Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Мөхәббәт — ҡиммәтле сифат

Мөхәббәт — ҡиммәтле сифат

ИЛСЕ Павел, Алла тарафынан рухландырылып, изге рух тәьҫире аҫтында үҫтереп булған туғыҙ сифат тураһында яҙған (Гал. 5:22, 23, ЯДТ). Павел был сифаттарҙы бер бөтөн нәмә — «рух емеше» итеп тасуирлаған *. Был емеште тәшкил иткән сифаттар «яңы кеше[гә]» хас (Кол. 3:10). Тәрбиәләп үҫтерелгән ағас емеш биргән һымаҡ, изге рух кешегә иркен рәүештә тәьҫир итһә, кеше рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы сағылдыра (Зәб. 1:1—3).

Павел һанап киткән сифаттарҙың беренсеһе — мөхәббәт. Был сифат ни тиклем ҡиммәтле? Павел: «Мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел», — тигән (1 Кор. 13:2). Әммә нимә ул мөхәббәт, уны нисек үҫтерергә һәм көн һайын сағылдырырға була?

НИМӘ УЛ МӨХӘББӘТ?

Мөхәббәт сифатын һүҙҙәр менән генә тулыһынса аңлатып булмаһа ла, Алла Һүҙендә уның нимәлә сағылғаны тасуирлана. Мәҫәлән, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле». Шулай уҡ ул «хәҡиҡәткә шатлана», «бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә». Бынан тыш, мөхәббәт башҡаларҙы яҡын күреү, улар хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртыу һәм уларға ҡарата йылы хистәр кисереү кеүек тойғоларҙы үҙ эсенә ала. Икенсе яҡтан, кешенең башҡаларға ҡарата мөхәббәте көслө булмаһа, ул әҙәпһеҙ ҡыланырға йәки көнләшеү, маһайыу, эгоислыҡ, ярһыу йә үпкә тотоу кеүек тиҫкәре хистәр кисерергә мөмкин. Беҙ үҙебеҙгә шундай һыҙаттар хас булыуын теләмәйбеҙ. Киреһенсә, «үҙенә файҙа эҙләмә[гән]» мөхәббәт үҫтерергә ынтылабыҙ (1 Кор. 13:4—8).

ЙӘҺҮӘ ҺӘМ ҒАЙСА МӨХӘББӘТ САҒЫЛДЫРЫУҘА ИҢ ЯҠШЫ ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ

«Алла — мөхәббәт ул». Эйе, Йәһүә — мөхәббәттең кәүҙәләнеше (1 Яхъя 4:8). Уның бөтә эштәрендә мөхәббәт сағыла. Йәһүә Ғайса Мәсихте беҙҙең хаҡҡа ғазап сигергә һәм үлергә ебәргән, был уның кешелеккә ҡарата мөхәббәтенең иң бөйөк сағылышы булған. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе. Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә» (1 Яхъя 4:9, 10). Алла беҙҙе яратҡанға, беҙ гонаһтар кисерелеү, өмөт һәм мәңгелек тормош кеүек фатихаларға эйә була алабыҙ.

Ғайса Мәсих Алла ихтыярын теләп үтәгән һәм бының менән кешеләрҙе яратыуын иҫбат иткән. Павел былай тип яҙған: «Мәсих: „Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем“, — тигән. [...] Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек» (Евр. 10:9, 10). Бер кеше лә бынан көслөрәк мөхәббәт күрһәтә алмаҫ ине. Ғайса: «Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ», — тигән (Яхъя 15:13). Гонаһлы булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ мөхәббәт сағылдырыуҙа Йәһүә менән Ғайсанан өлгө ала алабыҙмы? Һис шикһеҙ! Әйҙәгеҙ, быны нисек эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

«МӨХӘББӘТТӘ ЙӘШӘГЕҘ»

Павел беҙҙе былай тип өндәй: «Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ. Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ... Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе» (Ефес. 5:1, 2). Тормошобоҙҙоң һәр өлкәһендә мөхәббәт сағылдырып, беҙ «мөхәббәттә йәшәйбеҙ». Бындай яратыу һүҙҙәрҙән генә түгел, ә эштәрҙән күренә. Яхъя: «Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ», — тип яҙған (1 Яхъя 3:18). Мәҫәлән, Алланы һәм яҡындарыбыҙҙы яратһаҡ, беҙ кешеләргә «Алла Батшалығы хаҡындағы» хәбәрҙе һөйләрбеҙ (Матф. 24:14; Лука 10:27). Мөхәббәттә йәшәһәк, беҙ шулай уҡ сабырлыҡ һәм игелек сағылдырырбыҙ һәм башҡаларҙы ғәфү итербеҙ. Изге Яҙмала бындай кәңәш бирелә: «Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (Ефес. 4:32).

