Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Киләсәкте алдан белергә маташыу

Киләсәкте алдан белергә маташыу

Һеҙ, киләсәккә күҙ ташлап, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы нимә көткәнен белергә теләр инегеҙме? Байлыҡмы әллә ярлылыҡмы? Мөхәббәтме әллә яңғыҙлыҡмы? Оҙаҡ һәм бәхетле йәшәрһегеҙме әллә ғүмерегеҙ ҡапыл өҙөлөп ҡуйырмы? Был һорауҙар инде меңәрләгән йылдар кешеләрҙе борсой.

Бөгөн белгестәр глобаль тенденцияларҙы тикшерә һәм киләсәктә нимә көткәнен алдан әйтергә маташа. Ҡайһы фараздар дөрөҫкә сыға, ҡайһылары — юҡ, һәм ҡай саҡ был өмөт өҙөлөү арҡаһында күңел төшөңкөлөгөнә килтерә. Мәҫәлән, 1912 йылда тимерсыбыҡһыҙ телеграфты уйлап сығарған Гульельмо Маркони: «Киләсәктәге сымһыҙ заманала һуғыш сығыу бөтөнләй мөмкин булмаясаҡ»,— тигән. Ә «Декка» тип аталған тауыш яҙҙырыу фирмаһының етәксеһе, 1962 йылда «Битлз» төркөмө менән килешеү төҙөүҙән баш тартыуын: «Тиҙҙән гитарасылар төркөмдәре моданан сығасаҡ», — тип аңлатҡан.

Күптәр киләсәктә нимә булырын белер өсөн, илаһи көстәргә мөрәжәғәт итә. Берәүҙәр астрологтар менән кәңәшләшә, икенселәре үҙ тормошон журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә даими баҫылып килгән йондоҙнәмәләрҙә яҙылғандар менән сағыштыра. Ә кемдер та́ро кәрттәре, устағы һыҙаттар һәм һандар ярҙамында күрәҙәселек итеүселәргә бара.

Элек ҡайһы берәүҙәр оракулдарға — берәр илаһ исеменән хәбәр итеп тороусы жрецтарға йөрөгән. Мәҫәлән, Лидия иленең батшаһы Крёз, фарсы батшаһы Кирға ҡаршы сыҡһам, еңә алырмынмы икән, тип, быны белер өсөн, боронғо грек ҡалаһы Дельфала йәшәгән оракулға ҡиммәтле бүләктәр ебәргән. Оракул, Крёз фарсыларҙың «бөйөк империяһын» юҡ итәсәк, тигән. Быға ышанған Крёз, еңеренә шикләнмәйенсә, һуғыш башлаған. Әммә һөҙөмтәлә ул фарсы империяһын түгел, ә үҙ империяһын һәләк иткән.

Оракулдың ике мәғәнә йөрөткән фаразы файҙаһыҙ булған. Һуғышта кем еңһә лә, уның әйткән һүҙе хаҡ булыр ине. Ялған мәғлүмәткә таяныуы Крёзға бик ҡиммәткә төшкән. Ә бөгөнгө юраусылар ҙурыраҡ уңышҡа ирешә тип әйтеп буламы?