Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Тыуған ҡаршылыҡтарҙы яратыу менән яйға һалығыҙ

Тыуған ҡаршылыҡтарҙы яратыу менән яйға һалығыҙ

«Бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ» (МАРК 9:50).

ЙЫРҘАР: 39, 35

1, 2. Башланмыш китабында кешеләр араһындағы ниндәй конфликттар тасуирлана, һәм ниңә улар беҙҙең өсөн файҙалы?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА тасуирланған кешеләр араһындағы ҡаршылыҡтар тураһында уйланғанығыҙ булдымы? Башланмыш китабының баштағы бер нисә бүлегенә генә иғтибар итәйек. Ҡабил Һабилды үлтерә (Баш. 4:3—8); Ламех үҙенә һуҡҡан бер егетте үлтерә (Баш. 4:23); Ибраһим (Ибрам) менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыға (Баш. 13:5—7); Хәжәр Сараны (Сарайҙы) һанға һуҡмай башлай, ә Сара иһә Ибраһимға үпкәләй (Баш. 16:3—6); Исмәғил һәр кемгә ҡаршы һәм һәр кемдең ҡулы уға ҡаршы, тигән пәйғәмбәрлек әйтелә (Баш. 16:12).

2 Ни өсөн Изге Яҙмала бындай конфликттар иҫкә алына? Мәҫәлән, был беҙгә, камил булмаған кешеләргә, ни өсөн татыу йәшәргә кәрәк һәм быға нисек өлгәшеп була икәнен аңларға ярҙам итә. Изге Яҙмала әйтелгән реаль кешеләр нисек реаль проблемаларҙы хәл иткәне һәм уларҙың тырышлығы ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәне хаҡында уҡыу беҙгә файҙа килтерә. Шулай итеп беҙ алған һабаҡтарҙы тормош юлында осраған ҡайһы бер ситуацияларҙа ҡуллана алабыҙ. Ысынлап та, бының барыһы ла беҙгә оҡшаш осраҡтарҙа нимә эшләргә һәм нимә эшләмәҫкә икәнен күрһәтә ала (Рим. 15:4).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Был мәҡәләлә ни өсөн Йәһүә хеҙмәтселәренә ҡаршылыҡтарҙы яйға һалырға кәрәк һәм быны нисек уңышлы итеп эшләп була икәнлеге ҡараласаҡ. Шулай уҡ Изге Яҙманан конфликттарҙы хәл итергә, Йәһүә Алла һәм кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттәргә өлгәшергә ярҙам иткән принциптарға иғтибар ителәсәк.

НИ ӨСӨН ҠАРШЫЛЫҠТАРҘЫ ЯЙҒА ҺАЛЫРҒА КӘРӘК

4. Хәҙерге донъяла ниндәй рух таралған, һәм был ниндәй эҙемтәләргә килтерә?

4 Кешелек донъяһы кисергән ыҙғыш-талаш һәм ҡаршылыҡтар өсөн башлыса Шайтан ғәйепле. Эден баҡсаһында ул, һәр кеше яҡшылыҡ һәм яуызлыҡтың нимә икәнен Алланың ҡарашын иҫәпкә алмайынса үҙе хәл итә ала һәм үҙе хәл итергә тейеш, тигән (Баш. 3:1—5). Бындай фекер йөрөтөүҙең эҙемтәләре яҡшы күренеп тора. Бөгөнгө донъяла күпселек кеше менән бойондороҡһоҙлоҡ рухы идара итә. Ундай рух башҡалар менән ярышыуға килтерә, шулай уҡ ғорурлыҡ һәм эгоизм кеүек сифаттар үҫтерә. Был рухтың йоғонтоһона бирелгән һәр кем, асылда, Шайтандың ҡарашын ҡабул итә, ә ул башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алмайынса үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡайғыртыу иң мөһиме тип һанай. Ундай эгоистик фекер йөрөтөү рәүеше ыҙғыш-талашҡа килтерә. Шуны иҫтә тотоу мөһим: «Тиҙ ҡыҙып китеүсән кеше низағ тыуҙыра, ярһып барыусан кеше күп гонаһ ҡыла» (Ғиб. һүҙ. 29:22).

5. Ғайса нисек конфликттарҙы хәл итергә өйрәткән?

