алмаштырыу уны Изге Яҙманан ҡырҡып алыуға тиң

Виктор исемле бер ир аҙна һайын сиркәүгә йөрөгән, ләкин үҙенең ысынында Алланы белмәгәнен тойған. «Шунан мин Алланың исеме Йәһүә икәнен белдем. Әйтерһең дә, мине уның менән рәсми рәүештә таныштырҙылар, — ти ул. — Шул тиклем күп ишеткән Берәү менән, ниһайәт, танышҡан кеүек булдым. Алла минең өсөн тере һәм ысын булып китте: уның менән дуҫлашып булғанын аңланым».

Йәһүә, үҙ сиратында, үҙенә исеме менән өндәшкән кешеләргә яҡынлаша. Алла үҙенең «исеме тураһында уйланған кешеләр хаҡында»: «Кеше үҙенә хеҙмәт итеүсе улын ҡыҙғанған кеүек, мин дә уларҙы ҡыҙғанырмын», — тип вәғәҙә итә (Малахи 3:16, 17). Алла шулай уҡ үҙен исеме менән саҡырыусыларҙы бүләкләй. Изге Яҙмала: «Йәһүә исемен ялбарып саҡырыусы һәр кем ҡотолор», — тип әйтелгән (Римдарға 10:13, ЯДТ).