Әммә берәйһен ысынлап та яратһаҡ, был, хистәргә бирелеп, уға барыһын рөхсәт итеүҙе аңлатмай. Мәҫәлән, илаған баланы тынысландырырға теләп, хистәргә бирелеүсән ата-әсә уның һәр теләген үтәргә мөмкин. Ләкин баланы яратҡан ата-әсә кәрәк саҡта ҡатылыҡ та күрһәтер. Алла тураһында ла шуны уҡ әйтеп була: мөхәббәттең кәүҙәләнеше булһа ла, ул «Үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй» (Евр. 12:6). Мөхәббәттә йәшәһәк, беҙ ҙә урынлы булғанда башҡаларҙы төҙәтербеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:11, 12). Әлбиттә, быны эшләгәндә, беҙ үҙебеҙ ҙә гонаһлы икәнебеҙҙе һәм йыш ҡына тейешле рәүештә мөхәббәт сағылдырмауыбыҙҙы иҫтә тоторға тейеш. Һәр беребеҙгә лә ниндәй ҙә булһа өлкәлә мөхәббәт сағылдырыуҙа яҡшырырға кәрәк. Быны нисек эшләп була? Әйҙәгеҙ, өс ысул ҡарап сығайыҡ.

НИСЕК МӨХӘББӘТ ҮҪТЕРЕРГӘ?

Беренсенән, Алланан изге рух һорағыҙ, сөнки мөхәббәт уның ярҙамында үҫә. Ғайса Йәһүә хаҡында: «Үҙенән һораусыларға... Изге Рух бирәсәк», — тип әйткән (Лука 11:13). Изге рух һорап доға ҡылһаҡ һәм рух буйынса йәшәргә тырышһаҡ, мөхәббәт эштәребеҙҙә тағы ла нығыраҡ сағыласаҡ (Гал. 5:16). Мәҫәлән, йыйылышта өлкән вазифаһын үтәһәгеҙ, башҡаларға Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәрҙе яратыу менән бирер өсөн Алланан изге рух һорағыҙ. Атай йә әсәй булһағыҙ, балаларығыҙҙы асыуланып түгел, ә яратып тәрбиәләр өсөн изге рух һорап доға ҡылығыҙ.

Икенсенән, Ғайса Мәсихтең, хатта башҡалар уның менән насар мөғәмәлә иткәндә лә, нисек мөхәббәт сағылдырғаны хаҡында уйланығыҙ (1 Пет. 2:21, 23). Берәйһе беҙҙе үпкәләтһә йә беҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, Мәсихтең өлгөһө тураһында уйланыу бигерәк тә мөһим. Ундай ваҡыттарҙа үҙ-үҙебеҙгә: «Ғайса Мәсих нисек эш итер ине?» — тигән һорау биреп була. Был һорау Ли исемле апай-ҡәрҙәште нимәлер эшләр алдынан тәүҙә уйлап алырға дәртләндергән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Бер ваҡыт эш урынымдағы хеҙмәттәшем, башҡарған эшем һәм минең үҙем хаҡында насар һүҙҙәр яҙып, башҡа эшселәргә электрон хат ебәрҙе. Был мине бик рәнйетте. Әммә мин үҙ-үҙемдән, был хәлдә мин Ғайсанан нисек өлгө ала алам, тип һораным. Ғайсаның нисек эш итере тураһында уйланғас, мин бынан проблема яһамайынса барыһын нисек бар, шулай ҡалдырырға булдым. Һуңыраҡ мин шул хеҙмәттәшемдең һаулыҡ менән етди ауырлыҡтары булғанын һәм уның ҙур стресс кисергәнен белеп ҡалдым. Мин, хеҙмәттәшем теге хатты яҙғанда, бәлки, башҡа нәмәне күҙ уңында тотҡандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Ғайсаның ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда нисек мөхәббәт сағылдырғаны тураһында уйланыу миңә хеҙмәттәшемә шундай уҡ яратыу күрһәтергә ярҙам итте». Эйе, Ғайсанан өлгө алһаҡ, беҙ һәр ваҡыт яратыу менән эш итербеҙ.

