Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙма беҙгә нисек килеп еткән?

Изге Яҙма беҙгә нисек килеп еткән?

Изге Яҙма беҙгә нисек килеп еткән?

Изге Яҙма яҙылып бөткәндән бирле 1900 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Уның беҙгә үҙгәрешһеҙ тиерлек килеп етеүе — ысын мөғжизә. Сөнки уны тиҙ туҙа торған папирусҡа (преста ҡыҫып эшләнгән ҡамыш) һәм пергаментҡа (эшкәртелгән күн) яҙғандар бит. Етмәһә, Изге Яҙма яҙылған телдәрҙе бөгөн бик әҙҙәр генә белә. Бынан тыш, хакимлыҡҡа эйә кешеләр, императорҙарҙан алып дин әһелдәренә тиклем, бөтә көстәрен һалып уны юҡ итергә маташҡан.

БЫЛ иҫ китмәле әҫәр нисек, ваҡыт һынауын үтеп, донъялағы иң билдәле китап булып киткән? Әйҙәгеҙ, ике фактты ғына ҡарап сығайыҡ.

Күсереп яҙыуҙың роле

Изге Яҙманың тәүге текстары ышанып тапшырылған израилдәр төп нөсхәләр яҙылған төргәктәрҙе тырышып һаҡлағандар. Шул уҡ ваҡытта улар төп нөсхәнең бик күп күсермәләрен яһаған. Мәҫәлән, Израиль батшаларына «төргәккә үҙе өсөн рухани-левиттар һаҡлаған Ҡанундың күсермәһен яҙып алырға» ҡушылған булған (Ҡанун 17:18).

Күп израилдәр Яҙмаларҙы уҡырға яратҡан, сөнки уны Алла Һүҙе тип танығандар. Махсус өйрәтелгән күсереп яҙыусылар изге текстарҙы ҙур һаҡлыҡ менән күсереп яҙған. Шуларҙың береһе — Алланы ихтирам иткән Езра исемле кеше — «Израиль Аллаһы Йәһүә биргән Муса ҡанунын яҡшы белеүсе [«оҫта күсереп яҙыусы», төшөрмә]» булған (Езра 7:6). Масореттар, VI—X быуаттарҙа Еврей Яҙмаларын, йәғни Иҫке Ғәһедте күсереп яҙғанда хата ебәрмәҫ өсөн, хатта текстағы хәрефтәрҙе һанаған. Шундай ентекле итеп күсергәнгә, Изге Яҙманың тексы теүәл булып ҡалған һәм Изге Яҙма үҙе, дошмандарҙың уны өҙлөкһөҙ юҡ итергә маташыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Мәҫәлән, б. э. т. 168 йылда Сирия хакимы Антиох IV үҙе Палестинала таба алған Еврей Яҙмаларының бөтә күсермәләрен юҡ итергә маташҡан. Йәһүдтәрҙең тарихы тураһындағы бер китапта: «Һәр табылған ҡанун китабын йыртҡылағандар һәм яндырғандар», — тип әйтелә. Ә «Йәһүд энциклопедияһында» былай тиелә: «Был бойороҡтоң теүәл үтәлешен күҙәтергә ҡушылған вазифалы кешеләр үҙ вазифаларын сиктән тыш ашҡынып башҡарған... Изге китапҡа эйә булғандарға... үлем язаһы бирелгән». Шулай ҙа Изге Яҙма күсермәләре Палестинала йәшәгән йәһүдтәрҙә лә, башҡа илдәрҙә йәшәгән йәһүдтәрҙә лә һаҡланып ҡалған.

