Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠАЙҒЫ КИСЕРЕҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ

Яҡын кешең үлгәндә

Яҡын кешең үлгәндә

Белгестәр әйтеүенсә, ҡайғы кисереүҙең бер нисә стадияһы бар. Әммә һәр кеше уны үҙенсә кисерә. Төрлө кешенең юғалтыуҙы төрлөсә кисереүе, ҡайһы берәүҙәр әҙерәк ҡайғыра йә үҙ хистәрен тыя белә, тигәнде аңлатамы? Юҡ. Юғалтыуҙы таныу һәм хистәрҙе белдереү еңеллек бирһә лә, ҡайғы кисереүҙең ҡағиҙәләре юҡ. Күбеһе ҡайғырған кешенең мәҙәниәтенә, холҡона, тормош тәжрибәһенә һәм шулай уҡ яҡын кешеһенең нисек үлгәненә бәйле.

НИ ТИКЛЕМ АУЫР БУЛЫР?

Яҡынын юғалтҡан кеше ҡайғы кисергән ваҡытта үҙен нисек тотасағын алдан белмәҫкә лә мөмкин. Әммә ҡайһы бер хистәр һәм ауырлыҡтар күп кешеләргә хас, һәм йыш ҡына улар алдан уҡ билдәле. Шул ауырлыҡтарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

Көслө тетрәнеү. Ҡайғы кисергән кеше үкереп иларға, юғалтҡан яҡынын юҡһынырға мөмкин. Уның кәйефенең киҫкен рәүештә үҙгәреп тороуы ихтимал. Хәтирәләр һәм төшөндә күргәндәр уның хистәрен тағы ла көсәйтеп ебәрергә мөмкин. Әммә яҡынының үлеме хаҡында ишеткәс, ғәҙәттә, кеше шаңҡығандай була, ышанмай, быны кире ҡағырға тырыша. Тина, ире Тимо ҡапыл ғына үлгәс, ниндәй хистәр кисергәнен ошолай һүрәтләй: «Мин ҡатып ҡалғандай булдым. Башта хатта илай ҙа алманым. Тетрәнеүем көслө булғанлыҡтан миңә тын алыуы ауыр ине. Үҙем менән ошондай хәлдең булыуына һис тә ышанғым килмәне».

Борсолоу, ярһып китеү һәм ғәйеп тойғоһо. 24 йәшлек улы Эрикты юғалтҡан Айван былай ти: «Күпмелер ваҡыт үткәс, беҙ ҡатыным Иоланда менән үҙебеҙҙә көслө ярһыу тойҙоҡ. Быға ғәжәпләндек, сөнки асыуланыу беҙгә хас түгел. Беҙҙе шулай уҡ ғәйеп тойғоһо яфаланы: „Берәй нисек был фажиғәне кисектерә алыр инекме икән?“ — тип уйланыҡ». Ҡатыны оҙаҡ ҡына ауырып вафат булғас, Алехандро ла ғәйеп тойғоһо хис иткән. Ул былай ти: «Алла ошондай ғазаптарҙы рөхсәт иткәс, мин уның алдында ғәйеплемендер, тип уйланым. Аҙаҡ миңә оят булып китте, сөнки үҙебеҙ менән булған хәлдә мин Алланы ғәйепләнем». Ә үткән мәҡәләлә иҫкә алынған Костас былай тип хәтерләй: «Ҡайһы ваҡытта мин Софияға үлгәне өсөн асыулана торғайным. Һуңыраҡ миңә оят булып китә ине. София бит ғәйепле түгел».

Зиһен томаланыу. Яҡынын юғалтҡан кешенең ҡайһы ваҡытта сәйер һәм бәйләнешһеҙ уйҙары тыуырға мөмкин. Мәҫәлән, ул үлгән кешене үҙенең янында тип тойорға, уны ишеткән, күргән кеүек булырға мөмкин. Уға иғтибарын нимәгәлер туплау һәм нимәнелер иҫкә төшөрөү ауыр булыуы ихтимал. Тина былай ти: «Ҡайһы ваҡытта кеше менән һөйләшкәндә үҙ уйҙарыма бирелеп, бер ни ҙә ишетмәй инем. Уйҙарым гел Тимо үлгән көнгә барып тоташа ине. Мин һис тә фекерҙәремде туплай алмай инем һәм был мине хәлдән тайҙыра ине».

Башҡаларҙан ситләшеү теләге. Ҡайғы кисереүсе кеше башҡалар араһында үҙен уңайһыҙ хис итергә һәм тиҙ рәнйеүсән булып китергә мөмкин. Костас былай тип һөйләй: «Ирле-ҡатынлылар араһында мин үҙемде артыҡ кеүек хис иттем. Әммә мин яңғыҙҙар араһында ла күңел таба алманым». Айвандың ҡатыны Иоланда былай тип хәтерләй: «Кешеләр үҙ проблемаһын һөйләп зарланғанда, минең асыуым килә торғайны, сөнки уларҙың ауырлыҡтары беҙҙең ҡайғы менән сағыштырғанда бер ни ҙә түгел һымаҡ ине! Ә ҡайһылары үҙ балаларының уңыштары хаҡында һөйләй ине. Улар өсөн шатланһам да, был хаҡта тыңлау миңә ауыр ине. Беҙ ирем менән тормоштоң алға барыуын аңлай инек, ләкин балалар хаҡында һөйләргә лә, тыңларға ла теләгебеҙ ҙә, хәлебеҙ ҙә юҡ ине».

