Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла доғаларығыҙҙы ишетәме?

Алла доғаларығыҙҙы ишетәме?

Доға ҡылған саҡта Алланың доғаларығыҙҙы ысынлап та ишеткәненә ышанаһығыҙмы?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

  • Алла доғаларҙы тыңлай. «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына, хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын. ...Ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара», — тип ышандыра беҙҙе Изге Яҙма (Зәбур 145:18, 19).

  • Алла һеҙҙең үҙенә доға ҡылыуығыҙҙы теләй. Изге Яҙмала ошондай саҡырыу бар: «Доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ» (Филиптарға 4:6).

  • Алла һеҙҙең хаҡта ысынлап та ҡайғырта. Алла һеҙҙең бөтә ауырлыҡтарығыҙҙы һәм борсолоуҙарығыҙҙы яҡшы белә һәм ярҙам итергә теләй. «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, — тип әйтелә Изге Яҙмала, — сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).