Өсөнсөнән, ысын мәсихселәргә хас фиҙаҡәр мөхәббәт үҫтерегеҙ (Яхъя 13:34, 35). Изге Яҙма беҙҙе: «Уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын», — тип өндәй. Күктән ергә килеп, Ғайса «бар өҫтөнлөктәренән» баш тартҡан һәм хатта беҙҙең өсөн үлгән (Флп. 2:5—8). Уның фиҙаҡәр яратыуын өлгө итеп алһаҡ, уйҙарыбыҙ һәм хис-тойғоларыбыҙ уныҡына тағы ла нығыраҡ оҡшай барыр һәм беҙ үҙебеҙ тураһында түгел, ә күберәк башҡалар тураһында уйларбыҙ. Мөхәббәт үҫтереү тағы ниндәй яҡшы емештәр килтерә?

ЯҠШЫ ЕМЕШТӘР

Мөхәббәт сағылдырыу күп фатихалар килтерә. Уларҙың икеһен ҡарап сығайыҡ.

Мөхәббәт сағылдырыу ниндәй яҡшы емештәр килтерә?

  • ХАЛЫҠ-АРА ҠӘРҘӘШЛЕГЕБЕҘ. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, шунлыҡтан һис тә шикләнмәйбеҙ: ер шарындағы ниндәй генә йыйылышҡа барһаҡ та, ҡәрҙәштәр беҙҙе йылы ҡаршы аласаҡ. «Донъялағы бөтөн ҡәрҙәшлектең» беҙҙе яратыуын белеү ниндәй бәхет! (1 Пет. 5:9, ЯДТ) Алла халҡы араһында хөкөм һөргән мөхәббәтте тағы берәй ҡайҙа табып буламы?

  • ТАТЫУЛЫҠ. Бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән ғәфү итеп, беҙ берҙәмлектең «именлек бәйләнештәре[нән]» кинәнәбеҙ (Ефес. 4:2, 3). Бындай татыулыҡты беҙ тәү сиратта йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа күрәбеҙ. Ризалашырһығыҙҙыр, бөгөнгө тарҡалған донъяла бындай татыулыҡ — ғәжәйеп хәл (Зәб. 119:165; Ишағ. 54:13). Башҡалар менән татыу мөнәсәбәттәр һаҡларға тырышып, беҙ уларҙы ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ, һәм был күктәге Атабыҙҙы һөйөндөрә (Зәб. 133:1—3; Матф. 5:9).

«МӨХӘББӘТ НЫҒЫТА»

Павел былай тигән: «Мөхәббәт нығыта» (1 Кор. 8:1). Нисек итеп? Павел быны коринфтарға яҙған беренсе хатының ун өсөнсө бүлегендә аңлатҡан. Был бүлекте шулай уҡ «Мөхәббәт мәҙхиәһе» тип атайҙар. Унда яҙылғанса, мөхәббәт сағылдырған кеше «үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны» эҙләй (1 Кор. 10:24; 13:5). Бынан тыш, мөхәббәт ғаиләләрҙе нығыта һәм йыйылыштарҙы берләштерә, сөнки уға иғтибарлылыҡ, башҡаларҙың хистәренә ҡарата ихтирам, сабырлыҡ һәм игелек хас (Кол. 3:14).

Беҙ төрлөсә мөхәббәт сағылдыра алабыҙ, ләкин Аллаға ҡарата мөхәббәтебеҙ — иң мөһиме. Был яратыу сығышы менән төрлө милләттән булған, төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләрҙе берләштерә. Улар «иңгә-иң терәп» Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә (Саф. 3:9). Әйҙәгеҙ, изге рух емешенең был ҡиммәтле сифатын көн һайын сағылдырайыҡ!

^ 2 абз. Был мәҡәлә рух емешенең сифаттарын һүрәтләгән туғыҙ мәҡәләнең беренсеһе.