Грек Яҙмаларын, йәғни Яңы Ғәһедте яҙыу эше тамамланғандан һуң күп тә үтмәҫтән, шунда ингән рухландырылған хаттарҙың, пәйғәмбәри һәм тарихи китаптарҙың күсермәләре киң тарала башлаған. Мәҫәлән, Яхъя үҙенең Һөйөнөслө хәбәрен Ефеста йә унан йыраҡ түгел ерҙә яҙған. Ләкин был Һөйөнөслө хәбәрҙең, белгестәр фекеренсә, яҙылып бөтөүенән 50 йыл да үтмәҫ борон яһалған күсермәһенең фрагментын Ефестан йөҙәрләгән километр алыҫлыҡтағы Мысырҙа тапҡандар. Был табылдыҡ тәүге мәсихселәрҙең йыраҡ ерҙәрҙә изге текстар яҙылғандан һуң күп тә үтмәҫтән яһалған күсермәләре булғанын күрһәтә.

Алла Һүҙенең киң таралыуы уның Мәсих көндәренән һуң йөҙәрләгән йылдар үткәс тә һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, б. э. 303 йылының февралендә иртә таңдан Рим императоры Диоклетиан ғәскәриҙәрҙең, бер сиркәүҙең ишеген емереп, Изге Яҙма текстарын яндырғанын үҙ күҙҙәре менән күрергә тип килгән. Диоклетиан, христиандарҙың изге китаптарын юҡ итеп, уларҙың динен юҡ итә алырмын, тип уйлаған. Икенсе көндө ул, бөтә империя буйынса Изге Яҙма китаптарын йыйып алып, бөтә халыҡ алдында яндырырға ҡушҡан. Ләкин ҡайһы бер күсермәләр һаҡланып ҡалған һәм күбәйтелгән. Күрәһең, Диоклетиан указынан һуң күп тә үтмәҫтән яһалған грек телендәге Изге яҙманың ике экземплярының ҙур ғына өлөштәре беҙҙең көндәргә килеп еткән. Уларҙың береһе — Римда, икенсеһе Лондонда Британия китапханаһында һаҡлана.

Әлегә Изге Яҙма тексының бер оригиналы ла табылмаһа ла, беҙгә тулы Изге Яҙманың һәм уның өлөштәренең меңдәрсә ҡулъяҙма күсермәләре килеп еткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре бик боронғо. Күсереп яҙғанда Изге Яҙманың йөкмәткеһе үҙгәргәнме? Уильям Грин исемле ғалим Еврей Яҙмалары тураһында бына нимә әйткән: «Башҡа бер ниндәй боронғо әҫәр ҙә шул тиклем теүәл килеш килеп етмәгән, тип ҙур ышаныс менән әйтергә була». Ә Грек Яҙмаларына килгәндә, Изге Яҙма ҡулъяҙмалары буйынса авторитетлы белгес Фредерик Кеньон былай тигән: «Тәүге текст яҙылған ваҡыт менән табылған иң боронғо ҡулъяҙмалар даталанған ваҡыт араһы ныҡ кәмей, хатта уны иҫәпкә алмаҫҡа ла мөмкин. Яҙмаларҙың беҙгә башлыса нисек яҙылған булһалар, шулай килеп еткәненә шикләнер өсөн һуңғы сәбәп хәҙер юҡ ителгән. Яңы Ғәһед китаптарының дөрөҫлөгө һәм тулыһынса һаҡланғанлығы тураһындағы һорауҙы ябыҡ тип һанарға була». Ул былай тип тамамлаған: «Башлыса Изге Яҙма тексы шик тыуҙырмай, тип тулы ышаныс менән әйтергә була. [...] Башҡа бер ниндәй боронғо китап тураһында ла шулай тип әйтеп булмай».

Изге Яҙманы тәржемә итеү

Изге Яҙма шулай уҡ күп телдәргә тәржемә ителгәне өсөн дә донъяла иң билдәле китап булып киткән. Был Алла ихтыярына тура килә, сөнки ул һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан кешеләрҙең үҙ Барлыҡҡа килтереүсеһен белеүен һәм «рух һәм хәҡиҡәт» буйынса табыныуын теләй (Яхъя 4:23, 24; Миҡай 4:2).

