Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | РУХИ ДОНЪЯНЫ ТАСУИРЛАҒАН ИЛАһИ КҮРЕНЕШТӘР

Рухи донъяла йәшәүселәр хаҡында һорауҙар

Рухи донъяла йәшәүселәр хаҡында һорауҙар

Һеҙҙең берәй ҡасан рухи донъя һәм унда йәшәүселәр тураһында уйланғанығыҙ бармы? Кешеләр был хаҡта меңләгән йылдар дауамында фаразлай. Ҡайһы берәүҙәр, рухи донъяла ата-бабалар йәшәй һәм уларҙы ололарға кәрәк, тип уйлай. Икенселәр күкте фәрештәләрҙең һәм изге мәрхүмдәрҙең ләззәтле йәшәү урыны итеп күҙ алдына килтерә. Башҡаларҙың ҡарашы буйынса, рухи донъя — йөҙләгән миллион илаһтарҙың йорто.

Күп кешеләр, рухи донъя тураһында кеше бер нәмә лә белә алмай, сөнки беҙгә уның тураһында һөйләр өсөн күктән бер кем дә төшмәгән, тип әйтә. Ләкин ундай фекер йөрөтөү дөрөҫ түгел. Ғайса пәйғәмбәр ергә килгәнсе күктә — рухи донъяла йәшәгән. Ул беренсе быуаттағы дин әһелдәренә асыҡ итеп былай тигән: «Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем». Ғайса Мәсих илселәренә лә үҙе күргәндәре хаҡында: «Атам йортонда йәшәр урын күп», — тип әйткән (Яхъя 6:38; 14:2).

Ғайсаның Атаһы — Алла, уның исеме Йәһүә, һәм уның «йорто» күктә (Зәб. 83:18). Шулай итеп күҙгә күренмәҫ донъяны Йәһүә Алла менән Ғайса Мәсихтән башҡа яҡшыраҡ бер кем дә тасуирлай алмай. Улар тоғро кешеләргә мауыҡтырғыс илаһи күренештәр аша рухи донъя тураһында күпте асҡан.

Киләһе мәҡәләлә Изге Яҙманың ҡайһы бер өҙөктәре ҡарала. Унда кешеләр күргән илаһи күренештәр тасуирлана. Был күренештәрҙе ҡарап сыҡҡанда шуны иҫтә тотоғоҙ: рухи донъя материаль донъянан айырылып тора, кеше ундағы нәмәләргә ҡағыла ла, уларҙы күрә лә алмай. Шулай итеп, Алла рухи нәмәләрҙе беҙ аңлай алмаҫлыҡ рухи терминдар менән аңлатыу урынына, күренештәрҙе беҙ аңлай алырлыҡ терминдар менән тасуирлаған. Был күренештәр һеҙгә рухи донъяла кем йәшәй икәнен аңларға ярҙам итер.