Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Һинең исемеңде асып бирҙем»

«Һинең исемеңде асып бирҙем»

«Һинең исемеңде асып бирҙем»

«Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. [...] Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен» (ЯХЪЯ 17:6, 26).

Был нимәне аңлата? Ғайса, Алланың исемен хеҙмәттә ҡулланып, уны асҡан. Әлбиттә, ул Изге Яҙманан уҡығанда (ә ул йыш шулай эшләгән) Алла исемен төшөрөп ҡалдырмаған һәм уны титулдар менән алмаштырмаған (Лука 4:16—21) *. Ул үҙенең шәкерттәрен: «Исемең мөҡәддәс тип танылһын», — тип доға ҡылырға өйрәткән (Лука 11:2).

Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Илсе Петр Иерусалимдағы өлкәндәргә, Алла төрлө милләт кешеләренән «үҙ исемен йөрөтөүсе халыҡ» йыйған, тип әйткән (Ғәмәлдәр 15:14, ЯДТ). Илселәр һәм башҡа мәсихселәр, «Йәһүә исемен ялбарып саҡырыусы һәр кем ҡотолор», тип вәғәзләгән (Ғәмәлдәр 2:21, ЯДТ; Римдарға 10:13, ЯДТ). Улар шулай уҡ Алла исемен хаттарында ҡулланған. Тосефта тип аталған, б. э. III быуаты аҙағында төҙөлгән йәһүд ҡанундары йыйынтығында, мәсихселәрҙең ҡулъяҙмалары янып китһә, нимә эшләргә кәрәклеге әйтелгән: «Янғын сыҡһа, „Яҡшы хәбәрҙәр“ китаптарын һәм ми́наларҙыҡы [күрәһең, йәһүд халҡынан сыҡҡан мәсихселәрҙеке] булған китаптарҙы ҡотҡармайҙар, ә шундағы Алла исемдәре менән бергә янырға ҡалдыралар».

Бөгөн кем шулай эшләй? Изге Яҙманың АҠШ-тағы Христос сиркәүҙәренең Милли советы тарафынан хупланған инглизсә тәржемәһенә килтерелгән инеш һүҙҙә былай тип әйтелгән: «Берҙән-бер Алланың ниндәй ҙә булһа шәхси исемен (әйтерһең дә, башҡа аллалар бар һәм уны шуларҙан айырып күрһәтергә кәрәк) иудаизмда инде христиандар эраһына тиклем үк ҡулланмай башлағандар һәм уны ҡулланыу Христиан Сиркәүенең йыһани иманы өсөн бөтөнләй урынһыҙ» («Revised Standard Version»). Шуға күрә ул тәржемәлә Алла исеме «РАББЫ» тигән титул менән алмаштырылған. Күптән түгел Ватикан епископтарға бындай күрһәтмә биргән: «Йырҙарҙа һәм доғаларҙа ЙХВХ * тетраграмматоны формаһындағы Алла исемен ҡулланырға һәм әйтергә ярамай».

Беҙҙең көндәрҙә кем Алла исемен ҡуллана һәм аса? Сергей әле үҫмер сағында Ҡырғыҙстанда йәшәгәндә Алла исеме Йәһүә иҫкә алынған бер фильм ҡараған. Шунан һуң ун йыл тирәһе Алла исемен ишетмәгән. Һуңғараҡ Сергей АҠШ-ҡа күсенгән, унда уға Йәһүә шаһиттары килгән һәм Изге Яҙманан Алла исемен күрһәткән. Йәһүә исемен ҡулланған кешеләрҙе тапҡанына ул бик шатланған. Шуныһы ҡыҙыҡ, «Уэбстерҙың яңы халыҡ-ара һүҙлегенең өсөнсө баҫмаһында» «Йәһүә Алла» тигән мәҡәләлә, «танылған иң юғары алла һәм Йәһүә шаһиттары табынған берҙән-бер алла», тигән билдәләмә бирелә.

[Төшөрмәләр]

^ 3 абз. Лука 4:18-ҙә Ғайса Ишағыя 61:1-ҙе өҙөмтә итеп килтергән. Ә унда Алланың исеме Йәһүә тора.

^ 5 абз. Башҡорт телендә Алла исеме ғәҙәттә «Йәһүә» тип бирелә.