Еврей Яҙмаларының беренсе тәржемәһе тип грек телендәге Септуагинта һанала. Был тәржемә Ғайса ергә килгәнгә тиклем яҡынса ике быуат алдараҡ яһалған булған һәм Палестинанан ситтә йәшәгән йәһүдтәр өсөн тәғәйенләнгән. Грек Яҙмалары яҙылып бөткәндән һуң бер нисә генә быуат үтеүгә Изге Яҙманың тулы тексын күп телдәргә тәржемә иткәндәр. Ләкин һуңғараҡ батшалар һәм хатта руханиҙар, Изге Яҙманы халыҡҡа еткерергә тейеш булһалар ҙа, быға төрлөсә ҡамасаулаған. Улар, Алла Һүҙен ябай халыҡ теленә тәржемә итергә рөхсәт итмәйенсә, үҙ көтөүен рухи ҡараңғылыҡта тоторға тырышҡан.

Сиркәү һәм хөкүмәттең политикаһына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ҡыйыу кешеләр, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Изге Яҙманы үҙ халҡының теленә тәржемә иткән. Мәҫәлән, 1530 йылда Оксфордта белем алған инглиз кешеһе Уильям Тиндал Тәүратты — Еврей Яҙмаларының тәүге биш китабын баҫтырып сығарған. Ҡаты ҡаршылыҡҡа ҡарамаҫтан, ул беренсе булып Изге Яҙманы туранан-тура еврей теленән инглиз теленә тәржемә иткән. Тиндал шулай уҡ инглиз тәржемәселәренән беренсе булып Йәһүә исемен ҡулланған. Изге Яҙманы испан теленә тәүге тәржемәселәрҙең береһе — Изге Яҙма белгесе Касиодоро де Рейнаға эшмәкәрлеге арҡаһында һәр ваҡыт католиктар ҡулынан үлем ҡурҡынысы янаған. Үҙенең тәржемәһен тамамлар өсөн, ул төрлө илдәрҙә — Англия, Германия, Голландия, Франция һәм Швейцарияла йәшәргә мәжбүр булған *.

Бөгөн Изге Яҙма торған һайын күберәк телгә тәржемә ителә һәм миллионлаған тираж менән баҫып сығарыла. Изге Яҙма һаҡланып ҡалған һәм донъяла иң билдәле китап булып киткән. Был илсе Петрҙың: «Үлән ҡорой, сәскәһе ҡойола, ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала», — тигән һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн иҫбатлай (1 Петр 1:24, 25).

[Төшөрмә]

^ 14 абз. Рейнаның тәржемәһе 1569 йылда донъя күргән, һәм 1602 йылда Сиприано де Валера уны яңынан ҡарап сыҡҡан.

[Рамка/Иллюстрациялар]

НИНДӘЙ ТӘРЖЕМӘНЕ УҠЫРҒА?

Күп телдәрҙә бик күп Изге Яҙма тәржемәләре бар. Берәүҙәренең теле иҫкергән һәм аңлауы ауыр. Икенселәре Изге Яҙманың йөкмәткеһен ирекле рәүештә һөйләп сыҡҡан, сөнки уларҙың маҡсаты — текстың теүәллеге түгел, ә еңел уҡылышлы булыуы. Төп нөсхәгә тура килтереп, һүҙмә-һүҙ тәржемә ителгәндәре лә бар.

Йәһүә шаһиттары баҫтырып сығарған «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» инглиз теленә туранан-тура төп нөсхә яҙылған телдәрҙән исемдәре аталмаған тәржемәселәр төркөмө тарафынан тәржемә ителгән. Был тәржемәне, үҙ сиратында, тағы күп телгә тәржемә итер өсөн нигеҙ итеп алғандар. Шул уҡ ваҡытта тәржемәселәр йыш ҡына төп нөсхә тексына ла мөрәжәғәт иткән. «Яңы донъя тәржемәһенең» маҡсаты — төп нөсхәнең тексын, мәғәнәһен боҙмайынса, мөмкин булғанса һүҙмә-һүҙ еткереү. Тәржемәселәр Изге Яҙманы, оригинал тексы шул ваҡыттағы кешеләргә ни тиклем аңлайышлы булған булһа, хәҙерге уҡыусыға шул тиклем аңлайышлы итергә тырыша.

Ҡайһы бер тел белгестәре хәҙерге Изге Яҙма тәржемәләрен, шул иҫәптән «Яңы донъя тәржемәһен», теүәлме һәм тәржемәселәрҙең үҙ ҡараштары тәьҫир итмәгәнме, тип тикшергәндәр. Шул ғалимдарҙың береһе — АҠШ-тағы Төньяҡ Аризона университетының дин ғилеме адъюнкт-профессоры Джейсон Бедун. 2003 йылда ул үҙенең 200 битле ғилми эшен баҫтырып сығарған, унда «инглиз телендә һөйләшеүселәр араһында иң таралған Изге Яҙма тәржемәләренең» туғыҙы ҡаралған. Ул Изге Яҙманың ғалимдарҙың фекере тура килмәгән бер нисә өҙөгөнә анализ яһаған. Ул шул өҙөктәрҙе һайлаған, сөнки тап шундай урындарҙа «тәржемәгә субъектив ҡараштар үтеп инә алған». Шундай өҙөктәрҙе тикшергәндә, ул, мәғәнәһен белә тороп үҙгәрткән урындарҙы табырға теләп, һәр инглиз тәржемәһен грек тексы менән сағыштырған. Был тәржемәләргә ул ниндәй баһа биргән?

Йәмәғәтселек һәм Изге Яҙма белгестәренең «Яңы донъя тәржемәһенең» айырмалары уның тәржемәселәренең субъектив ҡарашы менән аңлатыла, тип уйлауына ҡарамаҫтан, Джейсон Бедун фекеренсә, «был айырмалар күбеһенсә „Яңы донъя тәржемәһенең“ һүҙмә-һүҙ, теүәл һәм ҙур һаҡлыҡ менән эшләнгән тәржемә булыуы менән аңлатыла». Был ғалим «Яңы донъя тәржемәһендәге» ҡайһы бер ҡарарҙар менән риза булмаһа ла, дөйөм алғанда ул уны, «ҡарап сығылған тәржемәләр араһында иң дөрөҫө», тип иҫәпләй. Ул уны «бик шәп тәржемә» тип атай.

Израилдәге еврей ғалимы Биньямин Кедар «Яңы донъя тәржемәһенә» шундай уҡ баһа биргән. 1989 йылда ул былай тигән: «Был эш тексты мөмкин тиклем теүәлерәк аңлар өсөн намыҫлы тырышлыҡтар һалынғанын күрһәтә. [...] ...Мин бер тапҡыр ҙа ғәҙелһеҙ рәүештә тексҡа унда булмаған нәмәне индерергә тырышҡан урын тапманым».

Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин Изге Яҙманы ниндәй маҡсат менән уҡыйым? Минең өсөн нимә мөһимерәк: текстың, ни тиклем дөрөҫ булыуына ҡарамаҫтан, еңел уҡылышлы булыуымы? Йәки текста Алла рухландырған оригиналдағы фекерҙәрҙең мөмкин тиклем теүәлерәк бирелеүеме?» (2 Петр 1:20, 21). Маҡсаттарығыҙ һеҙҙең ниндәй тәржемәне һайлауығыҙға тәьҫир итер.

[Иллюстрация]

«Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» күп телдәрҙә баҫып сығарылған

[Иллюстрация]

Масореттарҙың ҡулъяҙмалары

[Иллюстрация]

Лука 12:7-ләге текстың фрагменты: «...Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк»

[Сығанаҡтар]

Foreground page: National Library of Russia, St. Petersburg; second and third: Bibelmuseum, Münster; background: © The Trustees of the Chester Beatty Library, Dublin