Төп мәғлүмәткә күсеү

«Экстремаль спорт». Ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу дөрөҫмө?

«Экстремаль спорт». Ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу дөрөҫмө?

Изге Яҙманың ҡарашы

«Экстремаль спорт». Ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу дөрөҫмө?

«БӨГӨН ТАМАШАЛАРҘЫ СИТТӘН ГЕНӘ КҮҘӘТЕП ТОРОРҒА РИЗА БУЛМАЙЫНСА, ҮҘҘӘРЕ САМОЛЕТТАРҘАН ҺИКЕРЕРГӘ, БАУҒА ЙӘБЕШЕП ТАУҘАРҘАН ТӨШӨРГӘ, БАЙДАРКАЛАРҒА УЛТЫРЫП ШАРЛАУЫҠ ТИРӘҺЕНДӘ ӘЙЛӘНЕРГӘ ҺӘМ АКУЛАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ҺЫУ ТӨБӨНДӘ ЙӨҘӨРГӘ ТЕЛӘҮСЕЛӘР ҺАНЫ АРТҠАНДАН-АРТА БАРА» («WILLOW GLEN RESIDENT» ГӘЗИТЕ).

БЫЛ һүҙҙәр спорт өлкәһендә көндән-көн киңерәк тарала барған бер күренеште һүрәтләй. Парашютты оҙаҡ асмай һикереү, боҙлоҡтар буйлап үрмәләү, дельтапландарҙа осоу һәм бейек объекттар башынан ырғыу кеүек мауығыуҙарҙың (BASE jumping) a һиҙелерлек кимәлдә арта барыуы кешелектең көслө кисерештәр эҙләүен күрһәтә. Сноубордтар, тау велосипедтары, скейтбордтар һәм роликлы конькиҙар ярҙамында кешеләр үҙ мөмкинлектәрен киңәйтергә тырыша. Улар, текә ҡаяларға һәм бейек тауҙарға менеп, иҫ киткес бейеклектәрҙән һикерә. «Тайм» журналында әйтелгәнсә, ғүмерҙе ҙур ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу менән бәйле спорттың, йәғни «экстремаль спорттың», популярлығы арта барыуы миллионлаған кешенең профессиональ спортсымы ул йә ҡыҙыҡһыныусымы, «хәүеф, оҫталыҡ һәм ҡурҡыу осраған сиккә мөмкин тиклем яҡыныраҡ килеү һәм кеше өсөн мөмкин булмағанды эшләү теләгенең ни тиклем көслө икәнен күрһәтә».

Әммә бындай популярлыҡтың үҫә барыуы спортсыларға ҡиммәткә төшә. Әллә ни хәүефле булмаған спорт төрҙәрен дә «экстремаль» дәрәжәгә еткереү арҡаһында көндән-көн күберәк кеше имгәнә. АҠШ дауаханаларындағы травматология бүлектәренә килгән скейтерҙарҙың һаны 1997 йылда 33-тән ашыу процентҡа, сноубордерҙар һаны — 31 процентҡа, ә ҡаяға үрмәләүселәр һаны 20 процентҡа артҡан. Спорттың башҡа төрҙәренә килгәндә, хәл тағы ла аянысыраҡ. Быны «экстремаль спорт» менән шөғөлләнеү арҡаһында һәләк булыусылар һанының арта барыуы күрһәтә. Спорттың был төрөн яҡлаусылар уның хәүефле икәнен дә аңлай. Тау саңғыһы менән мауыҡҡан бер ҡатын: «Үлем тураһында уй һис башымдан сыҡмай», — ти. Бер профессиональ сноубордер шундай кешеләрҙең ҡарашын ҡыҫҡаса ғына былай тип аңлата: «Әгәр имгәнмәй генә йөрөйһөң икән, тимәк, етерлек тырышмайһың».

Мәсихселәр шундай шөғөлдәргә нисек ҡарарға тейеш? «Экстремаль спорт» менән шөғөлләнергәме тигән һорауға дөрөҫ яуап табырға Изге Яҙма нисек ярҙам итә? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн, Алла ҡарашында ғүмерҙең ни тиклем изге икәнен ҡарап сығырға кәрәк.

Ғүмергә Алла ҡарашы

Изге Яҙмала, Йәһүә — «йәшәү шишмәһе», тип әйтелә (Зәбур 36:9). Ул беҙҙе барлыҡҡа килтереп кенә ҡалмаған, ә беҙ шатланып йәшәһен өсөн бар кәрәклеһен биреп, хәстәрлек күргән (Зәбур 139:14; Ғәмәлдәр 14:16, 17; 17:24—28). Шуға күрә Алланың, беҙ ул биргән бүләктең ҡәҙерен белербеҙ, тип көтөргә хаҡы бар. Быны аңларға Израиль халҡына бирелгән закондар һәм принциптар ярҙам итә.

Муса ҡануны кешенән башҡаларҙың ғүмерен һаҡлар өсөн саралар күреүҙе талап иткән. Әгәр кеше был талапты үтәмәһә һәм шул арҡала берәйһе үлһә, бәләне кисектермәгәне өсөн ул ҡан ҡайоуҙа ғәйепле һаналған. Мәҫәлән, хужа йорт һалғанда, уның яҫы ҡыйығын эргәләтеп, бейек булмаған стена йә ҡойма яһарға тейеш булған. Юҡһа, берәй кеше ҡыйыҡтан ҡолап һәләк булһа, был ғаилә ҡан түгеүҙә ғәйепле булыр ине (Ҡанун 22:8). Әгәр үгеҙ көтмәгәндә кешене һөҙөп үлтерһә, уның хужаһы ғәйепле һаналмаған. Ә инде үгеҙенең һөҙгәк икәнен белә тороп та, киҫәтеүгә ҡолаҡ һалмаған һәм үгеҙен бикләп тотмаған хужа, үгеҙе берәйһен һөҙөп үлтергән осраҡта, ҡан түгеүҙә ғәйепле һаналған һәм үлемгә хөкөм ителгән (Сығыш 21:28, 29). Йәһүә өсөн ғүмер бик тә ҡәҙерле, шуға ла уның Ҡанунында ғүмерҙе һаҡлау һәм яҡлауға ғәйәт ҙур иғтибар бирелгән.

Алланың тоғро хеҙмәтселәре был принциптарҙың үҙеңдең ғүмереңде һаҡлауға ла ҡағылғанын аңлаған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Дауыттың бер саҡ «Вифлеем ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан бер генә йотом һыу эскеһе» килгән. Ул мәлдә Вифлеем пелештиҙәр ҡулында булған. Дауыттың һүҙҙәрен ишеткән өс яугир, пелештиҙәр лагерына бәреп инеп, «Вифлеем ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан» уға эсергә һыу алып килгән. Дауыт быға нисек ҡараған? Ул һыуҙы эсмәгән, ә ергә түккән. Һәм былай тигән: «Нисек инде мин был һыуҙы эсәйем?! Был бит Аллам алдында аҡылға һыймаҫлыҡ нәмә! Минең өсөн үҙ йәндәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған кешеләрҙең ҡанын эсәйемме? Улар бит һыуҙы үҙ йәндәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып алып килде» (1 Йылъяҙма 11:17—19). Үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн кемдең дә булһа ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙы Дауыт аҡылға һыймаҫлыҡ эш тип һанаған.

Ғайса ла, Шайтан уны ғибәҙәтхананың иң бейек урынынан һикерергә һәм фәрештәләрҙең ҡотҡарыуын күрергә ҡотортҡанда, шулай уҡ эш иткән. Ғайса уға: «Йәһүә Аллаңды һынама», — тип яуап биргән (Матфай 4:5—7). Эйе, Дауыт та, Ғайса ла кеше ғүмерен сәбәпһеҙ ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу Алла ҡарашынан дөрөҫ түгел икәнен аңлаған.

Был миҫалдар, спорттың экстремаль, йәғни хәүефле төргә күсеп китеүенең сиге ҡайҙа, тигән һорау тыуҙырырға мөмкин. Әгәр хатта бер ниндәй ҡурҡынысһыҙ ғәҙәти ял төрө лә ҡурҡыныс булып китә ала икән, рөхсәт ителгәндең сиген нисек билдәләргә?

Ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙы аҡлап буламы?

Был һорауға яуап бирер өсөн, ниндәй генә шөғөлдө һайлаһаң да, уны намыҫ менән тикшереп, баһалау кәрәк. Мәҫәлән, ошондай һорауҙарға яуап табырға кәрәк: был спорт төрөндә бәлә-ҡазаға йыш осрайҙармы? Минең әҙерлегем һәм имгәнеүҙән һаҡланыр өсөн кәрәкле ҡорамалдарым бармы? Һикергән саҡта йығылһам йә мин иҫәпләгәнсә килеп сыҡмаһа йәки страховка саралары ярҙам итмәһә, был ниндәй эҙемтәләргә килтерер? Күңелһеҙ хәл генә килеп сығырмы, әллә бының етди травма йә хатта үлемгә килтереүе ихтималмы?

Әгәр мәсихсе үҙ теләген ҡәнәғәтләндереү өсөн ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя икән, был уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә һәм шулай уҡ йыйылыштағы хөрмәтле вазифаларға яраҡлы булыу-булмауына тәьҫир итергә мөмкин (1 Тимофейға 3:2, 8—10; 4:12; Титҡа 2:6—8). Шулай итеп, мәсихселәр хатта ял иткәндә лә Барлыҡҡа килтереүсебеҙ ҡарашынан ғүмерҙең ни тиклем изге икәнен онотмаҫҡа тейеш.

[Искәрмә]

a BASE building (бина), antenna (антенна), span (күпер) һәм earth (ер) тигәнде аңлата. Спорттың был төрө — күпер, текә яр, бейек биналар кеүек объекттарҙан һикереү — шул тиклем хәүефле булып иҫәпләнә, хатта ул Америка Ҡушма Штаттарында Милли парктар хеҙмәте тарафынан тыйылған.