5 Ғайса иһә, киреһенсә, кешеләрҙе, хатта үҙ мәнфәғәттәренә зыян килтергән кеүек күренһә лә, татыулыҡҡа ынтылырға өйрәткән. Тауҙағы вәғәзендә Ғайса конфликттарҙы хәл итеү тураһында яҡшы кәңәштәр биргән. Мәҫәлән, ул үҙенең шәкерттәрен йыуаш һәм татыулыҡ урынлаштырыусылар булырға, асыу тотмаҫҡа, ҡаршылыҡтарҙы һис кисекмәҫтән хәл итергә, дошмандарын яратырға өндәгән (Матф. 5:5, 9, 22, 25, 44).

6, 7. а) Ни өсөн үҙ-ара ҡаршылыҡтарҙы тиҙ арала яйға һалыу мөһим? б) Йәһүәнең һәр хеҙмәтсеһенә үҙ-үҙенә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

6 Әгәр башҡалар менән татыулашырға тырышмаһаҡ, Аллаға хеҙмәт итер өсөн һалған бөтә тырышлыҡтарыбыҙ — доға ҡылыуыбыҙ, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүебеҙ, вәғәзләүебеҙ һәм ғибәҙәтебеҙҙең бүтән өлкәләре лә — бушҡа буласаҡ (Марк 11:25). Башҡаларҙың кәмселектәрен теләп кисермәйбеҙ икән, беҙ Алланың дуҫтары була алмайбыҙ. (Лука 11:4; Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.)

7 Һәр мәсихсегә намыҫлы итеп үҙенең башҡалар менән мөнәсәбәттәре тураһында тәрән уйланырға кәрәк. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: мин ҡәрҙәштәрҙе ихлас күңелдән кисерәмме? Улар менән бергә хеҙмәттәшлек итеүемә шатмынмы? Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренән кисереүсән булыуҙы көтә. Әгәр выжданығыҙ һеҙгә был йәһәттән яҡшырырға кәрәк «тиһә», баҫалҡы рәүештә доға ҡылып, Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Күктәге Атабыҙ, бындай доғаларҙы ишетеп, уларға яуап бирәсәк (1 Яхъя 5:14, 15).

ҮПКӘГӘ ИҒТИБАР БИРМӘҪКӘ БУЛАМЫ?

8, 9. Беҙҙе үпкәләтһәләр, үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәк?

8 Бер кеше лә камил түгел, шунлыҡтан иртәме, һуңмы, берәйһе беҙҙе һүҙе йә эше менән үпкәләтәсәк. Бынан ҡотолоп булмай (Вәғ. 7:20; Матф. 18:7). Һеҙ быға нисек ҡарарһығыҙ? Бер осраҡты ҡарап сығайыҡ. Ҡәрҙәштәр бергәләп аралашып алырға йыйылған. Бер апай-ҡәрҙәш ике ағай-ҡәрҙәш менән иҫәнләшкәс, уларҙың береһенә уның иҫәнләшеүе бер ҙә оҡшамаған һәм урынһыҙ булып күренгән. Был ике ағай-ҡәрҙәш үҙҙәре генә ҡалғас, үпкәләгәне шул апай-ҡәрҙәште әйткән һүҙҙәре өсөн тәнҡитләй башлаған. Ләкин икенсеһе уға был апай-ҡәрҙәштең 40 йыл буйы ауыр шарттарҙа Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткәнен иҫенә төшөргән һәм уның үпкәләтергә теләмәүенә ышаныс белдергән. Бер аҙ уйлап алғандан һуң, беренсе ағай-ҡәрҙәш: «Һин хаҡ», — тип яуаплаған. Шуның менән мәсьәлә сиселгән.

9 Был осраҡтан нимәгә өйрәнеп була? Үпкәләр өсөн сәбәп бар кеүек күренһә лә, ундай ситуацияларҙа үпкәләргәме, юҡмы — беҙҙең ҡулда. Мөхәббәт ваҡ хаталарҙы ҡаплай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:12 *; 1 Петр 4:8-ҙе уҡығыҙ.) «Үпкә тотмау» Йәһүә күҙендә кешене «күркәм итә» (Ғиб. һүҙ. 19:11; Вәғ. 7:9). Шуның өсөн әгәр берәйһе һеҙҙең менән үҙен хөрмәтһеҙ йә насар тота кеүек тойолһа, шунда уҡ үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: мин быны иғтибарһыҙ ҡалдыра аламмы? Бынан проблема яһарға кәрәкме?

10. а) Бер апай-ҡәрҙәш тәүҙә тәнҡитләүгә нисек ҡараған? б) Изге Яҙмалағы ниндәй фекерҙәр уға йән тыныслығын юғалтмаҫҡа ярҙам иткән?

10 Тәнҡиткә дусар булғанда, быны иғтибарһыҙ ҡалдырыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Бер пионер менән булған осраҡҡа иғтибар итәйек. Уның исеме Люси булһын, ти. Кемдер уның хеҙмәте һәм ваҡытты нисек ҡулланыуы тураһында тиҫкәре фекерҙәр әйткән. Кәйефе ҡырылып, ул рухи яҡтан етлеккән ағай-ҡәрҙәштәргә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән. Ул былай ти: «Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәш башҡаларҙың фекеренә дөрөҫ ҡарарға һәм иғтибарымды мөһимерәк нәмәгә — Йәһүәнең ҡарашына тупларға ярҙам итте». Люсиҙы Матфей 6:1—4-тә (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәр рухландырған. Был өҙөк уға Йәһүәне шатландырыу төп маҡсат булырға тейешлеген иҫенә төшөргән. «Башҡалар хеҙмәтем хаҡында тиҫкәре һүҙҙәр әйтһә лә, — ти Люси, — мин шатлығымды юғалтмайым, сөнки Йәһүәнең хуплауын алыр өсөн көсөмдән килгәндең барыһын эшләргә тырышам». Ошондай һығымтаға килгәндән һуң, Люси кешеләрҙең тиҫкәре һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә булған.

ҮПКӘНЕ ИҒТИБАРҺЫҘ ҠАЛДЫРА АЛМАҒАНДА

11, 12. а) Мәсихсе, ҡәрҙәшенең үҙенә ҡарата «ниндәйҙер дәғүәһе барлығы[н]» тойһа, нимә эшләргә тейеш? б) Ибраһимдың еңел булмаған хәлде нисек яйға һалыуынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 «Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ» (Яҡуб 3:2). Әйтәйек, һеҙ үҙегеҙҙең һүҙегеҙ йә эшегеҙ менән берәй ҡәрҙәште рәнйетеүегеҙ хаҡында белеп ҡалғанһығыҙ, ти. Шул саҡта нимә эшләргә? Ғайса былай тигән: «Ҡорбан килтереү урынына бүләк алып барғанда туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир» (Матф. 5:23, 24). Ғайсаның кәңәшенә ярашлы эш итеп, ҡәрҙәшегеҙ менән һөйләшеп алығыҙ. Иғтибар итегеҙ, һеҙҙең маҡсатығыҙ уның хатаһына төртөп күрһәтеү түгел, ә үҙегеҙҙең ғәйебегеҙҙе таныу һәм татыулыҡ урынлаштырыу. Беҙҙең өсөн имандаштарыбыҙ менән татыу йәшәү бик мөһим.

12 Изге Яҙманан күренгәнсә, Алла хеҙмәтселәре араларын боҙа алған бәхәстәрҙе тыныс ҡына сискәндәр. Шундай осраҡтарҙың береһе — юғарыла иҫкә алынған Ибраһим менән Луттың миҫалы. Уларҙың икеһенең дә мал-тыуарҙары күп булған, һәм көтөүселәре, күрәһең, көтөүлек ерҙәрен бүлешә алмай ғауғалашҡан. Араларында тыуған көсөргәнешлекте бөтөрөргә теләп, Ибраһим Лутҡа беренсе булып йәшәр урын һайларға тәҡдим иткән (Баш. 13:1, 2, 5—9). Ниндәй яҡшы өлгө! Ибраһим шәхси мәнфәғәттәрен хәстәрләмәгән, ә татыулыҡҡа ынтылған. Йомартлығы арҡаһында ул берәй нәмә юғалтҡанмы? Һис тә юҡ. Был хәлде яйға һалыу менән Йәһүә Ибраһимға бөйөк фатихалар вәғәҙә иткән (Баш. 13:14—17). Йәһүә бер ҡасан да үҙ хеҙмәтселәренең Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итеүҙәре һәм ҡаршылыҡтарҙы яратыу менән яйға һалыуҙары арҡаһында төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян күреүҙәренә юл ҡуймаясаҡ [1].

13. Бер күҙәтеүсе, ҡәрҙәштән ҡаты һүҙҙәр ишеткәс, үҙен нисек тотҡан, һәм беҙ уның үрнәгенән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

13 Беҙҙең көндәрҙә булған бер осраҡҡа иғтибар итәйек. Конгрестың бер бүлексәһенең яңы күҙәтеүсеһе, бер ағай-ҡәрҙәшҡә шылтыратып, унан конгреста ирекле хеҙмәтсе булыуын үтенгән, әммә ағай-ҡәрҙәш ҡырт киҫеп ҡаты ғына яуап биргән дә трубканы ташлаған. Элекке күҙәтеүсе менән хеҙмәттәшлек итеү уның күңелендә ауыр хистәр ҡалдырған булған. Яңы күҙәтеүсе, был һүҙҙәрҙе күңеленә яҡын алмаһа ла, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдыра ла алмаған. Бер сәғәттән һуң ул, был ҡәрҙәшкә яңынан шылтыратып, бер-береһе менән таныш булмағандарын әйтеп үткән һәм бергә осрашып һөйләшеп алырға тәҡдим иткән. Бер аҙна үтеүгә улар Батшалыҡ Залында осрашҡан. Доға ҡылғас, улар бер сәғәт буйы һөйләшкән, шул ваҡытта ағай-ҡәрҙәш үҙе менән нимә булғанын һөйләп биргән. Уны иғтибар менән тыңлағандан һуң, күҙәтеүсе Изге Яҙманан бер нисә фекер менән бүлешкән, һәм улар ҡәрҙәштәрсә һаубуллашҡан. Һөҙөмтәлә ағай-ҡәрҙәш конгреста ирекле хеҙмәтсе булып ярҙам иткән. Ул күҙәтеүсегә тыныс һәм игелекле мөғәмәләһе өсөн бик рәхмәтле.

ӨЛКӘНДӘРҘЕ ҠАТЫШТЫРЫРҒА КӘРӘКМЕ?

14, 15. а) Матфей 18:15—17-лә бирелгән кәңәште ҡасан ҡулланырға кәрәк? б) Ғайса ниндәй өс аҙымды иҫкә алған, һәм уларҙы ҡулланғанда маҡсатыбыҙ ниндәй булырға тейеш?

14 Мәсихселәр араһында тыуған ҡаршылыҡтарҙың күбеһе быға ҡағылышы булған кешеләр араһында шәхси рәүештә сиселергә тейеш. Әммә Ғайса, ҡайһы бер осраҡтарҙа йыйылыштың ҡатнашлығы кәрәк булырға мөмкин, тигән. (Матфей 18:15—17-не уҡығыҙ.) Әгәр рәнйетеүсе кеше ҡәрҙәшен, шаһиттарҙы һәм йыйылышты тыңларға теләмәһә, был нимәгә килтерәсәк? Ул саҡта уның менән «мәжүси йәки һалым йыйыусы менән» мөғәмәлә иткәндәй мөғәмәлә итергә кәрәк. Бөгөн, ундай кеше йыйылыштан сығарылырға тейеш, тип әйтер инек. Тимәк, Ғайса бында бәләкәй генә ҡаршылыҡтар тураһында әйтмәгән. Ғайса әйткән өс аҙымды түбәндәге ике шарт үтәлгән саҡта ғына яһарға кәрәк: 1) гонаһ арҡаһында тыуған проблемалар конфликтҡа ҡатнашлығы булған кешеләр араһында хәл ителә ала; 2) гонаһ бик етди һәм, әгәр уның арҡаһында тыуған проблемалар сиселмәһә, кешене йыйылыштан сығарыуға килтерергә мөмкин. Ундай гонаһтарға, мәҫәлән, алдашыу һәм кешенең исеменә тап төшөргән яла яғыу керә. Бында өлкәндәрҙең иғтибарын талап иткән енси әхлаҡһыҙлыҡ, гомосексуализм, мөртәтлек, боттарға табыныу һәм башҡа ауыр гонаһтар тураһында һүҙ бармай.