Сәләмәтлеккә бәйле проблемалар. Ҡайғыға батҡан кешенең йоҡо менән проблемалары булыуы, аппетиты үҙгәреүе ихтимал, ул йә ябығырға, йә һимерергә мөмкин. Атаһын юғалтҡан Эрон ул саҡтағы хәлен былай тип хәтерләй: «Минең йоҡо менән етди проблемалар башланды: һәр төн бер үк ваҡытта уянып, атайымдың үлеүе хаҡында уйлана торғайным».

Алехандро сәләмәтлегендә сәйер үҙгәрештәр башланыуын һиҙгән. Ул былай тип һөйләй: «Мин бер нисә тапҡыр тикшерелеү үттем, һәм һәр осраҡта ла миңә сәләмәтһең тинеләр. Һыҙланыуҙарым ҡайғы арҡаһында булғандыр, тип уйлайым». Һуңыраҡ был симптомдар юҡҡа сыҡҡан. Шулай ҙа табипҡа күренеп, Алехандро дөрөҫ эшләгән. Ҡайғы иммунитетты ҡаҡшатырға, ошоғаса булған сирҙәрҙе көсәйтергә йә яңыһын барлыҡҡа килтерергә мөмкин.

Башҡараһы эштәр менән бәйле ауырлыҡтар. Айван былай тип иҫенә төшөрә: «Эриктың үлеүе хаҡында беҙ туғандарға һәм дуҫтарға ғына түгел, башҡа кешеләргә лә, мәҫәлән, уның начальнигына һәм йәшәгән фатиры хужаһына ла хәбәр итергә тейеш инек. Шулай уҡ бер ҡосаҡ документ тултыраһы бар ине. Өҫтәүенә, Эриктың әйберҙәре менән дә ниҙер эшләргә кәрәк ине. Был эштәр барыһы ла күп көс талап итте, ә беҙ физик яҡтан да, эмоциональ яҡтан да хәлдән тайғайныҡ».

Әммә ҡайһы берәүҙәр һуңыраҡ тағы ла ҙурыраҡ ауырлыҡтарға осрай: уларға үлгән яҡыны башҡарған эштәрҙе үҙҙәренә эшләргә тура килә. Тина былай тип һөйләй: «Аҡсаға бәйле мәсьәләләр менән Тимо үҙе шөғөлләнә торғайны. Хәҙер иһә былар барыһы ла минең иңемә төштө һәм стресты тағы ла көсәйтте. Был ауырлыҡтар мине ҡурҡыуға һала ине, уларҙы нисек еңеп сығырға ла белмәнем».

Юғарыла иҫкә алынған бөтә был ауырлыҡтар юғалтыу ғазабын көсәйтергә һәм кешене төшөнкөлөккә батырырға мөмкин. Ҡайғы күтәрә алмаҫлыҡ булып тойолһа ла, яҡынын юғалтҡан кеше бының менән бәйле ниндәй ауырлыҡтар тыуырын белһә, был хәлде еңелерәк кисерер. Шуны ла онотмайыҡ: ҡайғыны һәр кем үҙенсә үткәрә. Бынан тыш, көслө хистәр һәм ауыр кисерештәр — тәбиғи хәл.

МИН ҠАБАТ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРМЫНМЫ?

Артабанғы тормош. Ваҡыт уҙыу менән ҡайғы баҫыла төшә. Ләкин кеше ауыр хистәрҙән тулыһынса арынмай һәм үлгән яҡынын онотмай. Тик йөрәк әрнеүе бер аҙ кәмегәндәй була. Әлбиттә, ҡайһы ваҡыт төрлө хәтирәләр, мәҫәлән, туй йыллығы ҡапыл иҫкә төшөп, ҡабат ауыр хистәр уятырға мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан кешеләрҙең күбеһе, тынысланып, ғәҙәттәге тормошҡа ҡайта ала. Әгәр кешегә туғандары йә дуҫтары ярҙам итһә һәм үҙе лә тырышһа, уның тормошо тиҙерәк яйға һалына.

Күпме ваҡыт үтергә мөмкин? Ҡайһы берәүҙәр өсөн тәүге бер нисә ай иң ауыр осор була. Башҡалар өсөн был осор бер-ике йылға һуҙылырға мөмкин. Ә кемгәлер унан да күберәк ваҡыт кәрәк була *. «Минең осрағымда иһә әрнеүҙәрем өс йыл тирәһе дауам итте», — тип хәтерләй Алехандро.

Үҙегеҙгә ҡарата сабыр булығыҙ. Иртәгәһе көн өсөн артыҡ борсолмағыҙ, үҙ яйығыҙға йәшәгеҙ. Күңел әрнеүе, нисек кенә көслө булмаһын, ваҡыт уҙыу менән барыбер бер саҡ баҫыла. Әммә әле үк әрнеүҙәрегеҙҙе баҫыр өсөн һәм ҡайғылы көндәрегеҙҙе ҡыҫҡартыр өсөн берәй сара бармы икән?

Ҡайғы ваҡытында көслө хистәр кисереү — тәбиғи хәл

^ Ауыр ҡайғы осороноң, оҙаҡҡа һуҙылып, кешенең хәлен ауырайтыуы, йәғни хроник ҡайғыға килтереүе бар. Ундай кешеләргә табип ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал.