Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нәфрәт нисек тыуа?

Нәфрәт нисек тыуа?

Нәфрәт әйләнеше нисек барлыҡҡа килә? Был һорауға яуап табыр өсөн, нәфрәттең нимә икәнен, уның сәбәптәрен һәм нисек таралғанын аңларға кәрәк.

Нимә ул нәфрәт?

Нәфрәт — берәй кешегә йәки кешеләр төркөмөнә ҡарата бик көслө дошманлыҡ йәки күрә алмау хисе.

НӘФРӘТТЕҢ СӘБӘПТӘРЕ

Нәфрәттең сәбәптәре төрлө булырға мөмкин. Йыш ҡына кешене ниндәйҙер насар нәмә эшләгәне өсөн түгел, ә билдәле бер төркөмгә ҡарағаны өсөн күрә алмайҙар. Ундай кешене, ғәҙәттә, проблемалар сығанағы булып тора, зыян килтерә ала, яҡшы яҡҡа үҙгәрә алмай, тип һанайҙар. Уларға икенсе сортлы кешеләр тип ҡарайҙар. Ә нәфрәт иткән кешеләр, бәлки, элек үҙҙәре йәберләүгә, ғәҙелһеҙлеккә йәки дошманлыҡ хистәре уятҡан берәй ваҡиғаға дусар булғандыр.

НӘФРӘТ НИСЕК ТАРАЛА

Кеше башҡаларҙы, хатта уларҙы белмәһә лә, күрә алмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән дуҫтарының, туғандарының һәм үҙҙәре хөрмәт иткән кешеләрҙең ҡараштарын үҙләштерә ала. Шулай итеп кешеләрҙең тотош бер төркөмө нәфрәт менән ағыуланырға мөмкин.

Нәфрәттең еңел генә таралғанын аңлағанға, беҙ күптәрҙең ни өсөн нәфрәт әсирлегенә эләккәненә аптырамайбыҙ. Ләкин бының күпкә тәрәнерәк сәбәптәре лә бар. Был проблеманың тамырҙары Изге Яҙмала аңлатыла.

ИЗГЕ ЯҘМА НӘФРӘТТЕҢ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАНЫН АҢЛАТА

НӘФРӘТТЕҢ ТАМЫРҘАРЫ. Нәфрәт күктәге Шайтан Иблис тип аталған бер фәрештә Аллаға ҡаршы фетнә күтәргәс барлыҡҡа килгән. Изге Яҙмала, Иблис «баштан уҡ кеше үлтереүсе булған», тип әйтелә. «Ялғансы һәм ялғандың атаһы» булараҡ, ул кешеләрҙе нәфрәткә һәм агрессияға этәреүен дауам итә (Яхъя 8:44; 1 Яхъя 3:11, 12). Изге Яҙма уны яуыз, мәрхәмәтһеҙ һәм агрессив рухи шәхес итеп һүрәтләй (Әйүп 2:7; Асылыш 12:9, 12, 17).

КАМИЛ БУЛМАҒАН КЕШЕЛӘР НӘФРӘТКӘ БИРЕЛЕҮСӘН. Беренсе кеше Әҙәм Шайтандың яғына баҫҡан. Һөҙөмтәлә уның бөтә тоҡомдары гонаһлы һәм камилһыҙ булып киткән (Римдарға 5:12). Әҙәмдең тәүге улы Ҡабил нәфрәтләнеп үҙенең бер туған ҡустыһын үлтергән (1 Яхъя 3:12). Әлбиттә, кешеләр яратырға һәм йәлләргә һәләтле, ләкин мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында улар нәфрәтте көсәйткән сифаттарға — эгоизм, көнсөллөк һәм ғорурлыҡҡа бирелеүсән (2 Тимофейға 3:1—5).

ТҮҘМӘҮСӘНЛЕК НӘФРӘТТЕ КӨСӘЙТӘ. Беҙ йәшәгән донъя, зыянлы ҡараштарҙы һәм тәртипте хуплап, кешеләрҙә нәфрәт уты ҡабыҙа. Түҙмәүсәнлек (үҙеңдән айырылып торған кешеләр менән иҫәпләшмәү), алдан уҡ тупланған насар ҡараш, мыҫҡыллау, ҡурҡытыу, хурлау, кәмһетеү һәм вандализм сәскә ата, сөнки бөгөн «бөтөн до[нъя] иһә Иблис хакимлығы аҫтында» (1 Яхъя 5:19).

Ләкин Изге Яҙма был проблеманың тамырын ғына түгел, ә уны хәл итеү юлын да күрһәтә.