Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәүефһеҙ киләсәккә йөҙ процент гарантия бармы?

Хәүефһеҙ киләсәккә йөҙ процент гарантия бармы?

Үткән мәҡәләләрҙә әйтелгәнсә, кешеләр яҡшы киләсәккә төрлө юлдар менән ирешергә тырыша: кемдер яҙмышҡа ышана, кемдер юғары белемгә йә байлыҡҡа таяна, кемдер яҡшы эштәр эшләй. Ләкин быларҙың барыһы ла кәрәкле урынға дөрөҫ булмаған карта ярҙамында барып етергә маташыуға тиң. Был, хәүефһеҙ киләсәккә берәү ҙә гарантия бирә алмай, тигәнде аңлатамы? Юҡ, аңлатмай. Ундай гарантия бар!

КЕШЕНЕКЕНӘН ЮҒАРЫРАҠ ЗИРӘКЛЕК

Ғәҙәттә, ҡарар ҡабул итер алдынан беҙ үҙебеҙҙән олораҡ һәм тәжрибәлерәк кеше менән кәңәшләшәбеҙ. Шуға күрә, яҡшы киләсәккә ирешер өсөн, үҙебеҙҙән күпкә олораҡ һәм зирәгерәк Затҡа мөрәжәғәт итәйек. Уның кәңәштәрен 3 500 йыл элек яҙыла башлаған изге китаптар йыйынтығында табып була. Был йыйынтыҡ Изге Яҙма тип атала.

Ни өсөн Изге Яҙмаға ышанып була? Сөнки Ғаләмдә уның авторынан олораҡ һәм зирәгерәк берәү ҙә юҡ. Ул «Боронғонан йәшәп килгән Зат» тип атала, һәм уның тураһында, «мәңгенән-мәңгегә» йәшәй, тип әйтелә (Данил 7:9; Зәбур 90:2). Ул — «күктәрҙе яратҡан хаҡ Алла, ерҙе... Барлыҡҡа килтереүсе» (Ишағыя 45:18). Ул беҙгә үҙенең исемен асҡан, уның исеме — Йәһүә (Зәбур 83:18).

Изге Яҙманы кешелекте Барлыҡҡа килтереүсе биргән икән, тимәк, был китап бөтә раса һәм культура кешеләре өсөн. Уның кәңәштәре ваҡыт менән һыналған һәм бөтә ил кешеләре өсөн дә файҙалы. Шул тиклем күп телдәргә тәржемә ителгән һәм шул тиклем киң таралған башҡа китап юҡ *. Беҙҙең планеталағы һәр кеше тип әйтерлек уны үҙ телендә уҡый һәм уның кәңәштәрен ҡуллана ала. Бының барыһы Изге Яҙмала яҙылған ошо һүҙҙәргә тура килә:

«[Алла] кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (ҒӘМӘЛДӘР 10:34, 35).

Ҡайғыртыусан ата-әсәләр балаларын тәрбиәләгән һәм өйрәткән кеүек, хәстәрлекле Атайыбыҙ Йәһүә беҙгә үҙенең Һүҙе Изге Яҙма аша ярҙам тәҡдим итә (2 Тимофейға 3:16). Һеҙ уның һүҙҙәренә ышана алаһығыҙ, сөнки ул беҙҙе бар иткән һәм беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә.

Ошондай киләсәктә йәшәр өсөн, нимә кәрәк? Был турала һеҙ киләһе мәҡәләнән белерһегеҙ.

^ 6 абз. Изге Яҙманың тәржемә ителеүе һәм таратылыуы хаҡында күберәк мәғлүмәтте www.jw.org сайтында табып була (ИЗГЕ ЯҘМА ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ > ТАРИХ ҺӘМ ИЗГЕ ЯҘМА).

^ 16 абз. Күберәк белер өсөн, «Изге Яҙма. Алла йә кеше һүҙеме?» тигән китаптың (тат.) 9-сы бүлеген ҡарағыҙ. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, www.jw.org сайтында бар (КИТАПХАНА > КИТАПТАР ҺӘМ БРОШЮРАЛАР).