Имандашығыҙҙы үҙегеҙгә ҡайтарыр өсөн, бәлки, уның менән бер нисә тапҡыр һөйләшеп алырға тура килер (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15 Ғайса, был кәңәште биреп, имандашҡа нисек яратыу менән ярҙам итергә икәнен күрһәткән (Матф. 18:12—14). Беренсенән, тыуған хәлде башҡаларҙы ҡатыштырмайынса сисергә тырышырға кәрәк. Бәлки, гонаһ ҡылған кеше менән бер нисә тапҡыр һөйләшеп алырға тура килер. Әгәр был уңышһыҙ булып сыҡһа, шаһиттарҙы йәки гонаһ ысындан да ҡылынғанмы, юҡмы икәнен билдәләй алған кешеләрҙе килтереп, рәнйетеүсе кеше менән тағы һөйләшеп ҡарағыҙ. Уларҙың ярҙамы менән проблема хәл ителһә, тимәк, һеҙ имандашығыҙҙы үҙегеҙгә ҡайтарҙығыҙ. Гонаһ ҡылыусыға ярҙам итер өсөн ҡат-ҡат һалынған тырышлыҡтар уңышҡа килтермәгән саҡта ғына өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

16. Ни өсөн, Ғайса әйткән өс аҙым ҡаршылыҡтарҙы уңышлы итеп һәм яратыу менән яйға һалырға ярҙам итә, тип әйтеп була?

16 Матфей 18:15—17-лә әйтелгән аҙымдарҙың өсөһөн дә үтәргә кәрәк булған осраҡтар бик һирәк була. Был бик ҡыуаныслы, сөнки, ғәҙәттә, проблема хәл ителә, һәм эш тәүбә итмәгән кешене йыйылыштан сығарыуға ҡәҙәр барып етмәй. Йыш ҡына рәнйетеүсе кеше хатаһын таный һәм уны төҙәтергә тырыша. Үпкәләгән кеше, бүтән асыуланырға сәбәп юҡлығын күреп, бәлки, рәнйетеүсене ғәфү итергә булыр. Нисек кенә булмаһын, Ғайсаның һүҙҙәренән йыйылыш тыуған ҡаршылыҡтарға ваҡытынан алда ҡатышырға тейеш түгел икәне күренә. Өлкәндәр беренсе ике аҙым үтәлгән һәм ысынбарлыҡта нимә булғанын асыҡ күрһәтеүсе төплө дәлилдәр булған осраҡта ғына ҡатыша ала.

17. Татыулыҡҡа ынтылһаҡ, беҙҙе ниндәй фатихалар көтә?

17 Был донъя төҙөлөшөнөң ахыры килгәнсе, камил булмаған кешеләр бер-береһен рәнйетәсәк. Яҡубтың хатында былай тип яҙылған: «Һүҙендә абынмаған кеше — камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала» (Яҡ. 3:2). Ҡаршылыҡтарҙы яйға һалыр өсөн, беҙ ашҡынып татыулыҡҡа ынтылырға, шуға ирешергә тырышырға тейеш (Зәб. 34:14). Татыулыҡ урынлаштырыусылар булһаҡ, беҙ ҡәрҙәштәр менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙән шатлыҡ табырбыҙ һәм йыйылыштағы берҙәмлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ (Зәб. 133:1—3). Ә иң мөһиме, беҙ «именлек Аллаһы» Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттә булырбыҙ (Рим. 15:33). Ундай фатихалар тыуған ҡаршылыҡтарҙы яратыу менән яйға һалған кешеләрҙе көтә.

^ [1] (12-се абзац) Ҡаршылыҡтарҙы тыныс ҡына хәл итеүселәр араһында шулай уҡ бындай кешеләр ҙә булған: Яҡуп менән Исау (Баш. 27:41—45; 33:1—11); Йософ менән ағалары (Баш. 45:1—15); Гидеон менән ифраимдар (Хөк. 8:1—3). Бәлки, һеҙ Изге Яҙманан башҡа миҫалдарҙы ла иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ.

^ 9 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 10:12: «Нәфрәт низағтар тыуҙыра, мөхәббәт иһә бар гонаһтарҙы ҡаплай».